Күзбәков Фәнил Тимерйән улы
Күзбәков Фәнил Тимерйән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 2 декабрь 1952 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Әбет ауылы, Әбет ауыл Советы, Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | шағир, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре кандидаты[d] һәм филология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Күзбәков Фәнил Тимерйән улы (2 декабрь 1952 йыл) — башҡорт тарихсыһы, шағир, әҙәби тәнҡитсе һәм ғалим-педагог. Профессор (2007), тарих фәндәре кандидаты (1983), филология фәндәре докторы (2001). Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2017).
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнил Тимерйән улы Күзбәков 1952 йылдың 2 декабрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Мәләүез районы Әбет ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған: ул һигеҙ бала араһында алтынсыһы була. Төньяҡ флотта хеҙмәт итә, өлкән матрос. 1979 йылда Урал дәүләт университетының (Екатеринбург) журналистика факультетын тамамлай. Санкт-Петербургта аспирантурала уҡый, докторантура үтә. «Тарих фәндәре кандидаты» һәм «филология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәләренә эйә.
Ике улы, ҡыҙы, ейәне, ейәнсәре бар. «Йәшәйеш ҡанундары» (Өфө, 2007) шиғри йыйынтығында шәжәрәһе баҫылған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1983 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта:
- 1994—1996 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Президенты Аппаратында баш белгес.
- 2005—2009 йылдар — Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ректоры.
- 2009 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта «Ағиҙел» журналының шиғриәт бүлеген дә етәкләй.
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнил Күзбәков өс йөҙ самаһы фәнни, фәнни-популяр хеҙмәт, шулай уҡ Башҡортостан мәҙәниәте буйынса студенттар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн әсбаптар авторы.
- Газета жанрҙары. Публицистика. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — 48 бит.
- История культуры башкир. — Уфа: Китап, 1997. — 128 с. (рус.)
- Башкирская журналистика как явление этнической культуры. — Уфа: Китап, 2006. — 384 с. (рус.)
- Рухиәт ҡотҡарыр. — Өфө: Китап, 2011. — 448 бит.
- Современные средства массовой информации Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2013. — 76 с. (рус.)
Шиғри йыйынтыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәйге: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1993. — 34 бит.
- Өмөт шәмдәлдәре: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1996. — 144 бит.
- Һағыш: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2002.
- Йәшәйеш ҡанундары: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2007. — 264 бит.
Башҡорт шиғриәте антологияларында (Өфө, 2001, 2007; М., 2008) шиғри шәлкемдәре баҫылған. Шиғырҙары рус, төрөк, татар, ҡалмыҡ, балҡар һ. б. телдәргә тәржемә ителгән. Матбуғат биттәрендә, йыйынтыҡтарҙа уның хаҡында, ижады тураһында ҡырҡтан ашыу мәҡәлә донъя күргән. Биобиблиографик характерҙағы тулыраҡ мәғлүмәтте «В упряжке наука и творчество» (Уфа: БИРО, 2009, 40 стр.), «Фәнил Күзбәков» (Мәләүез, 2012, 58 бит)исемле баҫмаларҙа табырға мөмкин.
Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған мәҡәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рухыбыҙ тип һыҙланып... «Башҡортостан» гәзите, 2015, 17 июль[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2017)[2].
- Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия лауреаты (2017)[3]
- Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2007).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2003).
- Мәләүез районының Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премияһы лауреаты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Башҡортостан» гәзите(недоступная ссылка), 2015, 17 июль]
- ↑ Башҡортостандың баш ҡалаһында журналистарға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырҙылар , 2017, 10 октябрь (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2017)
- ↑ Республикала 2017 йылғы Фәтих Кәрим исемендәге Әҙәби премияһы лауреаттарын атанылар. , 2017, 17 апрель (Тикшерелеү көнө: 17 апрель 2017)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2017)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күзбәков Фәнил Тимерйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 1 декабрь 2022)
- Сайт отдела культуры Администрации Мелеузовского района (рус.)
- 2 декабрҙә тыуғандар
- 1952 йылда тыуғандар
- Мәләүез районында тыуғандар
- Урал дәүләт университетын тамамлаусылар
- Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәрҙәре
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡорт шағирҙары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡортостан ғалимдары
- Башҡортостан тарихы буйынса белгестәр
- Филология фәндәре докторҙары
- Тарих фәндәре кандидаттары
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары
- «Ағиҙел» журналы хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәре
- Ф. Кәрим исемендәге премия (Бәләбәй районы) лауреаттары