Ҡырым ауыл Советы (Әлшәй районы)
Ҡырым ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Әлшәй районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2008 |
Ҡырым ауыл Советы — Әлшәй райны составындағы ауыл биләмәһе, 2008 йылды бөтөрөлгән. Әбдрәшит ауыл Советы менән берләштерелгән. Почта индексы — 452118. ОКАТО коды — 80202834000.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендә ҡабул ителгән 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Законы, 1-се статьяһында түбәндәге юлдар бар:[1][2]
"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә: в) Әбдрәшит һәм Ҡырым ауыл Советтарын, «Әбдрәшит» атамаһын ҡалдырып, берләштерергә.
Ҡырым ауыл Советының Ҡырым, Линда, Бәләкәй Әбдрәшит ауылдарын Әбдрәшит ауыл Советы составына тапшырырға. Абдрәшит ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Һарай ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырым ауыл Советы 2008 йылға түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: Әбдрәшит ауыл Советы, Ибрай ауыл Советы. Дәүләкән районы менән сиктәш була («Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы» (ред. 19.11.2008))[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ gsrb.ru/upload/iblock/f6d/50-2008.doc
- ↑ gsrb.ru/upload/iblock/f6d/50-2008.doc
- ↑ (ред. от 16.07.2008) "О ГРАНИЦАХ, СТАТУСЕ И АДМИНИСТРАТИВНЫХ ЦЕНТРАХ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ В РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН