Ямалиев Ким Мәсғүт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ямалиев Ким Мәсғүт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 декабрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Каттакурган[d], Үҙбәкстан
Вафат булған көнө 8 март 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө физик
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ямалиев Ким Мәсғүт улы (18 декабрь 1928 йыл8 март 2012 йыл) — физик. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ким Мәсғүт улы Ямалиев 1928 йылдың 18 декабрендә Үзбәк ССР‑ының Ҡатты‑Ҡурған ҡалаһында тыуа. Бәләкәй сағында уның ғаиләһе Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Сәйҙебаш ауылына күсеп килә. Күп балалы ғаиләлә үҫә һәм тәрбиәләнә.

Сәйҙебаш мәктәбендә етенсе класты тамамлай. Күҙәй мәктәбендә урта белем ала[2].

1959 йылда Свердловск ҡалаһында Горький исемендәге дәүләт университетын, һуңынан Мәскәүҙә Үҙәк ҡара металлургия ғилми-тикшеренеү институтының металдар физикаһы институты аспирантураһын тамамлай[2].

Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

Урал университетын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетында эшләй. 1967 йылдан алып Геология институтында (1969 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр), 1976 йылда — ИПТЭР-ҙа: өлкән, 1991 йылда — баш ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1989 — 2005 йылдарҙа лаборатория мөдире[1].

К.Ямалиев үҙен тулыһынса фәнгә бағышлай: Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, һуңынан физика-математика өлкәһендә ғилми эш менән шөғөлләнә. Ким Мәсғүт улы 40 йылға яҡын Өфө энергоресурстарҙы транспортлау проблемалары институтында ғилми эш алып бара.

Ким Мәсғүт улы Ямалиев 2012 йылдың 8 мартында Өфөлә вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эшмәкәрлеге металл физикаһына арналған. Ямалиев тарафынан оҙаҡ файҙаланылған магистраль нефть үткәргес торбаларының иҫкереүе һәм деформацияланыуы процестарының законлыҡтары, шартлатып ҡырҡыу ваҡытында шартлау энергияһының торба металына тәьҫире тикшерелгән, нефть үткәргестәрҙең ҡалдыҡ ресурсын баһалау методикаһы һ.б. [1].

Уның етәкселегендә «Өфө-Әлмәт-Куйбышев», «Өфө-Әлмәт-Горький», «Дуҫлыҡ», «ТОН-1» нефть үткәргестәренең техник торошо билдәләнә һәм уларҙы артабан файҙаланыу, ҡайтанан һынау һәм ремонтлау буйынса тәҡдимдәр эшләнә. Магистраль нефть үткәргестәрҙә 15 авария сәбәптәрен фәнни яҡтан нигеҙләй, 1982 йылда Оло Теләк районында авария сәбәптәрен экспертизалауҙа ҡатнаша[3]. 80-дән ашыу баҫма хеҙмәт, шул иҫәптән 4 монография, 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. 1983 йылда И.М. Губкин исемендәге премия лауреаты була[2].

Ғалимдар советы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре.
  • И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1983)

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Диффузное рассеяние рентгеновских лучей стареющими сплавами. М., 1973;
  • Старение труб нефтепроводов. М., 1995 (авторҙ.);
  • Трещиностойкость металла труб нефтепроводов. М., 2001 (авторҙ.).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]