Мифтахов Сәғит Мифтах улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәғит Мифтахов
Тыуған көнө:

10 ғинуар 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Ҡыҙылъяр ауылы[1]

Вафат булған көнө:

02.1942

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, драматург

Мифтахов Сәғит Мифтах улы (10 ғинуар 1907 йыл — февраль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет яҙыусыһы, драматург, 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәғит Мифтах улы Мифтахов 1907 йылдың 10 ғинуарында Өфө губернаһының Ҡыҙылъяр ауылында[1] урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылында башланғыс белем ала һәм 1919 йылда Өфөләге уҡытыусылар курсында уҡый.

1922 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында өлкә совет-партия мәктәбен тамамлай. 1923 йылда Мәскәүҙәге Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университетына (КУТВ) уҡырға ебәрелә. Бер ни тиклем ваҡыт Ульяновск өлкәһе Мәләкәс ҡалаһында ВЛКСМ-дың өйәҙ комитеты секретары булып эшләй. Шунда 1925 йылда ВКП (б)-ға ағза итеп ҡабул ителя.

Университетты уңышлы тамамлағандан һуң Өфөләге В. И. Ленин исемендәге урта мәктәптә һәм комвузда ижтимағи фәндәр уҡыта. 1930 йылда ВКП (б)-ның Баймаҡ район комитетының культура һәм пропаганда бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Бында ул тәү башлап «Ҡыҙыл Баймаҡ» тигән район газетаһын сығарыуҙы юлға һала.

1935 йылдан Өфө ҡалаһы берләштерелгән дәүләт театрҙарының (Башҡорт академия һәм рус драма театрҙары) директоры булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көнөндә үк үҙе теләп һуғышҡа китә һәм 1942 йылдың февраль айында батальон комиссары С. Мифтахов батырҙарса һәләк була.

Уның тәүге «Пандар илендә» тигән драмаһы 1929 йылда сәхнәлә ҡуйыла, «Һаҡмар», «Урал ҡаны», «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», «Зимагорҙар», «Ялан ҡыҙы» драмалары, «Күктән төшкән Хөрәйрә» комедияһы, «һаҡмар» һәм «Аҡбуҙат» либреттолары әле булһа театрҙар сәхнәһендә ҙур уңыш менән ҡуйылалар.

Өфөнең Карл Маркс урамындағы Сәғит Мифтахов 1934—1941 йылдарҙа йәшәгән 17/19-сы йортта ҡуйылған мемориаль таҡтаташ

Драматург тамамлаған «Блюхер рейды» һәм «Бөйөк шквал» кеүек драмаларына сәхнәлә ҡуйылыуға насип булманы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гайнуллин М. Драматургия С. Мифтахова. — Уфа, 1959.
  • Гайнуллин М. Сагит Мифтахов в кн.: История башкирской советской литературы. Ч. 1. — Уфа, 1963.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]