Эстәлеккә күсергә

Елгаштина Мария Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Елгаштина Мария Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 14 июнь 1873({{padleft:1873|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Барнаул, Барнаульский уезд[d], Томск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 ноябрь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (93 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Елгаштина Мария Николаевна (14 июнь 1873 йыл — 10 ноябрь 1966 йыл) — график, театр рәссамы. Башҡортостандың һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1934 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы (1955) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1944). «Почёт Билдәһе» ордены (1955) кавалеры.

Мария Николаевна Елгаштина 1873 йылдың 14 июнендә Барнаул ҡалаһында тыуа. 1890-сы йылдарҙа Мәскәүгә күсеп бара[1]. Ҡыҙ фамилияһы — Давидович-Нащинская, Барнаул ҡалаһының беренсе мэры ҡыҙы. Атаһы, Николай Андреевич Давидович-Нащинский, һөнәре буйынса — тау инженеры, яҡшы бейей, музыка ҡоралында уйнай, спектаклдәрҙә ҡатнаша. Әсәһе, Луиза Петровна (ҡыҙ фамилияһы Томсон), Смольный институтын тамамлаусы, балаларының һынлы сәнғәт, балет, драма театры менән мауығыуын дәртләндерә. Үҙешмәкәр спектаклдәр тураһында уҡыуы һәм ундағы күргән тәьҫораттарын ҡыҙ өй ҡурсаҡ театрына күсерә.

1892 йылдан 1894 йылға тиклем Мария «Сәнғәткә һәм һөнәрҙәргә ҡарата һүрәттәр төшөрөү мәктәбендә» уҡый[2] (Строганов училищеһы булараҡ билдәле).

1903 йылдан 1905 йылға тиклем Плеста йәшәй һәм эшләй, бында ул рәссамдәр А. М. Корин һәм М. П. Клодт менән таныша, Левитандың ижадын өйрәнә. Император ат аҙбары ҡарауылсыһы Иван Семенович Елгаштинға кейәүгә сыҡҡас, Мария Николаевна 1906 йылға тиклем Турғай далаһында, аҙаҡ Барнаулда һәм башҡа ҡалаларҙа йәшәй. Уларҙың дүрт балаһы була, революция ваҡытында ике малайҙары үлә. 1906 йылда Елгаштина Өфөгә барып юлыға. 1913 йылдың көҙөндә Өфөлә уның инициативаһы менән беренсе рәссамдар коллективы — «Өфө рәсем сәнғәтен яратыусылар түңәрәге» барлыҡҡа килә. 1915 йылда түңәрәккә Иглин ауылында урынлашҡан билдәле Давид Бурлюк килеп ҡушыла. Революциянан һуң ире эшһеҙ ҡала, сөнки ат заводындағы эше батша армияһындағы полковник чины һымаҡ күҙаллана. Ҡайғыһынан ул һуҡырая. Улар менән денщик ҡала, туранан- тура булмаһа ла ул ҡурсаҡ театрына башланғыс һала.

Мария Николаевна 1919—1929 йылдарҙа М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейын ойоштороуҙа һәм музей китапханаһын комплектлауҙа ҡатнаша.

1931—1955 йылдарҙа Елгаштина Өфөлә ҡурсаҡтарҙың берләшкән театрына нигеҙ һалыусы һәм баш художество етәксеһе була. Театрҙа ул үҙе ҡурсаҡтар яһай һәм был эшкә ҡыҙын Зинаиданы йәлеп итә, үҙе беренсе спектаклдәрҙең декорацияларына эскиздарын эшләй, үҙе уйнай, етәксеһе лә, режиссеры ла була. Бөйөк Ватан һуғышында театр яралыларҙы хеҙмәтләндерә, ә 1944 йылдың йәйендә ун кешенән торған бригада Карел фронтына сыға, унда актреҙар дивизияларҙа һәм фронт һыҙығы эргәһендәге госпиталдәрҙә сығыш яһай. Театрҙа Мария Николаевна 1932 йылдан 1955 йылға тиклем эшләй.

1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1944) һәм халыҡ рәссамы (1955).

Елгаштина Марияның ҡыҙы Зинаида Ивановна Елгаштина, кейәүҙә Сомова (1897—1979) — балерина, Вацлав Нижинскийҙың уҡыусыһы; Максимилиан Волошин.тураһында күп булмаған хәтирәләр ҡалдыра.

Елгаштина Марияның ҡыҙы Мария Ивановна Беляев Борис Ивановичҡа кейәүгә сыға, бер ҡыҙы була, үҙе 20 йәшендә тифтан үлеп ҡала.

Елгаштина башлыса пейзаждар яҙа. Уның әҫәрҙәре өсөн нәфислек, яҡын тондарҙың йомшаҡ ярашлығы төҫтәрҙең нескәлеге, форманы йоҡа эшкәртеү хас.

Мария Николаевнаның төп хеҙмәттәре:

Сөм йылғаһы[3], акв., 1926
Офоҡтар, акв., 1930
Юл, акв., 1939
Эңер, акв., 1940
Өфөнөң үткәне, м. х., 1944
Зәңгәр киңлектәр, м. х., 1946
Натюрморттар серияһы, аква., 1955—1961

Ҡурсаҡ театры өсөн «Күңелле ҡунаҡтар», «Байрам бүләге» пьесаларының, «Салтан батша тураһында әкиәт», «Үле батша ҡыҙы тураһында әкиәт» инсценировкаларының авторы.

Уның эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡортостан Республикаһының дәүләт сәнғәт музейында һаҡлана.

  • «Өфө рәсем сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәте» күргәҙмәһе, 1913—1918
  • Революцион Рәсәй рәссамдар ассоциацияһының Өфө бүлексәһе күргәҙмәһе, Өфө, 1926—1936
  • Республика күргәҙмәләре, Өфө, 1937—1955
  • РСФСР -ҙың өлкән быуын рәссамдары эштәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1940
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәре декадаһы күргәҙмәһе (үлгәндән һуң), Мәскәү, Ленинград, 1969
  • АҠШ-та (Сан-Диего) Рәсәй милли ситендәге Совет рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, 1929
  • Тыуыуына 80 -йыл айҡанлы шәхси күргәҙмәһе, Өфө, 1953
  • Тыуыуына 90 -йыл айҡанлы шәхси күргәҙмәһе, Өфө, 1963
  • Тыуыуына 100- йыл айҡанлы шәхси күргәҙмәһе, Өфө, 1973

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Почёт Билдәһе» ордены, 1955
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • М. Н. Елгаштина: Каталог. / Авт. вступ. ст. Г. Ш. Сафарова. — Уфа, 1963
  • Фенина Эвелина Дорогая Мария Николаевна // Бельские просторы. — 2004. — № 12.
  • БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. Советская энцик­лопедия, М:1970.
  • История Уфы. Сб. статей, гл. 6, 10. Башкир­ское книжное издательство, Уфа, 1976.
  • Коновалов Э. Г. Словарь русских художников. М.: Эксмо, 2008.
  • Рашида Краснова Барыня-полковница