Әхмәтйәнов Динир Әсғәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәтйәнов Динир Әсғәт улы
Тыуған көнө

28 октябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районы, Ҡырҙас ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әхмәтйәнов Динир Әсғәт улы (28 октябрь 1957 йыл) — партия, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 2014—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры, 2017—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең етәксе урынбаҫары. 1995—2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Динир Әсғәт улы Әхмәтйәнов 1957 йылдың 28 октябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында тыуған.

Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Урал социаль идара һәм политология институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1979 йылда ВЛКСМ-дың Әбйәлил район комитетында ойоштороу бүлеге инструкторы булып башлай.

  • 1980—1981 йылдарҙа — халыҡ депутаттарының Амангилде ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе.
  • 1981—1987 йылдарҙа — «Заветы Ильича» колхозының партком секретары.
  • 1987—1990 йылдарҙа — КПСС-тың Әбйәлил район комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдире, ойоштороу бүлеге инструкторы, II секретары.
  • 1990—1991 йылдарҙа — Свердловск Юғары партия мәктәбенең көндөҙгө бүлеге тыңлаусыһы, РСФСР Коммунистар партияһының Әбйәлил район комитетының беренсе секретары.
  • 1991—1992 йылдарҙа — халыҡ депутаттарының Әбйәлил район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.
  • 1992—1995 йылдарҙа — Әбйәлил районының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы урынбаҫары, «Красная Башкирия» яуаплылығы сикләнгән ширҡәте директоры.
  • 1995—2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Аграр мәсьәләләр, аҙыҡ-түлек, экология, тәбиғәт ресурстары һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.
  • 2008—2011 йылдарҙа — Өфөнөң Ленин районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе.
  • 2011 йылдың майынан алып 21 июненә тиклем — Бөрйән районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.[1]
  • 2011 йылдың 21 июненән алып 2014 йылдың 29 майына тиклем Бөрйән районы хакимиәте башлығы.
  • 2014 йылдың 29 майынан — 2017 йылдың 21 октябренә тиклем Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры.
  • 2017 йылдың 21 октябренән — 2019 йылдың сентябренә тиклем[2] Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең етәксе урынбаҫары (2017)[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]