Эстәлеккә күсергә

Осинцев Михаил Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Осинцев Михаил Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 9 (22) октябрь 1907
Тыуған урыны Шафран ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 3 июнь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Богослов зыяраты[d]
Эш урыны Петербургский государственный университет путей сообщения[d]
Уҡыу йорто Петербургский государственный университет путей сообщения[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d], КПСС-тың ХХ съезы[d] һәм КПСС-тың XIX съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Осинцев Михаил Александрович (22 октябрь 1907 йыл3 июнь 1968 йыл) — СССР тимер юлсыһы, Октябрьский тимер юлы начальнигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959).

1907 йылдың 22 октябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Әлшәй районы) Шафран ауылында тыуған. Урыҫ. 1925 йылда урта мәктәпте тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Рязань-Урал тимер юлында машинист ярҙамсыһы булып башлай, ә һуңынан водокачка машинисы булып эшләй. 1930 йылда Рязань-Урал тимер юлы юлсылары профсоюз ойошмаһы Ленинград тимер юл бәйләнеше инженерҙары институтына профмеңселәр иҫәбенә уҡырға ебәрә. 1935 йылда институттың эксплуатация факультетын тамамлай.

Артабан Омск тимер юлында эшләй, унда эҙмә-эҙлекле рәүештә өлкән инженерҙан тимер юл начальнигының беренсе урынбаҫарына тиклем юл үтә. 1948 йылда уны Львов тимер юлы етәксеһе итеп тәғәйенләнләйҙәр.

1949 йылда Октябрьский тимер юлы етәкселеген ҡабул итә. Уның етәкселеге аҫтында тимер юлы «һуғыштан һуңғы емереклектән тергеҙелә», төп күрһәткестәр буйынса был селтәрҙә иң яҡшыһы булып китә. Магистраль менән 12 йыл етәкселек итә.

1962—1965 йылдарҙа — Чехословакияла тимер юл транспорты эше мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт кәңәшсеһе.

1965 йылда Осинец Михаил Александрович Ленинград тимер юл транспорты инженерҙары институты ректоры итеп тәғәйенләнә. 1967 йылда «Тимер юл станциялары һәм үҙәктәре» кафедраһы буйынса доцент ғилми дәрәжәһендә раҫлана һәм «Организация грузовой и коммерческой работы» кафедраһы мөдире итеп һайлана. Шул уҡ ваҡытта, 1964 йылда Ленинград тимер юл транспорты инженерҙары институты ғалимдары һәм Октябрьский тимер юлы белгестәре менән берлектә ойошторолған Берләшкән ғилми-тикшеренеү институты (ОНИИ) эше менән етәкселек итә. Институт Октябрьский тимер юлының ғилми үҙәгенә әйләнә, ә тимер юл — юғары уҡыу йорттары өсөн фәнни асыштарҙы тиҙ индереүгә булышлыҡ итеүсе ҙур эксперименталь-производство полигоны була. М. А. Осинцев Октябрьский тимер юлында тиҙ йөрөшлө тимер юл хәрәкәте индереү инициаторҙарының береһе була. Ленинград-Мәскәү линияһында ЭР-200 пассажирҙар поезы әйләнешен индереүгә теоретик һәм практик әҙерлек үткәрелә.

Ленинградта йәшәй һәм эшләй. 1968 йылдың 3 июнендә вафат була. Санкт-Петербургта Богословский зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР Юғары Советы Президиумы указы менән, 1959 йылдың 1 авгусында, тимер юл транспорты үҫешендә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн Михаил Александрович Осинцевҡа Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла һәм «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
  • Өс Ленин ордены (29.07.1945; 21.06.1957; 1.08.1959),
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (2.08.1942; 6.08.1952),
  • «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (16.07.1951),
  • башҡа миҙалдар.