Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы (1 март 1914 йыл22 февраль 1990 йыл) —— актёр, БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1964). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы Мәһәҙиева 1914 йылдың 1 мартында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Әбйәлил ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Асҡар ауылы) тыуа.

1939 йылда Башҡортостан театр-художество училищеһын тамамлай (М. Ә. Мәһәҙиев, С. М. Мифтахов курсы).

22 февралдә Сибай ҡалаһында вафат була.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1933—1935 йылдарҙа — Әбйәлил колхоз-совхоз театрында, 1939—1969 йылдарҙа Сибай драма театрында артист була. Киҫкен характерлы үҙенсәлекле образдар тыуҙыра. Х. Ибраһимовтың "Башмағым"ында — Сәрүәр һәм Йыһан, С. Мифтаховтың "Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт"ендә — Үлмәҫбикә, М. Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса Ғ. Әмири менән В. Ғ. Ғәлимовтың шул уҡ исемле инсценировкаһында — Ғилми, И. Ә. Абдуллиндың "Бажалар"ында — Тайфа, М. Кәримдең "Ҡыҙ урлау"ында Уңғанбикә һәм башҡа ролдәрҙе башҡара. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында С. Агиш, Б. Бикбай, К. Мәргән, Р. Ниғмәти һәм башҡа авторҙарҙың пьесаларында ир-егет ролдәрен уйнай.

Л. Н. Лебединский һәм Ғ. З. Сөләймәнов Бибикамал Мәһәҙиева башҡарыуында башҡорт халыҡ йырҙарын һәм ул ҡумыҙҙа уйнаған башҡорт халыҡ көйҙәрен яҙып ала, уларҙың бер өлөшө «Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре» йыйынтығында һәм «Ҡурай» китабында (1985) баҫылып сыға.

1954 йылдан алып БАССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы була.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1964 — БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]