Дворкин Владимир Исаакович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Дворкин Владимир Исаакович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Flag of Bashkortostan.svg Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 28 октябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим, геофизик
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Дворкин Владимир Исаакович (28 октябрь 1954 йыл, Октябрьский ҡалаһы) — сәнәғәт эшмәкәре, ғалим-геофизик, техник фәндәр докторы (2003). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (1997), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2005)[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Владимир Исаакович Дворкин 1954 йылдың 28 октябрендә Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуған.

1977 йылда инженер-электрик һөнәре алып Өфө авиация институтын тамамлай. 2002 йылда "Махсус конструкциялы скважиналарҙа нефть запастарын сығарыуҙы геофизик контролдә тотоу" темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].

Институтты тамамлағандан һуң Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институтының (Тверь) Калинин бүлексәһендә, 1980 йылдан «Башнефтегеофизика» тресында эшләй.

1983 йылдан - «Геофизика» ғилми-етештереү фирмаһында (Өфө): 1990 йылдан - өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1991 йылдан - нефть биреүсәнлекте арттырыуҙы контролдә тотоу электрометрияһы лабораторияһы мөдире, 1998 йылдан - инженер-етештереү үҙәге директоры, ә 2005 йылдан - бүлек мөдире; бер үк ваҡытта 2005 йылдан - Өфө дәүләт авиация техник университетының геофизика кафедраһы мөдире[2].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни-производство эшмәкәрлеге ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу маҡсатында нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙе комплекслы анализлау менән бәйле. Дворкин Владимир Исаакович тарафынан скважиналарҙы геофизик тикшереүҙәр ҡулланып коллекторҙарҙың тулылығын билдәләү, нефть запастарын эшләп сығарыуҙы контролдә тотоу технологиялары эшләнә. Уның етәкселегендә ғәмәлдәге һәм буш торған скважиналар өсөн техник саралар һәм импульслы нейтрон каротаж һәм термометрия ярҙамында, шул иҫәптән объект интервалында быяла пластик торбалар менән ултыртылған скважиналар селтәре аша нефть запастарын сығарыуҙы контролдә тотоу методикалары уйлап табыла һәм геофизика сервис компанияларына тапшырыла. Фәнни эшенең төп йүнәлештәре - нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе контролдә тотоу өсөн ағым үлсәү, гамма-каротаж, индукцион, импульслы нейтрон һәм ядро-магнит каротаж ысулдарын ҡулланыу. 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 8 методик ҡулланма авторы[3][4].

Хеҙмәттәре[5][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Геофизический мониторинг разработки нефтяных пластов, обсаженных стекло-пластиковыми трубами. Өфө, 2001.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[2][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияның почетлы нефтсеһе (1997).
  • Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почетлы хеҙмәткәре (2005).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]