Һиҙиәтов Ишмырҙа Хәйернур улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һиҙиәтов Ишмырҙа Хәйернур улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 октябрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Ҡужан, Таштимер ауыл Советы (Әбйәлил районы), Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 9 февраль 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө тикшеренеүсе, хирург
Уҡыу йорто БДМУ

Һиҙиәтов Ишмырҙа Хәйернур улы (28 октябрь 1933 йыл Ҡужан ауылы, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы — 9 февраль 2003 йыл, Башҡортостан Республикаһы, Өфө) — совет, Рәсәй ғалим-хирургы, онколог. Башҡортостанда тәүге хоспис төҙөткән табип. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишмырҙа Хәй(е)рнур улы Һиҙиәтов 1933 йылдың 28 октябрендә Әбйәлил районы Ҡужан ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән Ишмырҙа ете йәштән әсәһенә ҙур ярҙамсы була. 1948 йылда Әбйәлил районы Салауат урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлай.

Әбйәлил районы Ҡужан ауылы яғындағы тауҙар

1948—1951 йылдарҙа Темәс педагогия училищеһында уҡый. Училищела уҡығанда уны «Ҡот» тип йөрөтәләр, сөнки ул көслө рухлы, нимәгә тотонһа, шуны булдыра алған егет була. Ике йыл Әбйәлил рәйоны Таштимер мәктәбендә физика менән математика уҡытҡандан һуң, ул Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Дауалау факультетында яҡшы уҡыған студент Ишмырҙа Һиҙиәтов бокс, парашют спорты, трамплиндан һикереү спорты кеүек спорт төрҙәре, фото төшөрөү менән шөғөлләнә. Хирургия буйынса түңәрәктәргә йөрөй, был буласаҡ табипҡа ғилми юлын табырға ярҙам итә[3].

1959—1961 йылдарҙа Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы дауаханаһында эшләй, И.Һиҙиәтов ул осорҙа районда берҙән-бер операциялар эшләүсе хирург була. Ул травматология, урология, гинекология, нейрохирургик йүнәлештәге операциялар эшләп, бай тәжрибә туплай. Бында уның улы, буласаҡ медицина фәндәре докторы Илдар Һиҙиәтов тыуа.

1961 йылда Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы уны Баймаҡ районы Целинный участка дауаханаһына ебәрә, бында Һиҙиәтов операциялар эшләүҙе яйға һала.

1963 йылда ул клиник ординатураға инә, хирургия буйынса белемен камиллаштыра. Ординатуранан һуң профессор А. С.Дәүләтов кәңәше буйынса аспирантураға уҡырға инә.

1965—1968 йылдарҙа ул аспирантурала уҡый, был осорҙа уға тура, йыуан эсәк шештәренә бик күп операциялар эшләргә тура килә.

Операция бара

1969 йылда Ишмырҙа Хәйернур улы «Модификация и обоснование эвагинационного метода резекции прямой кишки по И. И. Грекову» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[4].

Диссертация яҡлағандан һуң ул дөйөм хирургия кафедраһында ассистент булып эш башлай (кафедра мөдире профессор М. А. Ғәлиев). 1981 йылда уға доцент исеме бирелә.

Медицина университетында эшләгән дәүерҙә И. Х.Һиҙиәтов үҙен киң мәғлүмәткә эйә, юғары квалификациялы белгес, ғалим, педагог итеп таныта. Ул философия, психоанализ, медицина тарихы, спорт менән ҡыҙыҡһына.

И. Х.Һиҙиәтов 80 фәнни хеҙмәт авторы, уға 3 уйлап табыу эше тураһында таныҡлыҡ бирелгән. Рәсәй, Башҡортостан күләмендәге бик күп фәнни конференцияларҙа ғалим Ишмырҙа Һиҙиәтов үҙ асыштары менән башҡа табиптарҙы таныштыра.

Ишмырҙа Хәйернур улы- Башҡортостанда колопроктологияға нигеҙ һалған ғалимдарҙың береһе.

1983 йылда уға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы тигән маҡтаулы исем бирелгән.

Башҡортостанда тәүге хоспис директоры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбйәлил районы Ҡужан ауылы

1994 йылда И.Һиҙиәтов бик күптәрҙе аптыратып, Өфөлә яйға һалынған тормошон ҡалдырып, тыуған яғына ҡайтып китә. Әбйәлил районы үҙәк дауаханаһында ул табип булып эш башлай. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып дауахана- хоспис төҙөү эшен башлап ебәрә (тыуған ауылы Ҡужанаға яҡын Әбйәлил районы Салауат (Әбйәлил районы) ауылында). Бер нисек тә дауалап, аяҡҡа баҫтырып булмаған ауыр сирлеләрҙең аяныслы хәлен күреү Ишмырҙа Һиҙиәтовты электән борсой. Уларҙың хәлен еңеләйтеү, ғаиләләрен был аясныслы хәлдә ярҙамһыҙ ҡалдырмау йәһәтенән башҡарыла был эш. Һиҙиәтовҡа аҡса эҙләргә, төҙөлөшкә етәкселек итергә тура килә.

2000 йылдың декабрендә ул Башҡортостанда тәүге хосписты аса, уның тәүге директоры ла була (2000—2003). Был хосписта Башҡортостандан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә сирлеләр ярҙам ала.

И. Х. Һиҙиәтов үҙ эше һөҙөмтәләре менән Мәскәү, Истанбулда үткән паллиатив ярҙам буйынса фәнни конференцияларҙа ҡатнаша, улар тураһында ентекләп һөйләй. Хосписҡа Мәскәүҙән белгестәр килә башлай.

2001 йылда уға Әбйәлил районының «Йыл кешеһе» тигән исем бирелә.

2002 йылда Ишмырҙа Һиҙиәтов «Почет» ордены менән бүләкләнә .

Ишмырҙа Хәйернур улы Һиҙиәтов — ауыр сирлеләргә ярҙам итеү эшен үҫтереүгә, Рәсәйҙә хоспис эшен булдырыуға һиҙелерлек өлөш индергән шәхес.

Ишмырҙа Һиҙиәтов көтмәгәндә бесән тейәлгән машина башынан йығылып төшөп, ҡазалана. 2003 йылдың 9 февралендә вафат була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны — Венера Фәрит ҡыҙы-табип-аллерголог.

Улы- Һиҙиәтов Илдар Ишмырҙа улы, (1960), ғалим-хирург. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2011 йылдан топографик анатомия һәм оператив хирургия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2000 йылдан Өфөләге 2-се Республика клиник дауаханаһы табибы. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2002). Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында тыуған.

Ҡыҙы Гөлнур Ишмырҙа ҡыҙы-табип.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]