Граната

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Осколочная граната ВС США Mk 2
Француз гранатаһы F-1

Грана́та (исп. Granada гранат) — дошмандың тере көсөнә һәм хәрби техникаһына ҡулдан ырғытып зыян килтерә торған шартлатҡыс хәрбиприпас. Хәҙерге гранаталар корпустан, шартлатҡыс матдә зарядынан һәм запалдан тора. Граната корпусы киҫәктәре, удар тулҡын йәки кумулятив ағым шартлау ваҡытында зыян килтерә. Граната еңел металдар эретмәһенән ныҡлы пластмассанан эшләнә.

Күнекмә үткән һалдат гранатаны 40-50 метрға, танка ҡаршы гранатаны яҡынса 20 метрға ырғыта. Атамаһы гранат ағысы емеше исеменән килеп сыҡҡан. Иң тәүге гранаталар формаһы һәм размеры буйынса гранат емешенә оҡшаған булған. Граната эсендәге «орлоҡтар» шартлау ваҡытында тирә-яҡҡа осоп таралғандар.[1].

Төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡул гранатаһы корпустан, шартлатҡыс матдә зарядынан һәм запалдан тора

Хәҙерге заман гранаталарының ырғытыу өсөн тотҡаһы булыуы мөмкин(РГД-33), һәм булмаҫҡа ла мөмкин (Ф-1). Граната корпусы бер бөтөн итеп, йәки киҫәктәргә ярылыу өсөн уйымдар менән эшләнә. Корпус менән шартлатҡыс матдә араһында, корпус киҫәктәргә ватылһын өсөн, ҡатырға селтәр ҡалдыралар. Бынан тыш корпус эсенде зыян килтереү өсөн ваҡ шариктар йәки кубиктар булыуы мөмкин.

Шартлатҡыс[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гранатаның шартлатҡысы төрлө принципта эшләй. Детонация гранатаны ырғытып, сәпкә тейгәндә булыуы мөмкин. Шулай уҡ гранатаның чекаһын тартып алғас, ваҡыт буйынса кисектерелгән детонация булыуы мөмкин.

Классификация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1. Артиллерия гранатаһы. 2. Бомба. 3. Төргәк (Картечная) граната. XVII—XIX б.

Тәғәйенләнеше буйынса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • төп тәғәйенләнеше (дошманды юҡ итеү өсөн):
    • танка ҡаршы (ярсыҡлы-фугас, Кумулятив боеприпасы)
    • пехотаға ҡаршы (ярсыҡлы, ярсыҡлы-фугас, фугас)
    • яндырыусы
  • махсус тәғәйенләнеше буйынса:
    • төтөн өсөн
    • яҡтыртыу өсөн
    • сигнал өсөн
    • яҡтылыҡ-тауыш өсөн
    • газ
    • һәм башҡалар
  • уҡыу маҡсатында (ауырлығы һәм формаһы хәрби гранатаныҡы кеүек)


Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Stielhandgranate (нем. ҡулдан ырғытыу гранатаһы), Беренсе донъя һуғыша аҙағындағынан Икенсе донъя һуғышына тиклем ҡулланылған Германия ҡораллы көстәренең стандарт һөжүм итеү гранатаһы
Stielhandgranate. Гранатаны ҡулланыу өсөн тотҡаһындағы ҡапҡасын бороп алырға, кольцо бәйләнгән шнурҙы етеҙ генә тартырға кәрәк.

IX быуатта эзбис йәки яныусы ҡатнашма тултырылған балсыҡ һауыттар ҡулланылған. Беренсе гранаталар, шулай уҡ, балсыҡтан эшләнгән булған. 1405 йылда Конрад Кайзер фон Айхштадт граната корпусын сөгөндән эшләргә, дары заряды эсенде ҡыуышлыҡ ҡалдырырға тәҡдим итә. Граната эсендәге ҡыуышлыҡ зарядҡа янырға һәм корпус янсыҡтарға ватылырға булышлыҡ итә.

XVII быуатта гранаталар ялан һуғышнда киң ҡулланыла. 1667 йылда Англияла һәр ротала граната ырғытыу өсөн 4-әр кеше билделәнә, улар «гранадер» тип аталалар. Бер нисә йыл эсендә был ҡорал төрө башҡа Европа ҡораллы көстәрендә лә ҡулланыла. XVIII быуатта төнгө һуғыш өсөн Бенгаль уттары менән йыһазланған яҡтыртыусы гранаталар эшләнә.

Севастополь оборонаһында гранаталар киң ҡулланыла. Рус ғәскәре гранаталар етмәгәнлектән, шешәгә дары тултырып үҙҙәре граната эшләй. Фитилле сөгөн гранаталарҙы инглиздәр 1885 йылда Суданда ҡуллана.

Беренсе донъя һуғышы йылдарындағы янсыҡлы граната

Хәҙерге типтағы гранаталар Рус-япон һуғышы йылдарында камиллаштырыла. Һуғыш барышында окопты штурмлау һәм обороналау зарурлығы киҫкен тора. Был талапҡа яуап бирерлек ҡорал булмай. Һәр яҡ үҙенсә импровизация эшләй. Рус ғәскәре снаряд гильзаһына динамит тултыра» [2]. Ә япондар бамбук олонана мармелад банкаһын бәйләп граната әҙерләй. Граната өсөн Нобель капсюль-детонаторы ҡулланалар.

Икенсе донъя һуғышында Фаустпатрон ҡулланыла башлай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]