Мулла (Туймазы районы)
Мулла | |
Нигеҙләү датаһы | 1740 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй Бәләбәй өйәҙе |
Тамамланыу датаһы | 1968 |
Мулла (рус. Муллино) — 1946 йылда булдырылған Октябрьский нефтселәр ҡалаһы составына индерелгән ауыл[1]. Ҡала составына индерелгәнгә тиклем Башҡортостандың Туймазы районы ауылы. Хәҙер элекке ауыл территорияһын ошо уҡ исемле ҡала микрорайоны биләй[2][3][4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1740 −1750 йылдарҙа Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы яҫы таулығындағы Ыҡ йылғаһы үҙәнендә барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта ауыл Мулла-ауыл тип исемләнә[1]. Рәсәй империяһының кантон системаһы сиктәрендә Нарыштау итәгендә урынлашҡан Үрге Зәйет, Мулла-ауыл, Нарыш, Таубаш (Мәскәү), Төркмән ауылдары 12-се һәм 5-се башҡорт кантондары составына инә. 1865 йылды Өфө губернаһы ойошторолғандан һуң әлеге ауылдар, шул иҫәптән Мулла-ауыл, Бәләбәй өйәҙе Үрге Бишенде улусына инә.
1946 йылдың 5 апрелендә РСФСР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Туймазы районының Октябрьский эшселәр ҡасабаһын республика әһәмиәтендәге ҡала итеп үҙгәртеү тураһындағы тәҡдиме раҫлана. Ошо уҡ Указ менән Мулла, Нарыш, Үрге Зәйет, Төркмән, Мәскәү ауылдары Октябрьск ҡала Советы ҡарамағына тапшырыла.
Типтәрҙәр төпләнеү өсөн рөхсәт алғандан һуң, Мулла ауылы этник яҡтан бер төрлөлөгөн юғалта. 1782 йылдың 22 ғинуарындағы килешеү буйынса Мулла һәм Зәйет ауылдары башҡорттары бер типтәр муллаһы ғаиләһен ауылда төпләнеүен законлаштыралар. Монасип һәм уның ағаһы Әбдрәхим Абдуллиндар бынан бер йыл элек ауылда йәшәй башлайҙар. Улар башта бер ыңғай 6 һум түләйҙәр һәм артабан һәр ихатанан йылына 10 тин түләргә тейеш булалар. Яһаҡ татары Мөхәмәтша Иҫәнғолов бында бер ниндәй документһыҙ йәшәй. Припущенниктарҙан ауылда Бөгөлмә өйәҙе Юрмый улусы Уразай ауылынан күсеп килгән башҡорттар йәшәй. 1850 йылда уларҙың дөйөм һаны 12 кеше тәшкил итә.
Архив документтары күрһәтеүенсә, ауыл халҡының һаны йылдан-йыл арта бара. 1783 йылда — 150, 1795 йылда — 161 (был йылдарҙа енестәр айырылмай күрһәтелгән), 1816 йылда 43 йортта — 152 ир-егет һәм 148 ҡатын-ҡыҙ, 1834 йылда — 229 һәм 201, 1870 йылда — 419 һәм 405 ; 1917 йылда 90 йортта — 1905 кеше, 1920 йылда 358 йортта — 1916 кеше (совет осоронда дөйөм һан күрһәтелгән).
Хужалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл халҡы башлыса игенселек менән шөғөлләнә:
1843 йылда һәр 382 аҫаба башҡорт йәненә 72 бот ужым бойҙайы сәселһә, 1312 бот ярауай (яҙғы бойҙай) сәселә, 36 бот картуф ултыртыла.
Археологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мулла археологик тораһының түбәнге ҡатламында таш ҡоралдар (ҡырғыстар, чопперҙар, бүленмәләр отщепы) табылған, улар мустье дәүеренә (б. б. т. 100-40 мең йыл) ҡарай. Мезолит осоро ҡатламында уҡ башаҡтары, ҡырғыстар, мөгөҙҙән эшләнгән гарпундар табылған.
Ағиҙел буйы мәҙәниәте II Мулла һәм II Дәүләкән тораларында йорт атының иң боронғо ҡалдыҡтары табылған. Муллалағы аттар бөтәһе лә йәш аттар (5 йәшкә тиклем). Ҡоралдарҙы эшкәртеү өсөн йыш ҡына уларҙың һөйәктәре буйға ярылған. Ат һөйәктәренән эшләнгән һөйәк хәнйәрҙәре табылған, хәнйәрҙәрҙә саҡматаш йөҙөн ҡуйыу өсөн махсус тишектәр эшләнгән. Әгәр ҙә табылған мал ҡырағай булһа, улар төрлө йәштә булырҙар ине, тип фаразлап була[5].
Ағиҙел мәҙәниәтенең тәүге этабы ҡомартҡыларына — III Мулла тораһы, ә һуңғы этаптағы ҡомартҡыларға IV Мулла тораһы ҡарай.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Латипова Миңниса Ибәтулла ҡыҙы — шағирә[6]
- Ғәтиәтуллин Шакир Йосоп улы — Советтар Союзы Геройы (1944).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Ватандаш / Соотечественник / Compatriot 2018 йыл 8 август архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «autogenerated1» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ «ПТИЧИЙ» РЫНОК В ОКТЯБРЬСКОМ — башинформ.рф — Новости новой Башкирии
- ↑ МИНИСТЕРСТВУ КУЛЬТУРЫ И НАЦИОНАЛЬНОЙ ПОЛИТИКИ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН — 50 ЛЕТ — башинформ.рф — Новости новой Башкирии
- ↑ 60 лет самому западному городу Башкортостана: сад, населенный тружениками — башинформ.рф — Новости новой Башкирии
- ↑ Матюшин Г. Н. Археологический словарь. — М.: Просвещение, 1996. — 304 с. — ISBN 5-09-004958-0.. — С. 54—57, 120—121, 157.
- ↑ Латыпова Минниса Ибатулловна | Литературная карта Республики Башкортостан