Эстәлеккә күсергә

Солтанова Зөһрә Зәки ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Солтанова Зөһрә Зәки ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 4 май 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР мәғарифы отличнигы РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы

Солтанова Зөһрә Зәки ҡыҙы (4 май 1952 йыл) — юғары квалификациялы уҡытыусы. СССР халыҡ мәғарифы отличнигы (1988), «Уҡытыусы-методист» (1991), Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының 9-сы съезы делегаты (2001), Рәсәй Президенты гранты эйәһе (2006).

Зөһрә Зәки ҡыҙы Солтанова 1952 йылдың 4 майында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында, райондың абруйлы шәхесе, уҡытыусы-новатор Зәки Хаммат улы Сәғитов ғаиләһендә тыуған.

Урындағы 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Ишембай ҡалаһының 2-се интернат-мәктәбендә урта белем ала. 1970 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Уны рус теле һәм әҙәбиәте һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы квалификацияһы алып уңышлы тамамлап, тыуған яғына ҡайта. Йәш белгесте Тимер ауылы урта мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр.

Зөһрә Зәки ҡыҙы тиҙ арала үҙенең намыҫлы, тырыш хеҙмәте менән уҡыусыларының һәм коллегаларының ихтирамын яулай, үҙ эшенең оҫтаһы булып таныла. Уҡыусылары район һәм республика кимәлендә олимпиадаларҙа призлы урындар, еңеү яулайҙар. Уның егерменән ашыу уҡыусыһы тел буйынса уҡытыусы һөнәрен һайлап, илдең төрлө төбәктәрендә уңышлы эшләп йөрөйҙәр[1][2][3]. Зөһрә Зәки ҡыҙының һөҙөмтәле эше күп һанлы Маҡтау грамоталары менән баһалана. Мәктәп администрацияһы һәм район мәғариф бүлеге тарафынан бирелгән Маҡтау грамоталарының һаны өс тиҫтәнән арта. 1988 йылда «СССР халыҡ мәғарифы отличнигы» знагы менән бүләкләнә. Ә 1991 йылда аттестация йомғаҡтары буйынса «Уҡытыусы-методист» маҡтаулы исеме бирелә. 1992 йылдан юғары квалификациялы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. РСФСР һәм Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булыуы (1984, 2006) уның үҙ эшен намыҫ менән башҡарыуы тураһында һөйләй. 2001 йылда Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының 9 съезына Бөрйән районынан делегат булып һайлана. Ул атҡарған эштәре, яулаған уңыштары менән «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе булыуға өлгәшеп, Рәсәй Президенты грантына лайыҡ була (2006)[4][5].

Әлеге көндә Зөһрә Зәки ҡыҙы хаҡлы ялда. Баҡса үҫтерә, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә. Элекке уҡыусылары һәр саҡ килеп хәлен белеп, кәңәш һорап, рәхмәттәрен һәм оло ихтирамдарын белдереп, байрамдарҙа ҡотлап торалар.

Зөһрә Зәки ҡыҙы Солтанова тормош иптәше Альберт Әбүзәр улы менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән улдары Салауат Өфө урман техникумын тамамлай. Ҡыҙы Зөлфиә ике юғары белемгә эйә, мәктәптә балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән төплө белем биреп, маҡталып эшләй. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Кесе ҡыҙҙары Әлфиә Өфө китапхана техникумын, унан һуң Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының библиотека эше факультетын тамамлай, үҙ һөнәре буйынса эшләй. Кесе улдары Марат Башҡорт дәүләт аграр университетының энергетика бүлеген тамамлай, Бөрйән районы элемтә бүлегендә эшләй[3]. Зөһрә Солтанова ун бер ейән-ейәнсәргә өләсәй.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зөһрә Зәки ҡыҙы төп хеҙмәт эшмәкәрлеге менән бер рәттән йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ауыл Советы депутаты, район Советы депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайлана. Уның хәстәрлеге менән колхоз баҡсаһына һәм халыҡҡа емеш-еләк үҫентеләре алдырып таратыла[2]. Колхоз малдарына аҙыҡ әҙерләүгә лә йәлеп ителә уҡытыусылар. Был эштә лә ал бирмәй Зөһрә Зәки ҡыҙы, иң күп сөгөлдөр тәрбиәләп үҫтереүсе булып сыға. Уның йәмәғәт эштәрендәге әүҙемлеген колхоз идараһы Сочиға шифаханаға юллама менән баһалай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы (1984).
  • «СССР халыҡ мәғарифы отличнигы» знагы (Таныҡлыҡ № 39480, СССР Мәғариф министры С. Щербаков, Мәскәү, Ҡарар № 10/16з, 06.01. 1988).
  • «Уҡытыусы-методист» маҡтаулы исеме (Таныҡлыҡ № 167, БАССР Мәғариф министры Бойороғо № 453, 16.07. 1991).
  • Бөрйән район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамотаһы (район олимпиадаһы призерҙарын әҙерләгән өсөн) (1991,1995).
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығыны Маҡтау грамотаһы (рус теле һәм әҙәбиәте буйынса Республика олимпиадаһы призерҙары әҙерләгән өсөн, Өфө, 1994)
  • Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының 9 съезы делегаты (2001).
  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы (РФ мәғариф һәм фән министры А. Фурсенко, Мәскәү, 2006).
  • «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы конкурсы еңеүсеһе» (2006).
  • «Гайдар, время, мы» конкурсы призеры (2007).
  • Талантлы йәштәргә ярҙам итеү үҙәгенең Рәхмәт хаты (II Бөтә Рәсәй олимпиадаһын әҙерләгәне һәм үткәргәне өсөн, март 2012 й.)
  • Диплом (Олимпус Весенняя сессия программанан тыш Бөтә Рәсәй предмет олимпиадаһын ойошторғаны өсөн, Калининград, 2012 й., 2013 й.)