Мораҙым мәктәбе (Бөрйән районы)
Мораҙым мәктәбе | |
Ҡыҫҡаса исеме |
БР Бөрйән районы Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мораҙым филиалы |
---|---|
Нигеҙләнгән |
1935 |
Адресы |
|
Мораҙым мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто. Мораҙым ауылында урынлашҡан. Бөрйән районы Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мораҙым филиалы
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1935 йылда башланғыс мәктәп булараҡ асыла. 19878 йылда — тулы булмаған урта, 1994 йылдан — төп мәктәп, ә 2010 йылдан алып Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мораҙым филиалы статусында. Беренсе уҡытыусы — Ә. Ф. Әйүпов.
1963 йылда ағас бинала урынлаша. 1996 йылда яңы мәктәп төҙөлә. Уҡытыу башҡорт телендә алып барыла. 1988 йылдан алып Мораҙым мәктәбен 215 уҡыусы, шул иҫәптән бишәүһе отличие менән тамамлай.
Етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҫылғужин Фәйзрахман Хәйбрахман улы
Уҡытыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҫылғужин Фәйзрахман Хәйбрахман улы 1947 йылдың 1 мартында Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылында тыуған. Ул 1 — 4 кластарҙы тыуған ауылында, 4 — 6 кластарҙа — Ғәлиәкбәр мәктәбендә уҡый. Иҫке Собханғол мәктәбен 1965 йылда тамамлай.
Хеҙмәт юлын Берәтәк мәктәбендә башлай. Унан һуң ике йыл Үрге Нөгөш, өс йыл — Мәндәғол мәктәптәрендә уҡыта. 1970 йылда ситтән тороп Белорет педагогия училищеһын тамамлай. 1974 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Мораҙым мәктәбендә эшләй. 18 йыл мәктәп директоры була. Хеҙмәт стажы — 42 йыл. Ул — хеҙмәт ветераны.
- Аҫылғужина (Сәйетбатталова) Сәриә Мансур ҡыҙы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Иҫке Собханғол мәктәбен 1965 йылда тамамлай. Хеҙмәт юлы тормош иптәше Аҫылғужин Фәйзрахман Хәйбрахман улы менән бәйле. 1971 йылда ситтән тороп Белорет педагогия училищеһын тамамлай. Хеҙмәт стажы — 38 йыл. Ул — хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.
Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәктәп тураһында матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Аманат» журналы, 18 ноябрь, 18 НОЯБРЬ , 16:57
«Еҙ үксә» бейеу төркөмө. Бөрйән районы, Мораҙым мәктәбе[1]
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мурадымовская основная школа // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 356. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.