Роза Рымбаева

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Роза Рымбаева
Roza Rymbayeva.jpg
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Роза Ҡыуаныш ҡыҙы Рымбаева

Тыуған

28 октябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (61 йәш)

Тыуған урыны

Яңғыҙ Түбә разъезы, Семипалатинск өлкәһе, Ҡазаҡ ССР-ы[1]

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан

Һөнәрҙәре

йырсы, актриса, профессор-уҡытыусы, телетапшырыуҙар алып барыусы

Әүҙем йылдары

1975 йылдан

Йырлау тауышы

лирик сопрано

Жанрҙар

Поп-музыка, джаз, романс, эстрада йырҙары

Псевдонимдар

«Урта Азия һандуғасы», «Ҡаҙағстандың алтын тауышы», «Ҡаҙаҡ примадоннаһы»

Коллективтар

«А’Студио», «Арай» һәм «Гөлдәр» ансамблдәре[2]

Наградалар
OrdenParasat.png
Курмет ордены
Medal10Astana.png
Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Ҡаҙағстан Республикаһы дәүләт премияһы лауреаттары
Ленин комсомолы премияһы — 1981 года
Commons-logo.svg Аудио, фото, видео Викимилектә

Рымбаева Роза Ҡыуаныш ҡыҙы (28 октябрь 1957 йыл) — совет һәм ҡаҙаҡ эстрада йырсыһы (сопрано), педагог, профессор. Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы (1986), Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт премияһы лауреаты (2004), Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан республикаларының атҡаҙанған артисы[1], Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1981).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Роза Ҡыуаныш ҡыҙы Рымбаева 1957 йылдың 28 октябрендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Семипалатинск өлкәһендәге (хәҙерге Ҡаҙағстан Республикаhы Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһендәге) Ярма районы[3]) Семипалатинск тимер юл станцияһының «Яңғыҙ түбә» исемле 9-сы разъезында тимер юл эшсеһе ғаиләһендә тыуған. Урта белемде интернат-мәктәптә ала һәм 1979—1984 йылдарҙа Алма-Ата ҡалаһындағы Ҡаҙаҡ театр-сәнғәт институтының музыкаль-драматик комедия факультетында уҡый[1].

1976—1979 йылдарҙа — «Гөлдәр» республика йәштәр эстрада ансамбле[2], 1979 йылдан — «Ҡаҙаҡконцерт» республика концерт берләшмәһе ҡарамағындағы «Арай» эстрада ансамбле йырсыһы[2] (1999 йылдағы вафатына тиклем «Арай» ансамбленең директоры һәм художество етәксеһе Розаның ире Таскын Окапов була).

Роза Рымбаева 1995 йылдан (бер үк ваҡытта) Т. К. Жургенов исемендәге Ҡаҙаҡ милли сәнғәт академияһында уҡытыусы-педагог[1], профессор.

Сәхнә эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Роза Рымбаева — элекке Советтар Союзында киң танылыу алған һәм халыҡ-ара конкурстарҙа СССР исеменән сығыш яһаған беренсе ҡаҙаҡ йырсыһы. Музыка училищеһендә уҡый башлаған йылда уҡ республика үҙешмәкәр йырсылар бәйгеһендә еңеү яулаған ҡыҙ алдағы 1975 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 30 йыллығына арналған конкурста ла шундай уҡ уңышҡа өлгәшә. Талантлы башҡарыусыны «Гөлдәр» республика йәштәр эстрада ансамбленең баш дирижёры Таскын Окапов үҙ коллективына саҡыра. Розаның сәхнә эшмәкәрлеге 1976 йылда шулай башланып китә[4]. Тиҙҙән ул Бөтә Союз кимәлендә киң билдәлелек яулай. 1977—1979 йылдарҙа «Йыл йыры» (рус. «Песня года») фестивалдәре финалдарына сыға. 1977 йылда йәш башҡарыусыларҙың «Ғүмергә йыр менән» (рус. «С песней по жизни») Бөтә Союз телевизион конкурсында һәм эстрада артистарының Болгарияла үткән «Алтын Орфей» халыҡ-ара фестивалендә «Гран-при» ала. «Звуковая дорожка» хит-парадында илдең иң яҡшы ун йырсыһы иҫәбенә инә. 1978 йылда туған ҡаҙаҡ телендә «Әлиә» йыры менән Роза Рымбаева күп милләтле совет телевизор тамашасыһының яратҡан башҡарыусыһына әйләнә, популярлыҡ буйынса, Алла Пугачёва менән София Ротарунан ғына ҡалышып, илдә өсөнсө урын яулай[5]. Дүрт октаваны үҙ эсенә алған көслө һәм үҙенсәлекле тауышҡа эйә булған сәхнә оҫтаһы, ҡайҙа ғына сығыш яһамаһын, бер ваҡытта ла фонограммаға йырламай[6].

Артабан ул илдең киң билдәле сәнғәт әһелдәре — йырсылар һәм композиторҙар Сергей Пенкин, Батырхан Шукенов, Ренат Ибрагимов, Владимир Ступин, Арно Бабаджанян, Алексей Мажуков, Давид Тухманов, Юрий Саульский, Александра Пахмутова, Раймонд Паулс һәм Александр Зацепиндар хеҙмәттәшлек итә.

Роза Рымбаева 22 йәшендә (1979) Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған, 29 йәшендә (1986) республиканың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.

Төрлө йыйынтыҡтарҙағы йырҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1977 — 2LP «Йәш башҡарыусыларҙың „Ғүмергә йыр менән“ Бөтә Союз телевизион конкурсы» (йыйынтыҡ), СССР[7].
  • 1979 — EP «Роза Рымбаева/Джо Дассен», СССР. (рус.)
  • 1980 — EP «Роза Рымбаева йылай», СССР. (рус.)
  • 1984 — EP «Кругозор № 3/1984» (сборник), СССР. (рус.)
  • 1986 — LP «Ласковый дождь» (сборник), СССР. (рус.)
  • 1986 — LP «Soviet Superhits» (сборник), Финляндия.[8]
  • 1986 — LP «С тобою, музыка» (сборник), СССР. (рус.)
  • 1987 — LP «Т.Кажгалиев. „Мечта“» (сборник), СССР. (рус.)
  • 1991 — LP «Фестиваль „Голос Азии“» (сборник), СССР. (рус.)
  • 2007 — 5CD «Союз нерушимый (Песни и танцы народов СССР)» (сборник), Россия. (рус.)

Үҙенең йыр альбомдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1983 — LP «Výlet do zlaté stepi», Чехословакия.[9]
  • 1985 — LP "Роза Рымбаева и ансамбль «Арай», СССР.
  • 1987 — LP «Поет Роза Рымбаева», СССР.
  • 2003 — CD «Ademi-au» (Тандаулы андер — Избранные песни), Казахстан.
  • 2005 — CD «Роза Рымбаева» (серия «Имена на все времена»), Россия.
  • 2006 — CD «Сенімен біргемін» (С тобой вместе), Казахстан.
  • 2007 — DVD+CD «30 лет на сцене» (3 диска DVD — три концерта (Москва, СПб, Алматы) и док. фильм «Роза» плюс один CD «Ертеніме сенемін» (Верю в завтра), Казахстан).[10]
  • 2007 — CD «Роза Рымбаева» (в серии «Золотая коллекция ретро»), Россия.
  • 2007 — MP3 «Любовь настала» (в серии «Имена на все времена»), Россия.
  • 2009 — МР3 «Роза Рымбаева» (в серии «Золотая коллекция ретро»), Россия.
  • 2009 — CD «Вечная весна» (песни советских и казахских композиторов), Казахстан.[11]
  • 2010 — CD «Жерiм жанаттым» (Песни Еркена Интыкбаева), Казахстан.

Фильмография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1976 — телевизионный фильм «Первая песня», студия «Казахтелефильм».
  • 1982 — главная роль в советско-чехословацком фильме «До свидания, Медео»\"Revue na zakázku"[12]
  • 1999 — док. фильм «Женский взгляд». Роза Рымбаева", реж. Оксана Пушкина (Россия).
  • 2001 — док. фильм «Роза», реж. Ж. Сабирова.
  • 2002 — док. фильм «Хвост кометы». Роза Рымбаева", реж. А. Бурыкин (Россия).
  • 2010 — док. фильм «И снова здравствуйте!», (Россия).

Сәхнәләге ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡаҙаҡ ССР-ының республика үҙешмәкәр йырсылар бәйгеләренең беренсе пермияһы (1974, 1975)
  • «Ғүмергә йыр менән» (рус. «С песней по жизни») Бөтә Союз телевизион конкурсында «Гран-при» (1977).
  • Эстрада йырсыларының Болгарияла үткән «Алтын Орфей» халыҡ-ара йыр бәйгеһендә «Гран-при» (1977).
  • «Гала-83» йыр фестивалендә (Куба) «Гран-при» (1983)
  • «Алтын микрофон» йыр бәйгеһендә (Төркиә) «Гран-при» (1986)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған артисы (1979)
  • Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1981)
  • Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған артисы (1984)
  • Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы (1986)
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (1991)
  • Ҡырғызстандың атҡаҙанған артисы (2000)
  • «Парасат» (русса Орден Благородства) ордены (2000)
  • «Эстрада йондоҙо» номинацияһында «Йыл кешеһе» (2000)
  • Ҡаҙағстандың "Йондоҙҙар алеяһы"нда шәхси йондоҙ (2002)
  • Ҡаҙағстандың «Ағалтын Тарлан» (русса Платиновый Тарлан) премияһы (2002)
  • Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт премияһы лауреаты (2004)
  • «Курмет» (русса орден «Почета») ордены (2004)
  • «Ижад Йондоҙо» (русса орден «Звезда созидания») ордены (2004)
  • Мәскәүҙең "Йондоҙҙар алеяһы"нда шәхси йондоҙ (2005)
  • «Астанаға 10 йыл» миҙалы (2008)
  • Ҡарағанданың "Йондоҙҙар алеяһы"нда исемле йондоҙ (2008)
  • «Ҡаҙағстан Республикаһының бойондороҡһоҙлоғона 20 йыл» миҙалы (2011)
  • Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһенең почетлы гражданы
  • Ҡаҙағстандың Ярма районы почетлы гражданы[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]