Сәғҙәткирәева Миңлегөл Байғужа ҡыҙы
Сәғҙәткирәева Миңлегөл Байғужа ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 май 1946[1] (78 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы, Әлшәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d][1] (2005) |
Сәғҙәткирәева Миңлегөл Байғужа ҡыҙы (10 май 1946 йыл)[2] — физик, физика‑математика фәндәре докторы (2005), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миңлегөл Байғужа ҡыҙы Сәғҙәткирәева1946 йылдың 10 майында Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Зирәк ҡыҙҙы атаһы менән әсәһе 8-се класҡа Өфөгә, республика 1-се интернат-мәктәбенә уҡырға ебәрә. 1963 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә. 1968 йылда йәш белгесте дәүләт аттестация комиссияһы ҡарары буйынса теория һәм эксперименталь физика (ТЭФ) кафедраһына ассистент итеп эшкә ҡалдыралар. Ошо көндән башлап буласаҡ ғалим үҙенең бар көсөн, белемен юғары квалификациялы математиктар, физиктар, инженерҙар тәрбиәләүгә арнай.
Бер нисә йыл Өфө авиация институтында уҡыта, шунан һуң тағы БДУ-ға ҡайтып, сирек быуаттан ашыу математика һәм физика факультеты студенттарына лекциялар уҡый, фәнни-тикшеренеү эштәре алып бара, абитуриенттар һәм студенттар өсөн бик күп уҡыу ҡулланмалары, уҡыу әсбаптары, төрлө тестар, практикумдар, лаборатор эштәр өсөн методик күрһәтмәләр әҙерләй.
Ғалимдең фәнни-тикшеренеү эштәренең һөҙөмтәләре ҡаты мәтдәләр һәм уларҙың торошон өйрәнеүсе төрлө институттарҙа, квантлы физика, спектроскопия, квантлы электродинамикала киң ҡулланыла. Улар Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә танылыу таба. Миңлегөл Байғужа ҡыҙы Мәскәү дәүләт университеты, Мәскәү инженерлыҡ-физика институты академиктары, ғалимдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ул шулай уҡ халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа йыш сығыш яһай, ғилми мәҡәләләре илебеҙ баҫмаларында ғына түгел, донъя кимәлендә сыҡҡан фәнни журналдарҙа ла баҫылып тора[3].
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1968—1978 йылдарҙа һәм 1984—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыта;
1978-1984 йылдарҙа — Өфө дәүләт авиация институты, өлкән уҡытыусы;
1986 йылда — лаборатория мөдире;
2000 йылда — өлкән ғилми хеҙмәткәр.
Фәнни эшмәкәрлеге конденсирланған хәл физикаһына арналған. С. тарафынан ауыш анизотропиялы ферромагнит пластиналарҙың магнит‑ҡайталыусан тәьҫирләшеүе һәм домен структураһы тикшерелә, тәүге тапҡыр магнит‑ҡайталыусан тәьҫирләшеү йышлығының 2‑се ҡиммәте булыуы, спин тулҡынының диффузиялы характерҙа булыу өлкәһе, микроэлектрониканың функциональ элементтарын эшләгәндә файҙаланылған материалдарҙың ҡайталыусанлыҡ һәм магнит үҙсәнлектәре м‑н идара итеү механизмдары асыҡлана; магнит‑ҡайталыусан тулҡындарҙың спектры һ.б. анализлана. 180‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. Сәғәҙәткирәева М. Б. 2008 йылдан БДУ-ның Физика-техник институты һәм Рәсәй Фәндәр академияһының металдарҙың үтә һығылмалылыҡ проблемалары институты профессоры, университеттың баш ғилми хеҙмәткәре вазифаларын атҡара. Уның студенттары һәм ул әҙерләгән фән кандидаттары һәм докторҙар донъяның төрлө төбәктәрендә хеҙмәт итә.
Сәғәҙәткирәева М. Б. шулай уҡ Рәсәй Фәндәр академияһының докторлыҡ диссертацияһы яҡлау буйынса Совет ағзаһы, физика буйынса Рәсәйҙәге тәүге электрон журналдың, даими үткәрелеп торған «Тәбиғи һәм теүәл фәндәрҙең актуаль проблемалары» төбәк-ара фәнни-техник конференцияларҙың редколлегия ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһы үткәргән халыҡ-ара симпозиумдарҙың (1999—2012 йылдар) секция рәйесе була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2006 йыл — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре;
- Төрлө йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамоталары.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Особенности ориентационных фазовых переходов ферромагнетиков с наклонной анизотропией //Известия Российской Академии наук. Серия физическая. 2003. Т.67. № 7;
- Спектр магнитоупругих волн магнитных материалов с наклонной анизотропией //Там же. 2004. Т.68. № 5.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Сәғҙәткирәева Миңлегөл Байғужа ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Әлшәй хәбәрҙәре 2021 йыл 18 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәғҙәткирәева Миңлегөл Байғужа ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 май 2021)
- Әлшәй хәбәрҙәре 2019 йыл 28 ноябрь архивланған.