Эстәлеккә күсергә

Мәнди Ҡотош-Ҡыпсаҡи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәнди Ҡотош-Ҡыпсаҡи
татар. Мәнди Котыш Кыпчакый
Тыуған көнө

1763({{padleft:1763|4|0}})

Тыуған урыны

Нуғай даруғаһы, Ҡыпсаҡ улусы, Бесәнсе ауылы[1]

Вафат булған көнө

1849({{padleft:1849|4|0}})

Вафат булған урыны

Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе, Бөрйән улусы, Кинйәабыҙ ауылы[2]

Мәнди Ҡотош-Ҡыпсаҡи (1763—1849) — башҡорт суфый шағиры.

Мәнди бине Ҡотош бине Туҡтағол бине Туҡсаба бине Туиш бине Тағанаш тархан Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы Бесәнсе ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Хоҙайбирҙин ауылы) тыуған, тархан нәҫеленән[3].

Башҡа мәғлүмәттәр буйынса хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Яңы Бесәнсе ауылында донъяға килгән, 1816 йылғы ревизия материалдарына ярашлы был ауыл Ырымбур губернаһы һәм өйәҙе 9-сы башҡорт кантонының 2-се бүлеге 13 класлы кантон ярҙамсыһы старшина Буранбай Бураҡаев командаһына ҡараған. Барлығы ике йорт булып 14 ир һәм 12 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. Беренсе йортта Бесәнсе Ҡотошов (1755 йылғы) ғаиләһе һәм Мәнди Ҡотош ҡатыны, 3 улы, 2 ҡыҙы менән йәшәй. 1834 йылда 17 ир һәм 20 ҡатын–ҡыҙ, 1859 йылда 24 ир һәм 22 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Был ауыл кешеләре бер аҙ ваҡыттан күрше Түкән ауылына күсеп килә. Мәнди Ҡотоштоң 4 улы һәм 5 ҡыҙы була. Икенсе ҡатыны үҙенән 31 йәшкә кесе була. Уның биографияһын яҙыусылар гел бутап Күгәрсен районы Бесәнсе (Хоҙайбирҙин) ауылында тыуған тип йөрөтәләр. Был төптө хата. Был турала тулы мәғлүмәт юғарыла бирелде. Мәнди Ҡотош тәүҙә ҡурайсы–сәсән булараҡ таныла. Мәҙрәсәлә ғилем алғандан һуң шиғырҙар яҙа башлай. Үҙе тураһында ул былай ти: Уның иле раҫ башҡорд, ырыуы ҡыпчаҡдыр мәшһүр, Күңеле иман ила мәғмүр Дәште-Болғар эсендә…

Мәнди Ҡотош үҙенең ижадында ғәҙеллек өсөн сығыш яһай. Ике йөҙлө, ҡарун,наҙан байҙарҙы, дин әһелдәрен тәнҡитләй. Бындай әшәкелектән таҙарыныу юлын ул тик дин тотоу, шәриғәт ҡанундарын ҡәтғи үтәү аша күрә һәм үҙенең шиғырҙарында ул шуға саҡыра. XVIII- XIX быуаттарҙа суфыйсылыҡ күренеше күп башҡорт шағирҙары ижады өсөн хас. Уның шиғырҙары Шәмсетдин Зәки, һәм Мөхәмәт бин Алтынсура Юлдаши кеүек шағирҙарыбыҙҙың ҡараштарын формалаштырыуҙа туранан-тура йоғонто яһай.

Мәнди Ҡотош 86 йәшендә вафат була һәм 2-се Кинйәабыҙ зыяратында ерләнә. Шағирҙың тормошо һәм ижады менән тығыҙ бәйләнгән – Бесәнсе лә, Түкән дә,1-се Кинйәабыҙ ҙа – бөгөнгө көндә береһе лә юҡ. Тик ергә батҡан, ҡыйшайған ҡәбер таштары ғына был урында ҡасандыр үҙенең атаҡлы кешеләре менән гөрләп торған ауыл булыуы тураһында һөйләй.

Мәнди Ҡотоштоң ҡәбер ташындағы яҙыуҙа уның исемен сихыр мулла тип башлап ебәреү, шағирҙың тылсымлы көскә эйә булыуын әйтеп тора. Шағирҙың шәжәрәһе: Тағанаш тархан — Туйыш — Туҡсаба — Туҡтағол — Ҡотош — 1-се ул — Бесәнсе (1755—1821) — Абдулхалиҡ (1789 йылғы), уның улы — Шаһиәхмәт; 2-се — Мәнди (1763—1849) — уның 5 ул: 1-се ул — Мөхәмәтйәр (1798 йылғы), уның улы — Мөхәдәр (1824 йылғы); 2-се ул — Мөхәмәтрәхим (1805—1833), 3-сө ул — Ғайнулла (1833 йылғы), 4-се ул — Арыҫланғәли (1824 йылғы), 5-се ул — Мырҙагилде (? — 1910).