Эстәлеккә күсергә

Байдаковка ауыл Советы (Әлшәй районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байдаковка ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Байдаковка
Административ-территориаль берәмек Әлшәй районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Байдаковка ауыл Советы — Әлшәй районының 2008 йылда бөтөрөлгән ауыл биләмәһе. Ниғмәтулла ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә. Административ үҙәге — Байдаковка ауылы. 2008 йылда ауыл Советы составына Нефорощанка, Беляковка тораҡ пункттары ингән була. 1991 йылда Байдаковка ауыл Советы составынан Раевка совхозының Красныый Клин бүлексәһенең ҡасабаһы сығарыла һәм яңы ойошторолған Зеленый Клин ауыл Советына тапшырыла (БАССР Юғары Советы Президиумының 1991 йылдың 18 сентябрҙәге 6-2/313-сө һанлы Указ Президиума ВС Башкирской ССР от 18.09.91 N «Әлшәй районында Зеленый Клин ауыл Советын ойоштороу тураһындағы» Указы).

Почта индексы — 452117. Код ОКАТО — 80202810000. Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Законының 1-се стаьтьяһында түбәндәге юлдар бар[1]:

"Башҡортостан Республикаһындың административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә :

2) Әлшәй районы буйынса:


"Башҡортостан Республикаһындың административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә: а) объединить Байдаковка һәм Ниғмәтулла ауыл Советтарын, «Нигматулла ауыл Советы» атамаһын ҡалдырып, берләштерергә, административ үҙәген Нигматулла ауылында урынлаштырырға. Байдаковка ауыл Советының Байдаковка, Нефорощанка, Беляковка ауылдарын Ниғмәтулла ауыл Советы составына индерергә. Ниғмәтулла ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Байдаковка ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға.

2008 йылға Байдаковка ауыл Советы түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сикләшкән була: Ҡыҙыл ауыл Советы, Зеленый Клин ауыл Советы, Әбдрәшит ауыл Советы, Ниғмәтулла ауыл Советы[2]. Бер 107-се узел нөктәһе, Ауырғазы районы сигендә Ауырғазы районы һәм Стәрлетамаҡ районы муниципаль берәмеге сиктәрен киҫеп үтеүен аңлата[3].