Һарай ауыл Советы (Әлшәй районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һарай ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Әлшәй районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Һарай ауыл Советы (Һарай ауыл округы) — Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районындағы 2008 йылда бөтөрөлгән ауыл Советы (ауыл биләмәһе).[1] Торонтайыш ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә. Ауыл Советының үҙәге — Һарай ауылы.

Почта индексы — 452105. ОКАТО коды — 80202852000.

Төрлө йылдарҙа ауыл Советынының составы:

  • Һарай ауылы: 80 202 852 001
  • Зәрәғәт ауылы: 80 202 852 002
  • Ирек (Әлшәй районы) ауылы: 80 202 852 0031
  • Хрустали ауылы: 80 202 852 006
  • Спасс-Барсуки ауылы 80202828003
  • Сәғәҙәт (Әлшәй районы) ауылы

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендә ҡабул ителгән 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Законы, 1-се статьяһында түбәндәге юлдар бар :

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә: г) Һарай һәм Торонтайыш ауыл Советтарын, «Торонтайыш» атамаһын ҡалдырып, берләштерергә, административ үҙәге — Торонтайыш ауылы.

Һарай ауыл Советының Зәрәғәт, Ирек, Хрустали ауылдарын Торонтайыш ауыл Советы составына индерергә. Торонтайыш ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Һарай ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға.

Ауыл Советы 2008 йылға түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: Торонтайыш ауыл Советы, Сураҡай ауыл Советы, Шафран ауыл Советы, Ыҫлаҡ ауыл Советы («Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы» (ред. 19.11.2008))[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]