Үтәшева Ләйсән Альберт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үтәшева Ләйсән Альберт ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 28 июнь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (38 йәш)
Тыуған урыны Раевка, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Хәләл ефете Воля Павел Алексеевич
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө нәфис гимнастика спортсыһы, гимнаст, телетапшырыуҙар алып барыусы, спортивный комментатор, актёр озвучивания, радиоведущий
Эшмәкәрлек төрө нәфис гимнастика[d]
Уҡыу йорто П. Ф. Лесгафт исемендәге Физик культура, спорт һәм сәләмәтлек милли дәүләт университеты
Масса 42 килограмм һәм 50 килограмм[1]
Спорт төрө нәфис гимнастика[d]
Бейеклеге/буйы 167 сантиметр[1]
Рәсми сайт liasanutiasheva.ru
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 19 487 һәм 469 000 ± 999[2]
 Үтәшева Ләйсән Альберт ҡыҙы Викимилектә

Үтәшева Ләйсән Альберт ҡыҙы (28 июнь 1985 йыл) — спортсы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры. Рәсәй йыйылма командалары составында донъя һәм 2 тапҡыр Европа чемпионы, күп тапҡыр Донъя кубогын яулаусы, художестволы гимнастика буйынса халыҡ-ара спорт комментаторы, Рәсәй телеканалдарында (НТВ, НТВ+, Россия-2, ТНТ һ.б.) төрлө йүнәлештәге тапшырыуҙар алып барыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ләйсән Альберт ҡыҙы Үтәшева 1985 йылдың 28 июнендә Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында (2003 йылдан ауыл) тыуған[3].

1989 йылда атаһы Альберт Дамир улы һәм әсәһе Зөлфиә Солтангәрәй ҡыҙы менән Волгоград ҡалаһына күсенә. Үтәшевтар дүрт йәшлек ҡыҙҙарын балет мәктәбенә бирергә ниәтләнә, әммә осраҡлы осрашыу Ләйсәндең артабанғы тормошон бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа үҙгәртә.

2012 йылдың 14 мартында Ләйсән ауыр юғалтыу кисерә: иң яҡын кешеһе, 47 йәшендә генә йөрәк өйәнәгенән вафат булған әсәһе Зөлфиә Солтангәрәй ҡыҙын, һуңғы юлға оҙата[4].

2012 йылдың сентябрендә Ләйсән актёр һәм шоумен Павел Воля менә ғаилә ҡора[5]. 2013 йылдың 14 майында улдары Роберт, 2015 йылдың 6 майында ҡыҙҙары София тыуа[6].[7]

Ләйсән ғаиләһе менән тыуған төбәгенә даими ҡайтып йөрөй[8].

2016 йылда «Glamour» журналы үткәргән конкурс һөҙөмтәһендә Ләйсән Үтәшева һәм Павел Воля «Йыл пары» тип танылды[9].

Ләйсән — гимнастка[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала кибеттәренең береһендә сиратта торғанда гимнастика тренеры Надежда Касьянова ҡыҙҙың быуындарының үтә һығылмалы булыуына күҙ һала һәм уны үҙенә художестволы гимнастика менән шөғөлләнергә саҡыра. 1994 йылдан Ләйсәнде Татьяна Сорокина үҙ ҡулы аҫтына ала. 1997 йылда йәш гимнастка Мәскәүгә күсә һәм спорттың был төрө менән әүҙем шөғөлләнәнеүен Алла Янина һәм Оксана Скалдина етәкселегендә дауам дауам итә.

1999 йылда Ләйсән Үтәшеваға «Спорт мастеры» исеме бирелә.

2000 йылда танылған СССР һәм Рәсәй гимнасткаһы, 1993 йылдың 11 февралендә автоһәләкәттә ғүмере өҙөлгән Оксана Костина иҫтәлегенә үткәрелгән турнирҙа Ләйсән Үтәшева көмөш миҙал яулай. Артабанғы ике йыл уның өсөн оло ҡаҙаныштар алып килә: 2001 йылдың сентябрендә Берлиндә үткән Донъя кубогы этабының барлыҡ алты төр ярыштарында ла Ләйсән абсолют еңеүсе була. Октябрь айында иһә Мадридтағы Донъя беренселегендә Рәсәй командаһы составында алтын миҙалға лайыҡ була[10]. Был уңыштары өсөн гимнастка «Халыҡ-ара спорт мастеры» исемен ала.

2002 йылдан Ләйсән Үтәшева менән тренерҙар Ирина Винер һәм Вера Шаталина шөғөлләнә. Гимнастка Словениялағы халыҡ-ара турнирҙа икенсе урын алғандан һуң, май айында Францияның Корбей-Эсон ҡалаһында үткән рәсми булмаған донъя чемпинатында еңеүсе була. Июндә Мәскәүҙә уҙғарылған Үҫмерҙәр уйындарында күпбәйгелә (многоборье) һәм тағы өс төр ярыш (ырғымыс (скакалка), туп һәм булава) буйынса алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәй.

2002 йылдың сентябрендә Һамар ҡалаһында ойошторолған күрһәтмә сығышта насар әҙерләнгән матҡа уңышһыҙ төшөүе арҡаһында гимнастка аяҡ табанын ауыртыра. Медицина тикшереүе ниндәйҙер имгәнеү тапмай, һәм Үтәшева ярыштарҙа ҡатнашыуын дауам итә, ә был, аҙаҡтан асыҡланыуынса, кире эҙемтәләргә килтерә. Тиҙҙән спортсының аяғы ауыртыуына зары йышая, әммә яңы тикшереүҙәр тағы ла бер һөҙәмтә лә бирмәй. Үтәшеваны өнәп бөтмәүселәр өсөн был хәл «ул имгәнеүгә юрый һылтана» тип раҫларға сәбәп була.

2002 йылдың декабрендә донъя кубогы этабынан һуң Винер булышлығында гимнастка Германия клиникаһында комплекслы медицина тикшереүе үтә. Магнит томографияһы уның бер аяғындағы ладьяға оҡшаш һөйәктең (русса ладьевидная кость) күп тапҡыр һыныуын, ә икенсе аяҡ табаны һөйәктәренең даими ауырлыҡ төшөүҙән айырылыуын күрһәтә. Был мәғлүмәт спортсының карьераһы тамамланыуға ғына түгел, уның бөтөнләй атлай алмаҫына килтереү ҡурҡынысы тыуҙыра. Шулай ҙа Рәсәй хирургтары яһаған уңышлы операциянан һуң Ләйсән яңынан спортҡа ҡайта. 2004 йылда илдең йыйылма командаһы составында сығыш яһап, Европа чемпионы була, артабан Латвияла һәм Францияла үткән халыҡ-ара турнирҙарҙа еңеүгә өлгәшә. 2008 йылда Пекинда уҙасаҡ Йәйге Олимпия уйындарына тиклем сығыш яһарға ниәтләнһә лә, 2006 йылдың апрелендә Рәсәйҙең художестволы гимнастика буйынса йыйылма командаһының баш тренеры Ирина Винер менән кәңәшләшкәндән һуң, Үтәшева спорттан китергә ҡарар итә[11].

Художестволы гимнастикалағы ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Спорт мастеры (1999)
  • Оксана Костина иҫтәлегенә үткәрелгән турнирҙың көмөш миҙалы (2000)
  • Донъя кубогы этабының барлыҡ алты төр ярыштарының абсолют еңеүсеһе (2001, сентябрь)
  • Рәсәй командаһы составында Донъя беренселеге чемпионы (2001, октябрь)
  • Халыҡ-ара спорт мастеры (2001)
  • Словениялағы халыҡ-ара турнирҙа икенсе урын (2002)
  • Рәсми булмаған донъя чемпинаты (Корбей-Эсон ҡалаһы, Франция) — 1-се урын (май, 2002)
  • Үҫмерҙәр уйындары (Мәскәү) — күпбәйге һәм тағы өс төр ярыш — 1-се урын (июнь, 2002)
  • Рәсәй йыйылма командаһы составында Европа чемпионы (2004)
  • Латвиялағы халыҡ-ара турнир — 1-се урын
  • Франциялағы халыҡ-ара турнир — 1-се урын.

Әҙәби ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Несломленная: Автобиографический роман. — М.: Рипол Классик Пр, 2008. — 352 с. (ISBN 978-5-386-00831-4). (рус.)

Телевидениелағы эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй телеканалдарында төрлө йүнәлештәге күңел асыу тапшырыуҙары алып барған билдәле спортсылар араһында танылған гимнастка, донъя, Европа чемпионы, донъя Кубогын яулаған Ләйсән Үтәшева айырым урын алып тора. Ул «Төп юл» (русса «Главная дорога»), НТВ-ла «Бөгөн иртән» тапшырыуҙарын, иртәнге зарядканы, «Ләйсән Үтәшеваның матурлыҡ академияһы» тип аталған авторлыҡ программаһын алып барҙы. «Йәшә» каналында — "Йондоҙҙар менән фитнес"та[12], "Спорт-плюс"та иһә «Шәхси тренер» тапшырыуҙары менән тамашасыларҙың көтөп алған алып барыусыһына әйләнде.

2014 йылдан Ләйсән ТНТ-ла «Бейеүҙәр» программаһын алып бара. Уның беренсе миҙгеле ярайһы ғына уңыш ҡаҙанды, икенсеһе 2015 йылдың 22 августа башланды. Унда Рәсәй ҡалаларынан ҡыҙ һәм егеттәр ил кимәлендәге «Иң яҡшы бейеүсе» исемен алыу һәм 3 миллион һумлыҡ аҡсалата бүләк өсөн бәйге тота. Ләйсән Үтәшеваның «Труд» гәзите хәбәрсеһе менән әңгәмәһендә нәҡ ошо танылған проект хаҡында һүҙ бара. Ләйсән шулай уҡ телевидение хаҡындағы фекерҙәре менән дә бүлешә. «Башҡортостан» гәзите, был материалды тәржемәләп, үҙенең 2015 йылғы 26 август һанында урынлаштырған[13].

Һуңғы осорҙағы эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гәзит һәм журналдарҙа уның тураһында мәҡәләләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Наталья Овчарук. Ляйсан Утяшева показала, как она выглядела 11 лет назад. «Комсомольская правда» - Уфа гәзите, 2017, 14 март[15].
  • Ләйсән Үтәшева: «Экранда ысын хис-тойғоға һәр саҡ ҡытлыҡ». «Башҡортостан» гәзите, 2015, 26 август[13]
  • Ляйсан Утяшева, рождённая в раю. «Советский спорт» гәзите, 2003, 22 февраль[16]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Cosmopolitan (ингл.)Hearst Communications, 1886. — ed. size: 3032211 — ISSN 0010-9541
  2. (unspecified title)
  3. Ләйсән Үтәшеваның официаль сайты 2016 йыл 13 март архивланған. (рус.)
  4. Зульфия Утяшева, мама знаменитой гимнастки и телеведущей, скоропостижно скончалась из-за сердечного приступа —ЖурДом.ру. 14 марта 2012 года 2012 йыл 20 март архивланған. (рус.)
  5. Ляйсан Утяшева впервые откровенно рассказала о жизни с Павлом Волей — 7Дней.ру (рус.)
  6. Ляйсан Утяшева родила Павлу Воле дочь — ДНИ.РУ Интернет-газета (рус.)
  7. Ляйсан Утяшева восстанавливает фигуру после родов Сайт «Дети Mail.Ru» (рус.)
  8. В Башкирию на отдых приехал Павел Воля. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 11 июль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 июль 2016)
  9. , 2016, 10 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2016)
  10. Досье: Утяшева Ляйсан|Аргументы и Факты Адыгея 2016 йыл 7 март архивланған. (рус.)
  11. Ляйсан Утяшева приняла решение уйти из большого спорта — SOVSPORT.RU 2013 йыл 2 декабрь архивланған. (рус.)
  12. Страничка Ляйсан Утяшевой на официальном сайте телеканала Живи 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.)
  13. 13,0 13,1 Ләйсән Үтәшева: "Экранда ысын хис-тойғоға һәр саҡ ҡытлыҡ — «Башҡортостан» гәзите, 2015, 26 август 2016 йыл 8 март архивланған.
  14. Уроженка Башкирии Ляйсан Утяшева готовится к премьере своего танцевального шоу. , 2017, 13 май (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 май 2017)
  15. Ляйсан Утяшева показала, как она выглядела 11 лет назад. «Комсомольская правда» гәзите, 2017, 14 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 март 2017)
  16. «Советский спорт», 2003, 22 февраля 2015 йыл 23 сентябрь архивланған. (рус.)