Эстәлеккә күсергә

Мырҙанов Марат Мырҙан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мырҙанов Марат Мырҙан улы

Мырҙанов Марат Мырҙан улы (28 октябрь 1937 йыл — 25 сентябрь 2012 йыл) — ғалим-хирург. 1971—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986—1989 йылдарҙа онкология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1987).

Марат Мырҙан улы Мырҙанов 1937 йылдың 28 октябрендә Башҡорт АССР-ының Балаҡатай районы Ҡәйүп ауылында тыуған. 1955 йылда Яныбай ауылының урта мәктәбен, 1959 йылда медицина училищеһын тамамлаған. 19601966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡый. 1971 йылда шунда уҡ ҡалып, яман шеш кафедраһының етәксеһе була (1986). 1990 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, профессор исемен ала.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғилми эшмәкәрлеге эндоскопик хирургия, яман шеш ауырыуынан дауаланыу, ашҡаҙан ҡыуышлығының кисектергеһеҙ хирургияһына арналған. Тағы ла уның ҡатнашлығында йыуан эсәк боҙолоуын билдәләү, эндоскопия менән дауалауға энә булдырылған. 250 ғилми хеҙмәт, өс ғилми асыш авторы.