Аллабирҙин Дамир Зиннәт улы
Аллабирҙин Дамир Зиннәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР Башҡорт АССР-ы Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 16 июнь 1962 (62 йәш) |
Тыуған урыны | Тимер ауылы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Аллабирҙин Дамир Зиннәт улы (16 июнь 1962 йыл) — педагог, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, тарихсы-эҙәрмән
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дамир Зиннәт улы Аллабирҙин 1962 йылдың 16 июнендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған. Тимер, Иҫке Монасип мәктәптәрендә уҡый. 1985 йылда Күмертау педагогия училищеһын, 1985 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1985 йылдан алып 1994 йылға тиклем Бөрйән районы Ғәлиәкбәр мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы, ә 1994—2004 йылдарҙа мәктәп директоры булып эшләй. Тарих, йәмғиәт белеме фәндәренән уҡыта.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аллабирҙин Дамир Зиннәт улы Бөрйән районы тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. Аллабирҙиндың мәҡәләләре «Таң» гәзите биттәрендә баҫыла, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында «Эҙәрмән» телетапшырыуында ҡатнашыусы (2018, 2019).
Тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең Бөрйән йәмғиәте рәйесе (2007 йылдан), Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2005)
- Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре (2013)
- Хеҙмәт ветераны
- Башҡортостан Республиканың почётлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе (2016)
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таң гәзите 17 июнь 2022, Яҡтылыҡтан тыуа яҡшылыҡ
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аллабердин Дамир Зиннатович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 53. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.