Эстәлеккә күсергә

Нострадамус

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нострадамус
Nostradamus
Исеме

Michel de Nostredame, Мишель де Нострдам

Тыуған көнө

14 декабрь 1503({{padleft:1503|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны

Франция Сен-Реми-де-Прованс (Прованс,

Вафат булған көнө

2 июль 1566({{padleft:1566|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (62 йәш)

Вафат булған урыны

Салон-де-Прованс (Прованс, Франция короллеге)

Ил

 Франция короллеге[d]

Эшмәкәрлеге

француз астрологы, шағир, табип һәм алхимик

Атаһы

Жом де Нострдам, нотариус

Әсәһе

Реньер де Сен-Реми

Тормош иптәше

Анна Понсар

Балалары

Сезар де Нострдам һәм башҡалар

Наградалары һәм премиялары

Король астрологы һәм медигы. Экс-ан-Прованста тағун эпидемияһы менән көрәше өсөн ғүмеренең ахырынаса пенсия менән бүләкләнә.

Автограф

 Нострадамус Викимилектә

Мишель де Нострдам (франц. Michel de Nostredame), шулай уҡ Нострадамус исеме менән танылған (14 декабрь, 1503 — 2 июль, 1566) — француз астрологы, табип, фармацевт ,алхимик һәм атаҡлы күрәҙәсе.

Нострадамус гербы(реконструкциялау буйынса)Ian Wilson. Nostradamus: The Man Behind the Prophecies. Macmillan, 2007. С. 229.

Мишель де Нотрдам , 1503 йылдың 14 декабрендә Сен-Реми-де-Прованс ҡалаһында се-фард йәһүдтәре ғаиләһендә тыуа. Уның бала сағы әсәһе яғынан олатаһы менән үтә. Ул уға латын, грек, йәһүд, математика һәм астрология фәндәре буйынса белем бирә. Әммә олатаһы тураһында 1504 йылдарҙан һуң. бер ниндәй ҙә мәғлүмәттәр һаҡланмаған.

1518 йылда 14 йәшлек Мишель де Нострдамды Авиньон университетына уҡырға ебәрәләр. Бында ул тривиум — грамматик, риторик һәм логик, ә һуңыраҡ квадрум — геометрия, арифметика, музыка һәм астрология фәндәрен уҡый. 1519 йылда ҡалала чума ауырыуы тарала. Мишель, табип булып уҡып, был ауырыуға ҡаршы дауалау ысулын табырға ҡарар итә. Ләкин хыялы тормошҡа ашмай.

Ә унан һигеҙ йыл буйы,үҙе әйтеүенсә, бер туҡтауһыҙ сәйәхәт итеп, .юғары медицина фәндәренә ҡағышлы булған үҫемлектәрҙең һәм башҡа ябай мәтдәләрҙең сығышын һәм барлыҡҡа килеүен өйрәнеп — кулинар-косметика китапсығын туплай. Артабан буласаҡ күрәҙәсенең рәсми биографияһы Татарстанда 1529 йылдарҙа дауам итә. Ул бында Монпелье университетының медицина факультетына уҡырға инә. Тик күп тә үтмәй уҡытыусыларҙы ҡырҡа тәҡитләү һәм тыйылған фармацевтика менән шөғөлләнеү арҡаһында университеттан[1] саҡ ҡыуылмай ҡала. Әммә ғауға яйға һалына һәм 1534 йылда Мишель докторлыҡ дәрәжәһен яҡлай. Шул ваҡыттан алып уның фамилияһы «Nostradamus».тип латин телендә яҙыла башлай. 1534 йылда ул тағы илдәр буйлап гиҙә. Сәйәхәт барышында ғалим Жюлем Сезар Скалигер менән таныша. Уның тәҡдиме буйынса 1536 йылда Нострадамус Аженда төпләнеп ҡала. Бер аҙҙан уның тормошонда ҡара һыҙат башлана. 1537 йылда чума ауырыуынан хатыны һәм балалары үлә. 1538 йылда Инквизиция унан һорау ала башлай, имеш Дева Мария статуяһы тураһында насар һүҙҙәр әйткән . Шул уҡ йылды Скалигер менән билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында бик ныҡ талаша. Нострадамус Ажендан күсеп китә. Һуңынан ул Скалигерҙан йәһүдтәрҙе күрә алмау тураһындағы бер нисә эпиграмма ала, йәнәһе Нострадамус йәшерен рәүештә уларҙы яҡлау менән шөғөлләнә. Әммә кесе улына Нострадамус Сезар тип исем ҡуша, бәлки Скалигер хөрмәтенәлер. Артабанғы бер нисә йылда Нострадамус Италия һәм Германия илдәре буйлап сәйәхәттә йөрөй. 1544 йылдан башлап табиптар практикаһын Марселдә яңынан тергеҙә, ә 1546 йылда көньяҡ-көнсығыш Францияның Экс-ан-Прованселә чума ауырыуы менән көрәшә.. Табиптар хеҙмәте өсөн Экс-ан-Прованс парламенты уға ғүмерлек пенсия тәғәйенләй. Ул барлыҡҡа килтергән дарыуҙарҙың иҫ китмәле көсө тураһында легендалар һаҡланған, әммә хәҙерге ваҡытҡа килеп еткән рецептары XVI быуат медицина традицияһы ҡыҫанынан сыға алмай. 1547 йылдың. 11 ноябрендә Нострадамус Анна Понсард Жемельеға өйләнә. Был никахтан уның алты балаһы: Сезар (1554), Магдалина (1551), Андре (1557), Анна (1558), Диана (1561) тыуа. Улы Шарль Сезар ҙур уҡымышлы кеше, яҙыусы һәм рәссам була. Уның дуҫтары араһында батша һарайы рәссамдары Франсуа Кенель һәм Косм Дюмустье лә бар.

Астролог һәм әүлиә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1555 йылда Нострадамус үҙенең беренсе астрология альманахын баҫтырып сығара. Шул уҡ йылда Лионда улы Сезарҙың баш һүҙе менән 353 катрена ингән беренсе баҫмаһы — Центурияһы баҫылып сыға. Билдәле булғанса, был әүлиәлек уға насарлыҡ ҡына килтерә. Парижға килгәс, хакимиәт Нострадамусҡа ниндәй ғилми өйрәнеүҙәр тәжрибәһе һәм ни рәүешле[2] күрәҙәселек итеү тураһында һорау алыу тураһында әҙерләнгәндәрен әйтә. Ул ашығыс рәүештә Салоны-де-Провансҡа әйләнеп ҡайта ,ә унан һуң 1556 йылда Италияға китә. 1558 йылда Центурияһының йомғаҡлау өлөшөндә Нострадамус король Генрих II мөрәжәғәт итә, уны бөтә донъяны бойһондороусы тип атай һәм йөҙ йыллыҡ кешелек тарихының ни күрәсәген алдан әйтә алыуы тураһында вәғәҙә итә. Король, уҡып өлгөргәнме юҡмы, 1559 йылда турнир ваҡытында һәләк була. Генрих II үлгәндән һуң, Нострадамус, саҡырыу буйынса, мәрхүмдең һеңлеһе королева Екатерина Медичи менән осраша. Ә 1561йылда Нострадамус гугеноттарға теләкләштек белдереүҙә ғәйепләнеп, крәҫтиән-католиктар эҙәрләүенән саҡ ҡотолоп ҡала. Шул уҡ йылда хакимиәт, король Карл IX- ҙың киләсәк яҙмышы тураһында әйтеп биреүҙе талап итеп, уны бер нисә көнгә өй һағы аҫтына ала. Нострадамустың яуабы һаҡланмаған.

1564 йылда Екатерина Медичи һәм Карл IX Салонда күрәҙәсегә киләләр һәм Арлгә осрашыуға саҡыралар. Унда уны королдың табибы һәм астрологы итеп ҡуялар. Әммә 2 июль 1566 йылда Нострадамус Салонда подагра ауырыуынан өҙлөгөп, үлеп ҡала. Ул ерләнгән ҡәбер өҫтөндәге мрамор плитала уйылып яҙылған ошондай һүҙҙәр бар: «Бында атаҡлы Мишель Нострадамустың һөйәктәре ерләнгән. Ул үлгәндәр араһында, йондоҙҙар тәьҫире арҡаһында, бөтә донъяла буласаҡ тарихи ваҡиғаларҙың киләсәген хоҙайға тиң ҡауырһыны менән яҙып ҡалдырған лайыҡлы берҙән-бер кеше.»

Нострадамустың риүәйәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Прованс йылъяҙма»һында Сезар де Нострадам «Нострадамустың олатаһының атаһы Абрам Саломон батшаның табибы булған» тип хәбәр итә. Был риүәйәт факттар менән раҫланмай, ләкин Абрам Соломонов менән туғанлығы икеле. Сөнки олаталары астрология һәм йыһан менән таныштырған тип раҫлаһалар ҙа ысынанда улар бик иртә үлгән. Мәктәптә саҡта уҡ уны «кескенә астролог» тип йөрөткәндәр.

Бер ваҡыт Нострадамусты бик дәрәжәле әҙәм ҡабул итә. Ул уның ике сусҡа бәрәсенең буласаҡ яҙмышын әйтә: «Ағын бүре ашай ,ә ҡараһын төшкө ашҡа бешереп бирәсәктәр», ти. Күрәҙәсене мыҫҡыллар өсөн хужа тиҙ генә аҡ сусҡа бәрәсен һуйырға ҡуша, тик шунда уҡ уны бүре ашай. Ахыры ашнаҡсы икенсеһен һуя һалып, төшкө ашҡа бешереп бирә.

Италияла сәйәхәт иткән осоронда Филипп Оливариустың исеме менән батша тәхетендә ултырған йәш монах Феличе Переттиның (буласаҡ Папа Сикст V) киләсәк тормошо, 1820 һәм 1839 йылдарҙа « Филипп Оливариустың әүлиәлеге» һәм «Әүлиә Орваль» тураһында 1542 һәм 1544 йылдар датаһы менән ҡулъяҙмалар баҫылып сыға. Ысынбарлыҡта Нострадамус уларҙы Орваль католик монастырында .сәйәхәт иткән осорҙа яҙған тигән һүҙҙәр йөрөй.

Бер ваҡыт король хеҙмәтсеһенең затлы этен табырға ярҙам итте, тип раҫлай беренсе булып Нострадамустың ижадын өйрәнеүсе күрәҙәсе Шавиньи .

Франция короле Генрих II-нең (Ц. 1.Т.35) турнир ваҡытында һәләк буласағын әйтеүе уның күрәҙәселегенең иң данлыҡлы осоро булғандыр. Тап ошо ваҡиға Нострадамустҡа короллектә танылыу алырға сәбәп иткәндер. Әммә был дәлилләүгә нигеҙләнеп булмай, сөнки катрена тураһындағы идеяны Ц. 1.Т.35 күп йылдар уҙғас, Сезар асып бирә. Унан алда Шавиньи был риүәйәтте иҫбатлау өсөн төрлө ҡатмарлы фекерҙәр файҙалана. Ул шулай уҡ Нострадамус үҙенең ҡасан үләсәгенең көнөн, сәғөтен алдан әйткәненә шаһит.

Нострадамустың мираҫы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нострадамустың ижади мираҫы эсенә 10 центурия (942 катрена) уларға баш һүҙ (улы Сезар һәм король Генрихҡа хаттар), бер нисә тәртипкә килтерелмәгән катрендар, 1555 йылдан алып яҙылған юлъяҙмалары, шулай уҡ ҡайһы бер күрәҙәселеккә бәйләнмәгән ирекле тәржемәләр ингән. Архивтарҙа уның васыяты һәм шәхси хаттары ла бар.. Шулай уҡ авторҙары билдәһеҙ булған, әммә Нострадамусҡа бәйле бер нисә ҡулъяҙмалар ҙа һаҡлана.