Трубанов Владимир Евгеньевич
Трубанов Владимир Евгеньевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 28 октябрь 1976 |
Тыуған урыны | Салауат, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 19 август 1996 (19 йәш) |
Вафат булған урыны | Грозный, Рәсәй |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Первая чеченская война[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Трубанов Владимир Евгеньевич Викимилектә |
Трубанов Владимир Евгеньевич (28 октябрь 1976 йыл, Салауат — 19 август 1996 йыл, Грозный) — рядовой, пулемёт тоҫҡаусыһы, Рәсәй Федерацияһы Геройы (үлгәндән һуң).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1950—1960 йылдарҙа ғаилә Салауат ҡалаһы Чапаев урамында йәшәй. Атаһы, Трубанов Евгений Викторович, радиоһәүәҫкәр була. Ошо мауығыуы уға олатаһынан, Виктор Спиридоновичтан килгән. Виктор Спиридонович, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, Салауатнефтеоргсинтез комбинатында (Салауат нефтехим Газпром) контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика цехында эшләгән. Өләсәләре, Трубанова Лидия Павловна һәм Дроздова Александра Павловна Салауатта айырым йәшәгәндәр. Лидия Павловна Салауат интернатында эшләгән — балет бейеүҙәре буйынса уҡытыусы булған. Виктор Спиридонович менән Лидия Павловнаның дүрт балаһы була — Валентин, Оля, Женя, Таня. Владимирҙың әсәһе — Трубанова Тамара Григорьевна. Володяның ата-әсәһе зыялый һәм белемле кешеләр булған. Володяның ир туғаны, Виктор Евгеньевич, әлеге көндә Салауат ҡалаһынды йәшәй.
Владимир 15-се һанлы урта мәктәптең 8 синыфын (1991) һәм Салауатта 19-сы һанлы махсус профессиональ-техник училищены (1994) тамамлаған . Тренер Лапшин Александр һәм остазы Затылкин Сергей етәкселегендә картинг менән шөғөлләнә. Был спорт төрө буйынса Башҡортостан чемпионы булып, Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итергә китә.
1995 йылдың мартында хәрби хеҙмәттә була. Мариинскта йәш һалдаттар курсын үтә. Себер округының Рәсәй Федерацияһы эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Ике тапҡыр Чечняла хеҙмәт командировкаһында була.
Владимирҙың хәрби һөнәре — БРДМ (хәрби разведка күҙәтеү машинаһы) тоҫҡаусыһы. Беренсе өс айлыҡ командировка ваҡытында Володя ауырып китә, Салауат ҡалаһына өйөнә ҡайтып дауалана. Дауаланғандан һуң полкка хеҙмәтенә кире ҡайта.
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1996 йылдың июль аҙағында Себер округы эске ғәскәрҙәренең йыйылма полкы Кавказға бара, ә иртәнсәк 6 августа полк подразделениелары тревога менән күтәрелә. Боевиктар Грозный ҡалаһына һөжүм иткән, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең эштәрен тотҡарлаған. Себер кешеләре казармала тулыһынса тиерлек ҡамауҙа була. Казармаға яҡын килеүсе йәки казарманан китеүсе теләһә ниндәй төр транспорт көслө ут аҫтына эләгә. 2 аҙна үткәс, хәл ныҡ киҫкенләшә: аҙыҡ-түлек бөтә, һыу, яҡтылыҡ һүндерелә, яралыларҙы алып сығырға ярамай. БРДМ ышығы аҫтында һалдаттарҙы һыуға ебәрәләр, унда Трубанов та була. Бронемашинаның тәгәрмәсенә аталар, әммә ул хәрәкәтен дауам итә.
Аяғы яраланған булыуына ҡарамаҫтан, рядовой Трубанов БРДМ пулемётынан атыуын дауам итә. Мөмкин тиклем оҙағыраҡ сыҙап тороу кәрәклеген ул яҡшы аңлай. Ротаның күҙе алдында ярты сәғәт тигеҙ булмаған һуғыш бара, егеттәр Володяға ярҙам итә алмағанлыҡтан илай. Володя ут менән ярҙам итә, әммә боевиктарға бронетранспортерҙы шартлатырға насип була, һәм ул яна.
1996 йылдың 19 авгусында Грозный ҡалаһының урам һуғыштарында, яндырылған БРДМ-дан хеҙмәттәштәренең ситкә китеүен ҡаплап, һәләк була. Төньяҡ-Кавказ төбәгендә ғүмере өсөн хәүеф менән бәйле шарттарҙа хәрби бурыстарын үтәгән ваҡытта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн рядовой Трубановҡа 1998 йылдың 26 ғинуарында (үлгәндән һуң) Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. Е. Трубанов Салауат ҡалаһы ззыяратының 16-сы кварталында ерләнгән[1].
- РФ эске эштәр министрлығының бойороғо менән ул хеҙмәт иткән Себер округы Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәрендәге 5427-се ғәскәри частең исемлегенә мәңгелеккә индерелгән
- Трубановтың исеме Башҡортостан Республикаһында тыуып, XX быуаттың локаль һуғыштарында һәләк булыусыларҙың, Өфөлә, Еңеү паркындағы Һәйкәлендә уйып яҙылған.
- Новосибирск ҡалаһында Трубановтың исеме хәрби бурысын үтәп һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр исеме хөрмәтенә мемориалда мәңгеләштерелгән.
- Трубанов йәшәгән Космонавтар бульварындағы 16-сы йортта иҫтәлекле таҡтаташ асыла. Иҫтәлекле таҡтаташ ул уҡыған 19-сы һанлы профессиональ-техник училище бинаһында ла асыла.
- Салауат ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейында В. Е. Трубанов батырлығына арналған бүлек асыла.
- 15-се мәктәптә Трубанов музейы эшләй.
- Салауат ҡалаһының 19-сы профессиональ-техник училищеһы Трубанов исемен йөрөтә.
- Салауат ҡалаһының Ағиҙел мәҙәни-ял итеү үҙәгендә Трубанов иҫтәлегенә арналған традицион булған бокс буйынса турнирҙар[2] үтә.
- Салауат ҡалаһында «Мәңгелек ут» мемориалында батыр тураһында иҫтәлекле таҡтаташ асыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ На могиле героя(недоступная ссылка)
- ↑ Турнир по боксу памяти В. Трубанова
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Герои нашего времени (О Героях России - уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. - Уфа : Китап, 2016. - 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Трубанов Владимир Евгеньевич . «Герои страны» сайты.
- Трубанов Владимир Евгеньевич, фильмы о Герое. 2012 йыл 12 сентябрь архивланған.
- Цена победы - жизнь 2016 йыл 4 март архивланған.
- Герои России в Башкортостане(недоступная ссылка)
- Память о В. Трубанове