Аллабирҙин Мортаза Ғәлләм улы
Аллабирҙин Мортаза Ғәлләм улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Башҡорт АССР-ы РСФСР СССР |
Тыуған көнө | 23 февраль 1924 |
Тыуған урыны | Тимер ауылы, Бөрйән районы |
Вафат булған көнө | 18 сентябрь 2005 (81 йәш) |
Ерләнгән урыны | Тимер ауылы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Аллабирҙин Мортаза Ғәлләм улы (23 февраль 1924 йыл — 18 сентябрь 2005) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1][2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мортаза Ғәлләм улы Аллабирҙин 1924 йылда БАССР-ҙың Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған.
1942 йылдың июнендә фронтҡа саҡырыла һәм 1943 йылдың декабрендә Чкалов өлкәһенең Тутский станцияһында хәрби әҙерлек үтә. 1943 йылда Төньяҡ-Көнбайыш фронтҡа ебәрелә. Был фронттың 237-се уҡыу уҡсылар полкы 22 дивизионының 36 махсус батальоны сафында һуғыша.
1944 йылдың мартында атыш ваҡытында граната ярсығынан күҙе яралана һәм Ярославль госпиталенә эләгә, һөҙөмтәлә һул күҙен юғалта. Алты ай үткәс, ул йәнә һуғышҡа инә. 140-сы полк составында Польша һәм Германияға тиклем барып етә. Берлинды алыуҙа ҡатнаша, ләкин Еңеүҙе уға Польшала Освенцим ҡалаһында ҡаршы алырға тура килә. 1945 йылдың октябренә тиклем Эрфурт ҡалаһында хәрби келәтте һаҡлай.
1945 йылда демобилизациялана[3].
Тимер ауылы зыяратында ерләнгән[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аманат журналы. октябрь 2010 йыл. 17-се бит[5]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://pomni.is74.ru/person/57945/Аллабердин+Муртаза+Галлямович 2022 йыл 29 сентябрь архивланған.
- ↑ https://pamyat-naroda.su/awards/anniversaries/1510393851(недоступная ссылка)
- ↑ Список военнослужащих, вернувшихся живыми с Великой Отечественной войны 1941—1945 гг. 2022 йыл 25 июнь архивланған.
- ↑ Участники войны
- ↑ https://kitaptar.bashkort.org/files/amanat,_oktyabr_2010.pdf