Туңдырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Итальян туңдырмаһы

Туңдырма — һѳткә, һѳт ѳҫтѳнә, ҡаймаҡҡа, майға, һутҡа еләк-емеш, шәкәр һәм башҡа тәм биреүсе матдәләр ҡушып, туңдырып эшләнгән татлы продукт[1].

Тѳрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туңдырманың тѳрлѳһѳ бар, мәҫәлән, крем-брюле йәки пломбир.

Туңдырма — юғары калориялы продукт, ҡайһы берҙәрендә 20 % май һәм 20 % углевод була. Был ризыҡтың ҡатырылғаны һәм йомшағы ла бар. Йомшаҡтары, ғәҙәттә, үлсәп һатыла һәм оҙаҡ һаҡланмай. Туңдырма ҡабының бер нисә варианты бар — вафлинан, ҡағыҙҙан һәм пластик стакандан эшләнгәне, таяҡҡа ҡуйылғаны, мѳгѳҙ һымаҡ һауыттағыһы, рулет, брикет, торт кеүек эшләнгәне һәм башҡа тѳрлѳләре.

Кафе, ресторан һәм башҡа ерҙәрҙә туңдырма һатҡанда, уны йыш ҡына емеш-еләк, шоколад, вафли киҫәктәре менән биҙәйҙәр, сироп, шоколад, сәтләүек валсыҡтары һибәләр. Туңдырманан шулай уҡ, уға һѳт, сироп ҡушып, миксерҙа туҡып, коктейль да яһайҙар

Башҡа төрҙәре:

  • ҡаймаҡлы туңдырма (үҫемлек йәки башҡа тѳрлѳ май нигеҙендә)
  • Сорбе (шәрбәт) (емеш-еләктән, һуттан эшләнгән йомшаҡ туңдырма).
  • Емешле боҙ (аҙмы-күпме ҡатырылған, таяҡҡа ҡуйылған, һѳттән түгел, һуттан эшләнә).
  • Мелорин (үҫемлек майынан)

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туңдырма— боронғо тәм-том. Туңдырманың килеп сығыу тарихы дүрт мең йылдан ашыу тип фаразлана.[2].

Беҙҙең эраға тиклем ике мең йыл элек үк Ҡытайҙа ѳҫтәлгә туңдырманы хәтерләткән, апельсин, лимон киҫәктәре, анар емеше ҡушылған десерттар ҡуйыла[2]. Беҙҙең эраға тиклем XI быуатта ғына «Ши цзин» китабында туңдырма эшләү рецебы һәм уны һаҡлау серҙәре асыла.

Һыуытылған шарап, һуттарҙы һәм һѳтлѳ эсемлектәрҙе боронғо Грецияла ла файҙаланғандар.

Эскимос аш-һыуы Акутак — емештән, иттән, сусҡа майынан эшләнгән туңдырма..

Фалуде — туңдырманың тәүге билдәле ѳлгѳһѳ беҙҙең эраға тиклем V быуатта барлыҡҡа килә. Ул туңдырылған ал һыу, лайм һуты һәм шулай уҡ, ҡайһы бер осраҡта, тѳйѳлгән фисташканан эшләнгән була.

Европала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Европала туңдырма таралыуын Франция королеваһы Екатерина Медичи исеме менән бәйләйҙәр

XIII быуатта Ҡытайҙан тәүге рецепт алып килеп, туңдырма менән Европаны Марко Поло таныштыра. Ул хатта боҙҙоң файҙалы сифаты тураһында китап та яҙа.

Туңдырма әҙерләү буйынса тәүге рецепт 1718 йылда Лондонда баҫылып сыға[3][4].

Хәҙерге вариантындағы туңдырма Рәсәйҙә XIX быуатта барлыҡҡа килә. Тәүге туңдырма фабрикаһы 1851 йылда АҠШ-тың Балтимор ҡалаһында эшләй башлай.

Етештереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туңдырма яһау машинаһы

Ғәҙәттә туңдырма:

  • һѳтттән,
  • ҡаймаҡтан,
  • майҙан,
  • шәкәрҙән,
  • тәмләткес, ароматлы матдәләрҙән,
  • кәрәкле консистенцияны, яраҡлылыҡ ваҡытын һәм башҡаларҙы тәьмин итеүсе ѳҫтәлмәләрҙән эшләнә.

Заманса туңдырыу ысулдары барлыҡҡа килгәнсе, туңдырма айырым осраҡтарҙа ғына файҙалана торған үтә затлы ризыҡ һанала. Уны етештереү ҙә ҡатмарлы процесс була.

Ѳй шарттарында әҙерләү ѳсѳн туңдырма эшләй торған махсус аппарат кәрәк.

Туңдырма ҡатышмаһы әҙерләү процессы түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:

  • тәүге сеймалды әҙерләү;
  • рецептҡа ярашлы сеймал компоненттарын ҡушып, туңдырма ҡатышмаһын әҙерләү;
  • механик ҡушымталарҙан һәм патоген микроорагнизмдарҙан таҙартыу ѳсѳн ҡатышманы фильтрлау һәм пастеризациялау;
  • әҙер туңдырманың органолептик үҙенсәлеген яҡшыртыу ѳсѳн ҡатнашманың май тѳйѳрсәктәрен онтау; +4°С-ҡа тиклем һыуытыу.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аксессуарҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лондон ресторандарының береһендә ҡатын-ҡыҙҙар һѳтѳнән яһалған туңдырмаға мадагаскар ваниле һәм лимон цедраһы һалып бирәләр. Baby Gaga тип аталған туңдырма бала имеҙгән ҡатындарҙың һѳтѳнән эшләнә. Һатып алыусыларҙың теләге буйынса, туңдырмаға балалар ѳсѳн тәғәйенләнгән, ауыртыуҙы баҫа торған «Калпол» йәки теш сыҡҡанда файҙаланыла торған «Бонджела» геле ѳҫтәп тә бирәләр[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Мороженое — Большой энциклопедический словарь
  2. 2,0 2,1 THE NIBBLE Specialty Food Magazine The History of Ice Cream & The Ice Cream Cone  (инг.) (2006-07). Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 февраль 2013. 11 февраль 2013 тикшерелгән.
  3. Eales Mary Mrs. Mary Eales's Receipts — London: Prospect Books, 1985. — ISBN 0-907325-25-4.
  4. http://www.gutenberg.org/files/20735/20735-h/20735-h.htm#ice_cream «To Ice Cream» in Project Gutenberg’s Mrs. Mary Eales’s Receipts (1733), by Mary Eales.
  5. Тейлор, 2016, с. 41

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Maguelonne Toussaint-Samat A History of Food — John Wiley & Sons, 1994-09-28. — 824 б. — P. 749—750. — 2500 экз.
  • Игорь Богданов Лекарство от скуки, или История мороженого — Новое литературное обозрение, 2007. — 192 б. — 3000 экз.
  • Джереми Тейлор Здоровье по Дарвину: Почему мы болеем и как это связано с эволюцией = Jeremy Taylor “Body by Darwin: How Evolution Shapes Our Health and Transforms Medicine” — М.: Альпина Паблишер, 2016. — 333 p. — ISBN 978-5-9614-5881-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кулинарная книга. Кофейное мороженое.