Эстәлеккә күсергә

Солтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Розалиә Солтангәрәева битенән йүнәлтелде)
Солтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы
Тыуған көнө:

28 март 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (69 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

филолог, йырсы, сәсән

Жанр:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт, рус

Наградалары:

Салауат Юлаев ордены

Солтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы (28 март 1955 йыл) — башҡорт фольклорсы-ғалимы, филология фәндәре докторы (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2005). Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1991).

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары - Аграр университетта.Р. Солтангәрәева - алғы рәттә уңдан 2-се. Өфө

Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева 1955 йылдың 28 мартында Башҡорт АССР-ы Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылында тыуған.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Розалиә Солтангәрәева — башҡорт йолалары һәм уларға бәйле халыҡ ижадын өйрәнеүҙә яңы принцип — комплекслы тикшеренеүҙе уңышлы алып барған ғалим. Ул йола поэзияһын фольклор һәм этнография ҡушылмаһында тыуған ҡатмарлы синкретик ижад булараҡ өйрәнә. 1988 йылдан — филология фәндәре кандидаты. «Башҡорт туй-йола поэзияһы» (1995) исемле монография авторы. Әхмәт Сөләймәнов менән берлектә күп томлыҡ башҡорт халыҡ ижадының «Башҡорт халыҡ ижады: Йола фольклоры» (1995), «Башҡорт халыҡ йола уйындары» (1996) тигән томдарын әҙерләп сығарҙы. 2002 йылда «Башҡорт халҡының ғаилә-көнкүреш йола фольклоры» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

  • Башкирский свадебно-обрядовый фольклор. Уфа, 1995.

Розалиә Солтангәрәева ижад өлкәһендә үҙенең сәсәнлек эшмәкәрлеге менән киң танылыу тапты. Уның репертуарында башҡорт халҡының данлыҡлы ир-азаматтары Мифтахетдин Аҡмуллаға, Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға, Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа, Рәми Ғариповҡа, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, арҙаҡлы башҡорт әҙибе Зәйнәб Биишеваға һәм башҡаларға арналған ҡобайыҙары төп урынды биләй. Ул ижад иткән әҫәрҙәр «Ҡобайырым һиңә, Илем» (1996) исемле китабы менән халыҡҡа еткерелде. Бер үк ваҡытта ул онотолоп барған йырҙарҙы башҡарыуы менән дә киң танылды.

2015 йылдың декабрендә Розалиә Солтангәрәева Ҡаҙағстанда «Йырау сәнғәте һәм төрки халыҡтарының эпик традициялары» ғилми-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә ойошторолған «Йыр ҡанатындағы тарих» исемле ҙур концертта сығыш яһаны. Ул башҡорт һәм рус телдәрендә үҙе ижад иткән «Башҡортостан тураһында ҡобайыр» башҡарҙы. Алматы дәүләт академия опера һәм балет театрында башҡорт сәсәниәһенең сығышына тамашасылар оҙаҡ алҡышланы[1].

Әҙәби ижад емештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡобайырым һиңә, Илем. Өфө, 1996.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы (2016)[2].
  • Салауат Юлаев ордены.
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989).
  • Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1991)[3].
  • 12-се Бөтә донъя йәштәр һәм студенттарҙың Мәскәүҙәге фестивале дипломанты (1985).
  • Алма-Аталағы Бөтә донъя аҡындар һәм сәсәндәр конкурсы лауреаты (1996).
  • Смоленскийҙағы Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыу конкурсы лауреаты (1991).
  • Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға халыҡ йырҙарын башҡарыу республика конкурсы лауреаты (1984).

Викидәреслектә

  • Рахимкулова А. В Уфе научное сообщество чествовало известного башкирского фольклориста Розалию Султангарееву. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 1 декабрь[1].
  • Ғәләүетдинов И. «Башҡорт телен, башҡорт халҡын ҡобайырҙа ҙурланым!». «Башҡортостан» гәзите, 2015, 27 март[2].
  • С. Галин. Тел асҡысы халыҡта. Өфө, «Китап», 1999, 219-сы б.
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар
  1. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 1 декабрь
  2. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 27 март 2018 йыл 16 сентябрь архивланған.