Эстәлеккә күсергә

Муллағолов Марат Ғизетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте



Муллағолов Марат Ғизетдин улы
Тыуған көнө

20.03.1940

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Аҡбулат ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

педагог

Наградалары һәм премиялары

РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983)

Муллағолов Марат Ғизетдин улы (20 март 1940 йыл29 август 2012 йыл ) — РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980), БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983), тарихсы-этнограф, фольклорсы, телсе, әҙәбиәтсе һәм яҙыусы, оҫта рәссам һәм фотограф, скульптор-дизайнер.

Марат Ғизетдин улы Муллағолов 1940 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районының Аҡбулат ауылында уҡытыусы Муллағолов Ғизетдин Ғилметдин улы ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә ете бала үҫкәндәр.

Күпмелер ваҡыттан һуң ғаилә Иҫке Монасип ауылына күсеп килә. 1959 йылда Марат Ғизетдин улы Байназар урта мәктәбен тамамлай.

Ун класс белемле егет Ғәлиәкбәр ауылындағы мәктәптә башланғыс класс уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Шул осорҙа уҡ уның «мәктәп кешеһе» икәне күренә.

  • Пионер бүлмәһен тейешенсә йыһазландыра, ойошманың эшен йәнләндерә
  • Балалар менән ер-һыуҙы танып белеү буйынса походтар ойоштора
  • Ер-һыу атамалары тарихын өйрәнеү буйынса эш башлай
  • Балаларға эстетик тәрбиә биреү эше — һүрәт төшөрөү һәм һынлы сәнғәт менән мауығыу ошонда башлана

1968 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, тыуған районына ҡайта.

  • Уның мәғариф өлкәһендә эшмәкәрлеге Әтек һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башлана, икенсе йылына Байназар урта мәктәптәбенә директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары итеп күсерелә, рәсем дәрестәрен уҡыта.
  • Марат Ғизетдин улы балаларҙың ижади эштәре күргәҙмәләрен, Кесе Третьяковка — уҡыусыларҙы Рәсәйҙең һәм донъяның күренекле рәссамдары менән таныштырыуҙы ойоштора.
  • Ул яңы идеяларҙы башлап ебәреүсе була, тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойоштора, уҡыусылар менән мәктәпте һәм кластарҙы ҙур эстетик зауыҡ менән биҙәй.
  • 1974—1992 йылдарҙа Иҫке Монасип мәктәбендә эшләй. Кластан тыш эштәрҙе ойоштороусы була, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, дәрестәрен алып бара. Был йылдар уның ижади эшмәкәрлегенең иң һөҙөмтәле йылдары була.

Тиҙ арала ул уҡытыусы новатор булып таныла. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте, һынлы сәнғәте, экологик белем һәм тәрбиә биреү буйынса үҙ концепцияһын булдыра һәм тормошҡа ашыра.

  • Шәхестәрҙе белеү,
  • ер-һыуыбыҙҙы,
  • тарихыбыҙҙы өйрәнеү,
  • ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы ҡайтарыу,
  • тирә-яҡ мөхиткә, тәбиғәткә һәм Кешегә ихтирамлы ҡараш уятыу,
  • ошолар аша уҡыусыларҙы ижад итеүгә, эҙләнеүгә, фекер йөрөтөүгә,
  • донъяуи хәлгә һаҡсыл һәм иғтибарлы булырға өйрәтеү уның төп эш йүнәлештәре.

Был йүнәлештәрҙә Марат Муллағоловтың эштәрен һанап бөткөһөҙ:

  • мәктәптә бай тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороу,
  • Әтек ауылында легенда-риүәйәттәрҙә данланған легендар шәхес Алдар Иҫәкәевкә һәйкәл асыу,
  • Иҫке Монасип ауылында Хәйрулла сәсәнгә иҫтәлекле таш ҡуйыу,
  • Мәҙәниәт Министрлығы аша аҡса юллап алып ташландыҡ хәлгә килгән боронғо музейҙы тергеҙеү һәм башҡалар.

Марат Ғизетдин улының дәрестәре класс бүлмәһендә генә үтмәй, тәбиғәт ҡосағында дауам итә.

  • Уҡыусыларҙы экологияға,
  • археологияға,
  • тарихҡа,
  • тәбиғәттең матурлығын танып белеү аша ижадҡа ылыҡтыра.
  • 1992 йылдың ноябрендә Марат Ғизетдин улын, төҙөлә башлаған мәктәпте киләһе уҡыу йылына өлгөртөү маҡсаты менән, Яуымбай мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ай ярым эсендә бик ҙур эш башҡарып сығып, шул уҡ 1992 йылдың 15 декабрендә мәктәпте файҙаланыуға индерергә өлгәшә.

Уның тырыш хеҙмәте менән Яуымбай мәктәбе яңыса эшләгән өлгөлө мәктәп булып таныла. Уны «матурлыҡ мәккәһе» тип атайҙар.

Марат Муллағолов мәктәптә балаларға экологик тәрбиә биреү проблемаһын күтәргән тәүге уҡытыусы була.

  • 1982 йылда Таллин ҡалаһында,
  • 1983 йылда Әстерханда Бөтә Союз экологтар конференцияһында ҡатнаша һәм ошо темаға сығыш яһай.

Ошо өлкәләге эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең «Ҙур миҙал»ы, ә Иҫке Монасип урта мәктәбе «Бәләкәй миҙал» менән бүләкләнә.

Марат Ғизетдин улының педагогик эшмәкәрлеге менән күренекле ғалимдар ҡыҙыҡһыналар, мәктәпкә килеп уның эш алымдарын өйрәнәләр һәм хеҙмәтен юғары баһалайҙар.

Уның эш тәжрибәһе тураһында Рәсәй Фәндәр академияһының педагогик инновациялар институты академигы А. М. Цирюльников «Неопознанная педагогика» исемле китабында һоҡланып яҙып сыға.

Марат Ғизетдин улын «Башҡорттоң Сухомлинскийы» тип йөрөтәләр.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, М. Ғ. Муллағолов бай тәжрибәһен, тәрбиә мәсьәләләренә арналған яҙмаларын «Бөркөттәрем күңел күгендә» исемле китап итеп баҫтырып сығара. «Матурлыҡҡа табынам» тип исемләнгән икенсе китабы сәнғәт һәм эстетик тәрбиәгә арналған.

Баҫмаға әҙерләгән өсөнсө китабы донъя күрә алмай, 1972 йылдың 29 авгусында вафат була.

Ҡатыны Шамиғолова Зәкиә Мөҙәрис ҡыҙы биология һәм география уҡытыусыһы, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы, әлеге көндә хаҡлы ялда. Өлгөлө ғаиләләрендә бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Улдары Ишморат һәм ҡыҙҙары Зөлфиә атай юлын дауам итеп, икеһе лә Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлайҙар. Зөлфиәгә атаһынан һүҙ бәҫен, нескәлеген тәрән аңлай белеү күскән. Уның «Атай аманаты» исемле китабы баҫылып сыҡты.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1973 йыл социалистик ярыш еңеүсеһе (БАССР Мәғариф министрлығы коллегияһы Ҡарары
  • «9 -сы биш йыллыҡ ударнигы» билдәһе;
  • РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы, 1980 йыл;
  • БАССР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы — РОНО хеҙмәткәрҙәре, мәктәп директорҙарының Бөтә Союз смотр-конкурсын әҙерләүҙе һәм үткәреүҙе дөрөҫ ойошторғаны өсөн, 1983 йыл;
  • БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (БАССР ЮС Президиумының 1.10.1983 й. N6-2/251 номерлы Ҡарары)
  • БАССР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы — биология уҡытыусыларының Республика фәнни-ғәмәли конференцияһын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашлығы өсөн, 1989 йыл;
  • БАССР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика фәнни-ғәмәли конференцияны әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашлығы өсөн, 1991 йыл;
  • Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең "Ҙур миҙал"ы, ә Иҫке Монасип урта мәктәбе "Бәләкәй миҙал"ы менән бүләкләнә, 1980 йыл;
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы — үҫеп килеүсе быуынға белем һәм тәрбиә биреү эшенә индергән ҙур хеҙмәте өсөн, 2000 йыл

• Бөрйән районының “Таң” гәзитендә “Һай, дарманлы, дәртле ир…” мәҡәләһе, № 48, 1993 йыл 28 апрель.

• Бөрйән районының “Таң” гәзитендә “Бөйөктәр исемлегендә ине” һәм “Атайым менән һөйләшеү” мәҡәләләре, № 100, 2013 йыл 29 август. •