Эстәлеккә күсергә

Харисов Әхнәф Ибраһим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әхнәф Харисов битенән йүнәлтелде)
Харисов Әхнәф Ибраһим улы
Тыуған көнө

2 июнь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1], Имән ауылы

Вафат көнө

15 май 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (62 йәш)

Вафат урыны

РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө

Ил

СССР

Ғилми даирәһе

филология

Эшләгән урыны

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре докторы (1972)

Ғилми исеме

профессор (1972)

Ниндәй өлкәлә танылған

прозаик, филолог

Награда һәм премиялары
Октябрь Революцияһы ордены — 1975 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1949
Салауат Юлаев ордены

Харисов Әхнәф Ибраһим улы (2 июнь 1914 йыл — 15 май 1977 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, тел һәм әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1954–1964 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, 1964–1977 йылдарҙа — директор урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1972), профессор (1972), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987). Октябрь Революцияһы (1975), «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.

Башҡорттарҙан беренсе булып «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлаусы (1941).

Әхнәф Ибраһим улы Харисов 1914 йылдың 2 июнендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[2] Имән ауылында тыуған.

Әхнәф Ибраһим улы Харисов ҡәбере (Өфө мосолман зыяраты)

Буласаҡ ғалимдың ғилми эшкә һәләтлеге К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡыған саҡтарында уҡ күренә башлай. 1935 йылда институтты тамамлағас, шунда уҡ эшкә ҡалдырыла. 1937 йылда шағир Ҡадир Даян менән бергәләп «Стилистика. V—VII кластар өсөн дәреслек» китабын яҙалар.

1941 йылда Мәскәүҙә тел белеме буйынса аспирантура тамамлай, башҡорттарҙан беренсе булып «филология фәндәре кандидаты» дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

1944 йылда рус телендә «Категория глагольных видов в башкирском языке» тигән тәрән фәнни йөкмәткеле китабын сығара. Шул уҡ 1944 йылда уҡыу йорттары өсөн тағы ла бик мөһим бер китап — "Әҙәбиәт теорияһы"н донъяға сығара.

Үҙ эшмәкәрлеген телсе булып башлаған Әхнәф Харисов нигеҙҙә әҙәбиәт мәсьәләләре менән шөгөлләнә. Уның 1965 йыл донъя күрген ҙур күләмле «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. XVIII—XIX быуат» тигән китабы — һис шикһеҙ башҡорт фәнни күгендә баһалап бөткөһөҙ оло ҡаҙаныш. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәр өсөн бик күп дәреслектәр, ҡулланмалар яҙыу эшен дә алып бара. Уның әүҙем ғилми эшмәкәрлеге «Октябрь революцияһы», «Почёт Билдәһе» ордендары һәм миҙалдар менән билдәләнде.

1948—1951 йылдарҙа Әхнәф Харисов Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе була. Был осорҙа ул башҡорт әҙәбиәтен аратабан үҫтереү һәм уны Бөтә Союза аренаһына сығарыуға күп көс һала.

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 с.  (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 56-57 с. ISBN 5-295-02294-3.