Эстәлеккә күсергә

Муллағолов Ғизетдин Ғилметдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Муллағолов Ғизетдин Ғилметдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1910
Тыуған урыны Иҫке Монасип
Вафат булған урыны Бөрйән районы
Һөнәр төрө уҡытыусы
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Муллағолов Ғизетдин Ғилметдин улы (1910[1] — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[2]. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордены кавалеры, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» (1943), «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945) миҙалдары менән бүләкләнгән.

Ғизетдин Ғилметдин улы Муллағолов 1910 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылдың 1 декабрендә Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 148-се гвардия артиллерия-миномет полкында ат ҡараусы булып хеҙмәт итә. «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған награда ҡағыҙында Муллағолов Ғизетдин тураһында былай тип яҙыла:

« Штаб батареяһының гвардия ҡыҙылармеецы Муллағолов Ғизетдин Ғилметдин улы 1944 йылдың 25 июлендә Тушув районында (Польша) дошмандың өс һалдатын әсирлеккә ала. Ул ҡараған аттар һәр ваҡыт көр, уларҙы ваҡытында ашата һәм таҙа тота.[3] »

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Батырлыҡ өсөн» миҙалынан тыш Муллағолов Ғизетдин Ғилметдин улы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985), «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» (1943), [«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945) миҙалдары менән бүләкләнә[4].