Эстәлеккә күсергә

Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры
Тармаҡ креативная экономика[d]
Нигеҙләү датаһы 22 декабрь 1906
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Ғәлиәскәр Камал
Дәүләт  Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Архитектура стиле брутализм[d]
Адрес 420021, Россия, Татарстан, г.Казань, ул. Татарстан д.1
Рәсми сайт kamalteatr.ru
Тасуирлау биттәре theatre-museum.ru/theate…
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 13 700 ± 99[1]
Карта
 Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры Викимилектә

Файл:Камал театры.jpg

Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры (татар. Галиәсгар Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры) — Ҡазан ҡалаһындағы театр.

1906 йылдың 22 декабрендә Ҡазанда тамашасыларға беренсе татар спектакле күрһәтелә. Был көн татар театрының барлыҡҡа килеү датаһы булып тора.

1907 йылдың яҙында Ырымбурҙа, 1905 йылда уҡ ҡуйылырға тейеш булып та, реакцион көстәр ҡаршылығы арҡаһында ҡуйылмаған «Ғилимлелек вә наҙанлыҡ» (А. Островский буйынса) һәм «Морат Сәлимов» (Фатих Халиди) спектаклдәре уйнала. Ҡазанда Татар уҡытыусылыҡ мәктәбен тамамлаған күренекле шәхес, талантлы музыкант һәм йырсы Ильяс Ҡудашев-Ашҡаҙарский тарафынан ойошторолған һәм алдынғы ҡарашлы татар егеттәренән торған төркөм шул уҡ йылды Волга буйлап беренсе гастролгә сыға. Был төркөм һуңыраҡ «Сәйәр» исемен алған беренсе профессиональ татар театр труппаһы була.

Артабан Түбәнге Новгородта труппаға «беренсе татар ҡатын-ҡыҙ артисы» булып таныласаҡ Сәхибъямал Ғиззәтуллина-Волжская һәм «Сәйәр» труппаһының буласаҡ етәксеһе 21 йәшлек приказчик Миңлебай Хәйруллин ҡабул ителә. «Сәйәр» тигән атаманы труппаға 1908 йылда труппаға Ғабдулла Туҡай ҡуша (күсеп йөрөүсе йондоҙ мәғәнәһендә). Татар театры быуат буйы атамаһына тоғро ҡалып ил гиҙә; ул Мәскәү, Петербург, Баҡы, Өфөлә, Волга буйы, Урал, Себер, Ҡаҙағстан, Урта Азия ҡалаларында һәм Балтик буйы республикаларында, алыҫ сит илдәрҙә гастролдәрҙә булып, милли-мәҙәни вазифаһын оло фиҙакәрлек менән башҡара.

1918 йыл аҙағына тиклем «Сәйәр» исемен йөрөткән татар театр труппаһы артистары, бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп, осор ҡаршылыҡтары һәм фәҡирлек менән көрәшә-көрәшә 10-12 йыл эсендә тормошсан, халыҡсан, рухи тәрбиә сығанағы булып етешкән милли театр барлыҡҡа килтерә һәм уны ысын сәнғәт юғарылығына күтәрә. Драматургтар Ғәлиәскәр Камал, Ғаяз Исхаҡи, Шәриф Камал, Мирхәйҙәр Фәйзи, Фәтхи Бурнаш, Кәрим Тинчурин, Мольер, Фридрих Шиллер, Уильям Шекспир, Николай Гоголь, Антон Чехов, Максим Горький, Александр Островский әҫәрҙәрендә Ғ. Ҡарыев, С. Ғиззәтуллина-Волжская, Н. Саҡаев, В. Мортазин-Иманский, Г. Болгарская (Өммөгөлсөм Мостафина), Ф. Сәмитова, Б. Болгарский (Ғабделбарый Фәйзуллин), Ф. Ильская, К. Шамил, З. Солтанов, Н. Таждарова, Н. Арапова, Ә. Кулалаев, Ғ. Манғушева, Камал I (Ғабдулла Камалетдинов), Камал II (Ғабдрахман Камалетдинов), С. Байкина, Ш. Шамильский (Шакир Вахитов), Ә. Синәева, С. Айҙаров кеүек йәштәр, күбеһенең махсус театр белеме булмаһа ла, талантлы етәкселәр һәм рус театрының тормош мәктәбе үрнәгендә (бында «Сәйәр» труппаһының эшмәкәрлегендә ҡатнашҡан Н. Зимовой, А. Михайленко, А. Загорский, М. Громов һ. б. рус режиссёрҙарының, артистарының да өлөшө бар) ижади яҡтан үҫә, профессиональ оло артист булып өлгөрә.

1912 йылда С. Ғиззәтуллина-Волжская, «Сәйәр» төркөмөнән китеп, Өфөлә «Нур» исемле тағы бер татар театр труппаһы ойоштора. Ырымбур ҡалаһында 1915 йылда В. Мортазин-Иманский етәкселегендә өсөнсө татар театры — «Ширҡәт» труппаһы эшләй башлай. Шулай итеп, 1917 йылғы Октябрь революцияһына тиклем татар театры ил күләмендә танылып өлгөрә һәм уның менән ҡыҙыҡһыныусылар арта.

1917 йылғы революцияға Ғ. Ҡарыев етәкселегендәге «Сәйәр» төркөмө Рәсәй күләмендә танылған, театр белгестәре, тәнҡитселәр күҙлегенән дә ижади өлгөргән, иң мөһиме, тамашасыларҙың мөхәббәтен ҡаҙанып, матди яҡтан да иркен һулыш алған труппа булып килеп инә. Был ваҡытта театрҙы айырым биналы итеү сараһы ла күрелә башлай. Октябрь революцияһы театр тормошона яңы боролош, яңы һынауҙар алып килә. Ҡыҫҡа ғына арала бер нисә исем алмаштырып, театр үҙгәрештәр осоронда үҙенең әүҙем эшмәкәрлеген дауам итә.

Граждандар һуғышы йылдарында артистар фронт бригадаларында күсмә шарттарҙа эшләй; Урта Азиялағы туғандаш республикаларҙың милли театрҙарына юл күрһәтеүселәр ҙә, бөтә илдә тиҫтәләгән татар театры барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе һәм уларға ярҙам итеүселәр ҙә татар артистары була.

1922 йылда «Сәйәр» труппаһы нигеҙендә һәм уға төрлө яҡтарҙан, төрлө труппаларҙан (мәҫәлән, «Аң» труппаһынан) артистар, драматургтар, музыканттар тупланыу һөҙөмтәһендә дәүләт театры төҙөлә. Ул «Ҡыҙыл Октябрь исемендәге беренсе татар дәүләт өлгө драма театры» тип атала, Ғ. Ҡарыевтың шәкерте артист, режиссёр, драматург К. Тинчурин уның етәсеһе итеп ҡуйыла. 1926 йылда театр академия исеменә лайыҡ була, ә 1939 йылда Ғәлиәскәр Камалдың 60 йыллыҡ юбилейы уңайы менән театрға уның исеме бирелә.

19201930 йылдар - театр эшмәкәрлегендә эҙләнеүҙәр, тәжрибәләр осоро. Драматург Ф. Сәйфи-Ҡазанлы һүҙҙәре менән әйткәндә: «Беҙең театрҙа ... романтизм да, футуризм да бар, ләкин театрҙың 99 процент — реалистик». Халыҡ тормошонан алып яҙылған мелодрамалар, сит ил классикаһынан Шекспир әҫәрҙәре, көнүҙәк темаларға милли һәм тәржемә ителгән пьесалар репертуарҙы тотороҡландыра.

1923 йылда Ҡазанда театр техникумы асыла һәм татар театрына артистар әҙерләй башлай. 1926 йылда труппа техникум тамамлаған беренсе артистар Ғәлиә Булатова, Ғәлиә Ниғмәтуллина, Ғәлиә Кайбицкая, Хәким Сәлимйәнов кеүек йәш таланттар менән тулылана. 1930 йылда театр Мәскәүҙә СССР халыҡтары театрҙары Олимпиадаһында ҡатнаша. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, режиссураға яңы талаптар ҡуйыла һәм махсус юғары белемле режиссёрҙар әҙерләү өсөн талантлы йәштәр Мәскәүгә уҡырға ебәрелә. 1928 йылда татар театры махсус йыһазландырылған уңайлы бинаға күсә (Горький урамы, 13-сө йорт).

  • 1986 йылдың 5 ноябрендә театрҙың яңы бинаһы тантаналы асыла[2].

Театр директорҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 19231924 Зәки Баязитский (Вәлиев) (18891959), Хеҙмәт Геройы (1926).
  • 19271928 Фәтхи Бурнаш (18981942)
  • 19281929 М. Зәйетов
  • 19301931 З. Ғәлиев
  • 1934 Рамазанов
  • 19361938 М. Йосопов, Я. Рыжакин, Заборский, Дәминов
  • 1938 Дәүләтшин
  • 19381945 Х. Алханов
  • 19481951 Г. Контюков
  • 19511958 Кәрим Ғилманов (19131964), ТАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957).
  • 19581963 Нәжип Ғәйнуллин (19121969), РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1957), ТАССР-ҙың халыҡ (1950) артисы.
  • 19631964 И. Сабитов
  • 19641975 Рәшиҙә Йыһаншина (19172013), РСФСР-ҙың (1981), ТАССРҙың (1966) халыҡ артисы.
  • 19761982 Әзһәр Хөсәйенов (12.08.1941), ТР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
  • 19821983 Н. Хәйруллин
  • 19831984 Роберт Әбелмәмбәтов (1942), ТАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986).
  • 19852012 Шамил Закиров (19452012), РФ-тың һәм ТАССР-ҙың (1991) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
  • 2012 йылдан Илфир Яҡупов (25.05.1982)[3][4]
  1. И. Илялова. Камал театры артистлары. Казан: ТКН, 1999. ISBN 5-298-00708-2
Commons
Commons

Wikimedia Commons: Category:Kamal Tatar Academic Theatre