Эстәлеккә күсергә

Абдуллин Байрас Фоат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдуллин Байрас Фоат улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1 март 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Вафат булған көнө 8 май 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (53 йәш)
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр

Абдуллин Байрас Фоат улы (1 март 1951 йыл — 8 май 2004 йыл) — хәрби дирижёр, тромбонсы, композитор, педагог. Эске хеҙмәт подполковнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994).

Байрас Фоат улы Абдуллин 1951 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Музыкаль һәләте бала саҡтан уҡ беленә, Үрген ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһындағы музыкаль тәрбиәләнеүселәр мәктәп-интернатында (хәҙер Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты) уҡыуын дауам итә.

1970—1974 йылдарҙа Наил Йыһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһының тромбон класында юғары белем ала.

Байрас Фоат улының армиялағы хеҙмәте лә шулай уҡ музыка менән бәйле була, ул Волга буйы хәрби округының йыр һәм бейеү оркестры солисы була, ә һуңынан Чехословакиялағы Үҙәк ғәскәрҙәр төркөмөндә хеҙмәт итә.

Өфөгә ҡайтҡандан һуң, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры симфоник оркестры солисы, музыкаль тәрбиә биреү интернат-мәктәбенең тынлы һәм һуҡма инструменттар бүлегендә музыкаль тәрбиә биреү уҡытыусыһы, Өфө дәүләт сәнғәт институты тынлы һәм һуҡма инструменттар кафедраһы уҡытыусыһы.

1983 йылда Байрас Абдуллин РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтының (элекке СССР Эске эштәр министрлығының етәксе составын әҙерләүсе Өфө урта махсус әҙерлек мәктәбе) тынлы оркестрына нигеҙ һала һәм 18 йыл уның менән уңышлы етәкселек итеп, эске эштәр хеҙмәте лейтенантынан подполковник дәрәжәһенә тиклем юл үтә. Шуның менән бер рәттән Өфө нефть институтындағы йәмәғәт профессиялары факультетында тынлы оркестрында 1987 йылға тиклем дәрестәр алып бара.

2001 йылда РФ Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса яза башҡарыу Баш идаралығын тынлы оркестрын ойоштора һәм уны етәкләй. Байрас Абдуллин етәкселегендәге Оркестр Өфө ҡалаһы һәм Башҡортостан Республикаһындағы байрам тантаналы сараларында ҡатнашты, шул иҫәптән 2002 йылда II Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайында сығыш яһаны. Байрас Абдуллин дирижёр һәм тромбонсы ғына түгел, ә талантлы композитор ҙа. Ул Фәнил Күзбәков һүҙҙәренә хор, солист һәм оркестр өсөн «Башҡортостан» кантатаһын, 40-тан ашыу популяр йырҙар, шулай уҡ тынлы оркестр өсөн эшкәртелгән марш авторы. Байрас Абдуллиндың билдәле башҡорт һәм татар шағирҙарының (Шәриф Бикҡол, Абдулхаҡ Игебаев, Рәми Ғарипов, Уран Кинйәбулатов, Әсфир Кәшфуллин һәм башҡалар) һүҙҙәренә яҙылған йырҙары телевидение һәм радио аша, Башҡортостандың, Татарстандың, Ырымбур, Силәбе өлкәләренең төрлө концерт майҙансыҡтарында төрлө Башҡортостан, Татарстан, Ырымбур, Силәбе өлкәһенән һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йыш яңғырай.

2000 йылда «Башҡортостан» Дәүләт телерадиокомпанияһы «Әлдә һин бар әле донъяла» исеме аҫтында Байрас Абдуллиндың беренсе аудиоальбомын сығарҙы. 2005 йылда «Моң» студияһында «Күңелкәйем һине уйлайҙыр…» тип аталған аудиоальбомы сыҡты.

Ғаиләһе. Ҡатыны — Рәйсә Әхмәт ҡыҙы Абдуллина, Рәсәй мәғарифының почётлы хеҙмәткәре, РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетының Өфө филиалында инглиз теле уҡытыусыһы, тәржемәсе. Улдары Алмас, ҡыҙҙары Гөлназ менән Алина.

Байрас Абдуллин 2004 йылдың 8 майында ауырыуҙан һуң вафат була. Өфө ҡалаһының көньяҡ зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994)
  • «Кавказда хеҙмәт иткәне өсөн» миҙалы (2002)
  • Башҡорт дәүләт филармонияһында Хәтер кисәһе (2005)
  • Өфө сәнғәт училищеһын да Хәтер кисәһе (2009)
  • Өфө сәнғәт академияһында Хәтер кисәһе (2011).
  • 2021 йылдың апрелендә Үрген ауылында ижадсының тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы Хәтер кисәһе үткәрелде[1].
  1. «С верой в будущее», Уфа, Издательство «Белая река», 2002, стр. 86.
  2. «Вехи становления и развития Уфимской государственной академии искусств имени Загира Исмагилова», Министерство культуры РФ, Уфимская государственная академия искусств, Уфа, 2008, стр. 225—226.
  3. «Война и музыка», статья в книге «125 лет на службе Отечества»., Министерство юстиции Российской Федерации, Главное управление исполнения наказаний по Республике Башкортостан", Уфа, 2004, стр. 78-79.
  4. Ф. Гибадуллина, «Ике Рәйсәгә бер жыр», Газета «Кызыл Таң» № 40,41, 42, 5-6 марта 2010 года.
  5. Ф. Латыпова, «Изгелектәр генә эҙләйем», сборник статей и очерков, Уфа, РИО РУНМЦ Госкомнауки РБ, 2002, стр.92-99.
  6. Запись творческого вечера Байраса Абдуллина. Автор — Сарвар Сурина, Башкирское спутниковое телевидение, 2001. https://www.youtube.com/watch?v=LdGZPSfKZ1A
  7. Телепередача «Автограф», Башкирское спутниковое телевидение. Выпуск от 2014-10-17 14:46:17. «Композитор Байрас Абдуллин». https://www.youtube.com/watch?v=b3y7eWqa2GM
  8. «Ашҡаҙар» радиоһындағы «Мәңгелек моң» радиотапшырыуы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, дирижёр, танылған композитор Байрас Абдуллин ижады. http://ashkadarfm.ru/programms/%C2%ABm%D3%99%D2%A3gelek-mo%D2%A3%C2%BB?page=5 2017 йыл 2 февраль архивланған.