Эстәлеккә күсергә

Абдул ауыл Советы (Көйөргәҙе районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Абдул ауыл Советы Көйөргәҙе  районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 453352. ОКАТО коды— 80 239 800 000.

Свобода ауыл Советы һәм Яҡшембәт ауыл Советы  ауыл биләмәләре менән берләштерелә.

Ауыл Советы составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдул ауылы — административ үҙәк.

Кинйәабыҙ,  Тимербай ауылдары Свобода ауыл Советы составына, Абдул, Яҡуп, Ҡарай ауылдары Яҡшембәт ауыл Советы составына индерелә.  

1989 йылда рәсми рәүештә 1-се Кинйәабыҙ ауылы бөтөрөлә (Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының «Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы иҫәп мәғлүмәттәрҙән алып ташлау тураһында» 1989 йылдың 17 июнендәге 6-2/214 һанлы указы)[1]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Көйөргәҙе районы буйынса:


Абдул ауыл Советы ауыл биләмәһенең Тимербай, Кинйәабыҙ ауылдарын Свобода ауыл Советы ауыл биләмәһенә тапшырып, Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль районының Свобода ауыл Советы һәм Абдул ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы үҙгәртергә.
Абдул ауыл Советы ауыл биләмәһенең Абдул, Яҡуп, Ҡарай ауылдарын Яҡшембәт ауыл Советы ауыл биләмәһенә тапшырып, Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль районының Яҡшембәт ауыл Советы һәм Абдул ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы үҙгәртергә.


Иҫәп мәғлүмәттәренән Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль районының Абдул ауыл Советын алып ташларға.

2008 йылда  Молокан ауыл Советы, Шәбағыш ауыл Советы, Свобода ауыл Советы, Яҡшембәт ауыл Советы менән сиктәш[3][4].

Ауыл Советының сиктәре Оло Көйөргәҙе, Санйын, Шайтан йылғалары буйлап үтә.