Абыҙгилдина Ғәшиә Баязит ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Абыҙгилдина Ғәшиә Баязит ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 4 май 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Әлшәй районы, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы
Вафат булған көнө 22 декабрь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Сибай
Һөнәр төрө актёр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Абыҙгилдина Ғәшиә Баязит ҡыҙы (4 май 1910 йыл — 22 декабрь 1994 йыл) — башҡорт совет театр актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1963). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәшиә Баязит ҡыҙы Абыҙгилдина 1910 йылдың 4 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы) Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында тыуған.

1931 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлаған. 1931—1932 йылдарҙа Башҡорт дәүләт драма театрында, 1933—1972 йылдарҙа Сибай драма театрында эшләй. 1939—1954 йылдарҙа, ҙур булмаған өҙөклөктәр менән, был театрҙы етәкләй.

Үҙенсәлекле сағыу характерлы актриса. Абыҙгилдина башҡорт, рус һәм сит ил драматургтары әҫәрҙәре буйынса 200-ҙән ашыу әҫәр ролен сәхнәләштерә. Шулар араһында төп ролдәр — Ҡыраубикә (Д.Юлтый, «Ҡарағол»), Нәғимә (А.Таһиров, «Завод»), Үлмәҫбикә һәм Ғәрифә (С.Мифтахов, «Һаҡмар» — «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», «Зимагорҙар»), Йыһан һәм Сафия (Х.Ибраһимов, «Башмағым», «Кейәүкәй»), Зөләйха һәм Туҡтабикә (М. Кәрим, «Яңғыҙ ҡайын», «Ҡыҙ урлау»), Килдебикә һәм Шәмсиә (И.Абдуллин, «Бажалар», «Йөрәк менән шаярмайҙар»), Фекла Ивановна (Н. В. Гоголь, «Өйләнеү»), Бессудная (А. Н. Островский, «Ҡыҙыу алыш-биреш барған урын») һәм башҡалар. Шулай уҡ актрисаның эше классик, хәҙерге заман рус һәм башҡорт драматургияһы персонаждары аша ла күренә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]