Шәрәфетдинова Нәзирә Хәмзә ҡыҙы
Шәрәфетдинова Нәзирә Хәмзә ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 2 июнь 1949 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | табип, гигиенист, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | БДМУ |
Биләгән вазифаһы | кафедра мөдире[d] |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Шәрәфетдинова Нәзирә Хәмзә ҡыҙы (рус. Шарафутдинова Назира Хамзиновна; — 2 июнь 1949 йыл) — ғалим-гигиенист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014), атҡаҙанған табибы (2002) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2004).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәзирә Хәмзә ҡыҙы Шәрәфетдинова — 1949 йылдың 2 июнендә Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында тыуған[1]. 1977 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай, 1982 йылда — аспирантурала уҡый. 1983 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтында Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль гигиенаны ойоштороу кафедраһы ассистенты , 1993 йылдан алып — өлкән уҡытыусы, 1995 йылдан — доцент. 1998 йылдың ғинуарынан медицина фәндәре докторы. 2000 йылдан дипломдан һуң белем биреү курсы специальносы буйынса «һаулыҡ һаҡлау ойоштороу һәм йәмәғәт һаулығы» кафедраһы мөдире вазифаһына һайлана. 2007 йылдан — йәмғиәт һаулығы һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу сестринский менеджмент курс эштәре менән кафедраһы мөдире һәм бер үк ваҡытта 2000—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетының дипломдан һуң белем биреү институтында директор урынбаҫары вазифаһын башҡара[2].
Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғалимдың фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре Башҡортостан Республикаһында халыҡ һаулығы торошон өйрәнеүгә, дауалау-иҫкәртеү учреждениелары эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, һаулыҡ һаҡлауҙы фәнни нигеҙләүгә арналған. Нәзирә Хәмзә ҡыҙы етәкселегендә 1 докторлыҡ һәм 28 кандидат диссертацияһы яҡланған. Республика, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған симпозиумдарҙа һәм конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша[2]. 600-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
- Медико-демографические показатели здоровья сельского населения в Республике Башкортостан. Өфө, 2010 (авторҙаш);
- Болезни системы кровообращения как причина формирования сверхсмертности городского населения. Өфө, 2013 (авторҙаш);
- Репродуктивное здоровье городских женщин: рождаемость, аборты, гинекологическая заболеваемость на примере г. Уфы. Өфө, 2013 (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002);
- Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2006);
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2004);
- «Рәсәй ғалимдары» интернет-энциклопедияһы ҡатнашыусыһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәрәфетдинова Нәзирә Хәмзә ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 октябрь 2021)
- Энциклопедия/ Известные учёные/ Шарафетдинова Назира Хамзиновна
- 2 июндә тыуғандар
- 1949 йылда тыуғандар
- Октябрьскийҙа тыуғандар
- Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған табиптары
- Һаулыҡ һаҡлау отличниктары (СССР)
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Медицина фәндәре докторҙары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табиптары
- Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары