Камалов Таһир Таузах улы
Камалов Таһир Таузах улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 2 июнь 1962 |
Тыуған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 4 ғинуар 2021 (58 йәш) |
Һөнәр төрө | музыкант |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Камалов Таһир Таузах улы (2 июнь 1962 йыл — 4 ғинуар 2021 йыл) — музыкант, дирижёр. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижёры; Башҡортостан Республикаһының милли симфоник оркестрын ойоштороусы һәм 1992—2011 йылдарҙа уның директоры, художество етәксеһе һәм баш дирижеры, бер үк ваҡытта 1989 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы һәм студенттар симфоник оркестры етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995). Халыҡ-ара башҡарыусылар һәм дирижёрҙар конкурсы лауреаты (Женева ҡалаһы, Швейцария, 1997).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таһир Таузах улы Камалов 1962 йылдың 2 июнендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
1981 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 1983 йылда — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. 1983—1989 йылдарҙа Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында уҡый.
1985—1986 йылдарҙа әрмелә хеҙмәт итә. 1993—1995 йылдарҙа Ҡазан дәүләт консерваторияһы аспирантураһында опера-симфоник дирижёрлыҡ итеү һөнәре буйынса белем алыуын дауам итә (педагогы профессор Ф.Мансуров).
Эш урыны: 1989—1992 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры; 1992—1994 йылдарҙа — «Шарк» симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры; 1994—1996 йылдарҙа — «Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры» ябыҡ типтағы акционер йәмғиәтенең (АОЗТ) генераль директоры, художество етәксеһе һәм баш дирижеры; 1996—2011 йылдарҙа — «Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры» мәҙәниәт һәм сәнғәт дәүләт учреждениеһы баш дирижеры һәм художество етәксеһе . Камалов Таһир Таузах улы — был оркестрҙы ойоштороусыларҙың береһе.
Уның етәкселегендә оркестр тарафынан Дж. Вердиҙың «Реквием» альбомы сығарыла, Мәскәү консерваторияһының Ҙур концерт залы, солистар — Иван Архипов, А. Абдразаков, М. Шагуч, Т. Гугушвили; «Башҡорт симфоник музыкаһының антологияһы», композиторҙар Р. Мортазин, Х. Әхмәтов тураһында телефильмдар өсөн музыка яҙҙырыла. Антологияға Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры тарафынан яҙҙырылған Башҡортостандың төрлө быуын композиторҙарының әҫәрҙәре ингән.
Ғаиләһе — ҡатыны Елена, улы Рөстәм һәм ҡыҙы Ләйсән. Өфөлә йәшәйҙәр.
Таһир Таузах улы Камалов 2021 йылдың 4 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат булды[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В Уфе ушел из жизни дирижер, народный артист Башкортостана Тагир Камалов. ИА «Башинформ», 4 января 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 ғинуар 2021)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Камалов Таһир Таузах улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 1 июнь 2022)
- http://dic.academic.ru/dic.nsf/enc_biography/50516/%D0%9A%D0%B0%D0%BC%D0%B0%D0%BB%D0%BE%D0%B2
- http://www.vatandash.ru/index.php?article=1001 2017 йыл 17 март архивланған.