Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зәйтүнә Шәрипова битенән йүнәлтелде)
Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы
Тыуған көнө

10 июнь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (75 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Яңы Монасип ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

әҙәбиәт белгесе, балалар яҙыусыһы, телевизион тапшырыуҙар авторы һәм алып барыусыһы

Наградалары һәм премиялары

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).

Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы (10 июнь 1948 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, балалар яҙыусыһы, телевизион тапшырыуҙар авторы һәм алып барыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006). 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова 1948 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Бөрйән районының Яңы Монасип ауылында тыуған.

Аҫҡар һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, 1963—1967 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында уҡый.

Махсус белем алғас, Бөрйән районы мәктәптәрендә уҡытыусы, район мәғәриф бүлегенең инспекторы була.

1970 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында өлгөлө уҡыуы менән йәнәшә ғилми-тикшеренеү эштәренә әүҙем ылыға, әҙәби ижад менән дә шөғөлләнә.

1975 йылда университетты отличноға тамамлап, ҡыҙыл диплом алған юғары белемле йәш белгесте СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалына фәнни эшкә саҡыралар. Конкурсты уңышлы үтеп, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына кесе ғилми хеҙмәткәр вазифаһына даими эшкә ҡабул ителә һәм 1988 йылға тиклем туранан-тура фәнни эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнә.

Филология фәндәре кандидаты, аҙаҡтан докторы дәрәжәһен алған Зәйтүнә Шәрипова, ғилми учреждениеның боронғо ҡулъяҙмалар һәм китаптар бүлеген ойоштороуға күп көс һала һәм артабан был байлыҡты фәнни нигеҙҙә өйрәнеүгә ныҡлы иғтибар бирә.

Ул, төрлө экспедияларҙа ҡатнашыу менән бергә, башҡорт халҡы һәм боронғо шағир һәм яҙыусылар хаҡында кәрәкле материалдар туплау маҡсатында Мәскәү, Ырымбур, Омск һәм илебеҙҙең башҡа ҡалаларының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарында, архивтарында һәм китапханаларында ҙур эҙләнеү-тикшеренеү эштәре алып бара. Табылған мәғлүмәттәр ғалимдың йөҙҙән артыҡ фәнни хеҙмәтенә ныҡлы нигеҙ була.

1988 йылда төрлө яҡлап формалашҡан һәм бай тәжрибә туплаған филология фәндәре докторы дәрәжәһендәге ғалим Зәйтүнә Шәрипова киләсәктә балалар уҡытырға әҙерләнгән йәш быуынға фәнни белем биреү эшенә күсә: Башҡорт дәүләт педагогия институтының (2000 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) башҡорт филологияһы факультетында уҡытыусы була, аҙаҡтан башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире итеп һайлана.

Был вазифаны 1993 йылға тиклем башҡарып, артабанғы ғилми-педагогик эшмәкәрлеген үҙенең тыуған юғары уҡыу йорто — Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында дауам итә. 1997—1998 йылдарҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында директор булып эшләп ала.

Ғилми һәм ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалим булараҡ, Зәйтүнә Шәрипова төп иғтибарын башҡорт әҙәбиәте тарихын өйрәнеүгә бағышлай, уның фәнни нигеҙҙәрен өйрәнеүгә күп ваҡытын бүлә. Ғилми-тикшеренеүҙәре барышында археографик экспедицияларҙа ҡатнаша.

Әҙәбиәт өлкәһенә килгәндә, XIX быуатта һәм XX быуат башында йәшәгән Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәммәтша Буранғолов, башҡорт мәғрифәтсеһе, философ шағир һәм дин белгесе Шәмсетдин Зәки (Зәки Шәмсетдин Ярмөхәмәт улы) һәм уларҙан алданыраҡ йәшәп ижад иткән Әбелмәних Ҡарғалы (1784—1824), Мәнди Ҡотош-Ҡыпсаҡи, Һибәтулла Сәлихов (1794—1867) кеүек бөтөнләй тиерлек өйрәнелмәгән яҙыусы һәм шағирҙар тураһында бай мәғлүмәт туплай, уларҙың ижади мираҫын фәнни нигеҙҙә ентекләп тикшерә.

Бынан тыш, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән осоронда Ҡол Ғәли, Әбүс (Суфиянов Сабит Әбүсуфиян улы) һәм башҡа ҡайһы бер әҙиптәрҙең ҡулъяҙма әҫәрҙәрен тәртипкә килтерә һәм нәшер итеүгә әҙерләй.

1990—1996 йылдарҙа «Китап» нәшриәтендә баҫып сығарылған алты күп томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» тигән фәнни хеҙмәтте төҙөүҙә туранан-тура ҡатнаша һәм уның төп авторҙарының береһе була.

Институтта эшләү дәүерендә үҙенең фәнни тикшеренеүҙәре нигеҙендә Зәйтүнә Шәрипова әҙәбиәт белеме буйынса кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡлай.

Төрлө ғилми баҫмаларҙа, гәзит һәм журналдарҙа, дөйөм алғанда, 100-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт һәм фәнни-популяр мәҡәлә әҙерләп донъяға сығарған. Шулай уҡ күп кенә мәктәп дәреслектәренең, махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн әҙерләнгән уҡыу әсбаптарының авторҙашы.

Зәйтүнә Шәрипова башҡорт балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә әүҙем генә эшләп килә. Уның 1996 йылда «Китап» нәшриәте тарафынан баҫылған «Беҙҙең ғаилә» хикәйәләр китабы йәш уҡыусыларға бик оҡшаны, уның тураһында ата-әсәләр ҙә, балалар баҡсалары тәрбиәселәре лә үҙҙәренең ыңғай фекерен әйтте.

2010 йылдан үҙен тележурналистика өлкәһендә һынап ҡараған Зәйтүнә Шәрипова зәңгәр экран тамашасыларына «Байман» телетапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы булараҡ та яҡшы ғына танылып өлгөрҙө. Башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтенә арналған тәрән йөкмәткеле һәм күп файҙалы мәғлүмәттәр биреүсе был тапшырыуҙар циклын төрлө быуын вәкилдәре һәр саҡ көтөп ала.

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Беҙҙең ғаилә: Балалар өсөн хикәйәләр. — Өфө: Китап, 1996. — бит.

Матбуғатта баҫылған мәҡәләләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).

Өҫтәлмә мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]