Эстәлеккә күсергә

Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 25 декабрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Үрнәк, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 23 апрель 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы "Кёнисбергты алған өсөн" миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы Ватан һуғышы ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР»

Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы (4 ғинуар 1925 йыл — 23 апрель 1999 йыл) — уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының орудие һәм разведка отделениеһы командиры, сержант.РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Дан орденының тулы кавалеры.

Хәниф Хажиғәле улы Абдрахманов 1925 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР‑ының Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы) Үрнәк ҡасабаһында тыуған.

1943 йылдың ноябренән алып Көнбайыш һәм 2‑се Белоруссия фронттарында 49‑сы армияның 139‑сы уҡсылар дивизияһының 609‑сы уҡсылар полкында тоҫҡаусы, артиллерия батареяһының орудие һәм разведка отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә. Дан ордендары менән 1944 йылдың 26 июнендә Белорус ССР‑ы Горбовичи ауылы эргәһендә Реста йылғаһы аша сыҡҡанда, 17 июлдә Цогарны ауылы янында дошман контратакаһын кире ҡаҡҡанда һәм 1945 йылдың 13 һәм 15 февралендә Лишин һәм Клайн Гацно торама пункттары (икеһе лә — Польша) өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. 1946 йылдарынды өлкән сержант демобилизациялана.

1946—1973 йылдарҙа һәм 1980—86 йылдарҙа Әлшәй районы һәм Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә уҡытыусы, директор булып эшләй. 1950 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай.

1973—1980 йылдарҙа РСФСР Педагогия йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһенең яуаплы секретары вазифаһын башҡара. 1999 йылдың 23 апрелендә вафат була, Өфө ҡалаһында Көньяҡ зыяратта ерләнгән[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (06.04.1985)[2]
  • Дан ордены тулы кавалеры: 1‑се (27.02.1958), 2‑се (12.04.1945[3]) һәм 3‑сө (15.08.1944[4])
  • РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт билдәһе
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының өс Почёт грамотаһы
  • Өфөлә Хәниф Абдрахманов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.