Девятаев Михаил Петрович
Девятаев Михаил Петрович | |
рус. Михаил Девятаев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 8 июль 1917 |
Тыуған урыны | Торбеево[d], Спасский уезд[d], Тамбов губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 24 ноябрь 2002 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡазан, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Арса зыяраты[d] |
Место содержания под стражей | Заксенхаузен[d] |
Һөнәр төрө | яҙыусы, лётчик, хәрби хеҙмәткәр |
Уҡыу йорто | Оренбургское высшее военное авиационное Краснознамённое училище лётчиков[d] |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | военнопленный[d][1] |
Девятаев Михаил Петрович Викимилектә |
Девятаев Михаил Петрович (8 июль 1917 йыл; Рәсәй империяһы, Тамбов губернаһы, Рязань өйәҙе Торбеево ауылы — 24 ноябрь 2002 йыл; Ҡазан, Рәсәй) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия өлкән лейтенанты, лётчик-истребитель, Советтар Союзы Геройы.
Девятаев һәм бер төркөм әсир немец концлагерынан урланған бомбардировщикта ҡаса.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Петрович Девятаев крәҫтиән ғаиләһендә 13-сө бала булып тыуа. Милләте буйынса мордва-муҡшы. 1933 йылда 7 класс тамамлай. 1934 йылдың авгусында, колхоз милкен урлауҙа ғәйепләнеп эҙәрлекләүҙән ҡасып (баҫыуҙа башаҡ йыйған өсөн протокол төҙөлә), Ҡазанға килә[2]. Ҡазан йылға техникумына уҡырға инә, уны 1938 йылда тамамлай, шунда аэроклубта шөғөлләнә. Волгала баркас капитаны ярҙамсыһы булып эшләй.
Хәрби лётчик
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1938 йылда Ҡаҙан ҡалаһындағы Свердловск район хәрби комиссариатында Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1940 йылда К. Е. Ворошилов исемендәге Беренсе Чкалов хәрби авиация лётчиктар училищеһын тамамлай.[3].
Фронтта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың 22 июненән ғәмәлдәге армияла. Минск янында ҙур тиҙлектә баштүбән осҡан Junkers Ju 87-не бәреп төшөрөп, 24 июндә хәрби иҫәп аса. Тиҙҙән Могилёв ҡалаһы эргәһендә һуғышта батырлыҡ күрһәткәндәрҙе Мәскәүгә саҡырталар. Башҡалар менән бергә Михаил Девятаев та Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1941 йылдың 10 сентябрендә районы Ромен районының (237 ИАП составында Як-1-лә) төньяғындараҡ Ju-88 бәреп төшөрә.
1941 йылдың 23 сентябрендә заданиенан ҡайтып килгәндә Киев янында немец истребителдәре Девятаевҡа һөжүм итә. Дошмандың бер истребителен бәреп төшөрә, һул аяғы яралана. Госпиталдән һуң табиптар комиссияһы уны аҡрын йөрөшлө авиацияға билдәләй. Ул төнгө бомбардировка полкында, һуңынан санитар авиацияһында хеҙмәт итә. 1944 йылдың май айында А. И. Покрышкин менән осрашҡандан һуң ғына, ҡабаттан истребителдә осоуға ирешә.
104-се гвардия истребителдәр авиация полкы звено командиры (1-се Украина фронты, 2-се һауа армияһы, 9-сы гвардия истребителдәр авиация дивизияһы), гвардия өлкән лейтенанты Девятаев һауа һуғышында дөйөм алғанда 9 дошман самолётын бәреп төшөрә[3].
1944 йылдың 13 июлендә Гороховтың көнбайышында (104 ГИАП составындағы Bell P-Aerocobra 39 — Аэрокобрала) FW-190-ды бәреп төшөрә, һәм шул уҡ көндө, үҙе лә бәреп төшөрөлөп, әсирлеккә эләгә.
Әсирлектә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1944 йылдың 13 июле кисендә майор В. Бобров командованиеһы аҫтында Bell P-39 Airacobra истребителдәр төркөмө составында ул дошман авиацияһы һөжүмен кире ҡағыу маҡсатында оса. Львов районындағы һауа һуғышында Девятаевтың самолёты бәреп төшөрөлә һәм яна башлай; иң һуңғы мәлдә лётчик, ҡолаған истребителде ҡалдырып, парашют менән һикерә, әммә һикергәндә самолёт стабилизаторына һуғыла. Аңын юғалтҡан лётчик дошман ҡулындағы территорияға ҡолап төшә, Девятаев әсирлеккә эләгә. Әсирлеккә эләккән өсөн һуғыш ваҡытында атып үлтерелеү янағанын аңлар кәрәк, шуға күрә, дәүләт хәүефһеҙлеге органдары тикшергән ваҡытта, әсирлектә булған хәрбиҙәр барыһы ла тиерлек, аңһыҙ хәлдә әсирлеккә эләктем, тигән.
Самолёт маркаһы мәсьәләһе бәхәсле булып ҡала, Девятаев үҙе Bell P-63 Kingcobra тураһында телгә ала.
Михаил Девятаев, һорау алғандан һуң, абверҙың разведбүлегенә, унан — әсирҙәр өсөн Лодзь лагерына күсерелә, шунан әсир лётчиктар төркөмө менән 1944 йылдың 13 авгусында беренсе тапҡыр ҡасырға маташа. Әммә ҡасҡындар тотола, үлтерелергә тейешлеләр тип иғлан ителә һәм Заксенхаузен үлем лагерына оҙатыла. Унда, лагерь робаһына тегелгән яҙыуҙы үҙгәртеп биргән лагерь парикмахеры ярҙамында, Михаил Девятаев «үлтерелергә тейешле» статусын «штрафлы» статусына алмаштыра. Тиҙҙән Степан Григорьевич Никитенко исеме менән Узедом[3] утрауындағы концлагерға ебәрелә. Унда Пенемюнде ракета үҙәгендә Өсөнсө рейхтың яңы төр ҡоралы — «Фау-1» ҡанатлы ракеталары һәм «Фау-2» баллистик ракеталары ентекләп эшләнгән була.
Самолётта ҡасыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1945 йылдың 8 февралендә совет әсирҙәренең 10 кешенән торған бер төркөмө Heinkel He 111 Н-22 немец бомбардировщигын ҡулға төшөргәндән һуң Узедом (Германия) утрауындағы концлагерҙан ҡасып китә. Штурвал артында Девятаев була. Тимер тәре һәм Алтынлы Немец тәреһе кавалеры обер-лейтенант Гюнтер Хобом (нем. Günter Hobohm) пилотлығында истребитель арттарынан ҡыуа сыға, әммә самолёт курсын белмәгәнлектән, уны осраҡлы ғына табыу мөмкин була. Самолётты заданиенан ҡайтып килгән һауа асы полковник Вальтер Даль күрә, әммә боеприпастары булмағанлыҡтан, "яңғыҙ "Хейнкель"де бәреп төшөрә алмай" э шулай итеп, немец командованиеһының бойороғон үтәй алмай.
Фронт һыҙығы районында, совет зенит орудиелары утҡа тотҡанлыҡтан, самолёт ирекһеҙҙән төшөргә мәжбүр була. «Хейнкель» Польшаның Старгард-Щециньски гмины Голлин ауылынан (фараз буйынса, хәҙерге Голина (Старгардский повят) Golina, Stargard County) көньяҡтараҡ, 61-се совет армияһының[4] артиллерия часы урынлашҡан ерҙә ҡорһағына ултырған. Һөҙөмтәлә, 300 километрҙан ашыу ара үтеп, Девятаев командованиеға Узедомдағы йәшерен үҙәк, нацист рейхының унда етештерелеүсе һәм һынау үтеүсе ракета ҡоралы «Фау-2», диңгеҙ яры буйында урынлашҡан старт ҡоролмаларының теүәл координаталары тураһында стратегик мөһим мәғлүмәт алып килә. Девятаев килтергән мәғлүмәт бик теүәл була һәм Узедом полигонына атаканың уңышын тәьмин итә.
Әсирлеккә эләгеү хәлен һәм ҡасыу шарттарын тикшереү маҡсатында, Девятаев фильтрация лагерына [5][6] — Эске эштәр халыҡ комиссариаты-ның "7-се Махсус лагеры"на[7] — урынлаштырыла.
1945 йылдың март һуңында, 10 ҡасҡындың 7-һе (Соколов, Кутергин, Урбанович, Сердюков, Олейник, Адамов, Немченко) тикшергәндән һәм дауалағандан һуң, 777-се уҡсылар полкының бер ротаһына (башҡа мәғлүмәт буйынса — 397-се уҡсылар дивизияһының 447-се Пинский уҡсылар полкына) беркетелгән[8] һәм фронтҡа оҙатылған[прим 1] (хатта бер күҙен юғалтҡан Немченко ла, уҡсылар ротаһына санитар сифатында булһа ла, фронтҡа барыу мөмкинлеген ала). Өс офицер — Девятаев, Кривоногов һәм Емец — хәрби исемдәрен раҫланыуын көтөп, һуғыш тамамланғансы, хәрби хәрәкәттәр зонаһынан ситтә ҡала.
1945 йылдың сентябрендә Девятаевты немец ракета техникаһын үҙләштереү буйынса совет программаһы етәксеһе итеп тәғәйенләнгән Сергей Павлович Королёв килеп таба, һәм консультациялар өсөн Пенемюндеға саҡырта[9]. Бында Девятаев совет белгестәренә ракеталарҙың узелдары етештерелгән урындарҙы һәм старт майҙансыҡтарын күрһәтә.
Һуғыштан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1945 йылдың ноябрендә Девятаев запасҡа сыға (шуға саҡлы ул күпмелер ваҡыт Псков өлкәһе Невель колония-торағы территорияһындағы лагерҙа тотолған була)[10][5][6] һәм элекке хәрби әсир булараҡ, эш эҙләгәндә ҡыйынлыҡтарға осрай. 1946 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1950-се йылдар башында)[5] ул Ҡаҙанға ҡайта һәм Ҡаҙан йылға портында йөк ташыусы булып эшкә урынлаша, һуңынан капитан-механикка уҡый, әммә күпмелер ваҡыт фәҡәт хеҙмәткәрҙәр катерында ғына йөҙә алған.[11][12] Ҡайһы бер баҫмаларҙа Девятаев «Тыуған илгә хыянат» иткән тигән хәбәр таратыла һәм шуның өсөн лагерға оҙатыла, ләкин 9 йылдан амнистияға эләгә[5].
1950-се йылдар аҙағында Девятаевҡа «Ракета» теплоходын — һыу аҫты ҡанаттарына эйә совет һыу кәмәләренә һынау үткәреү эше ҡушыла; ул оҙаҡ йылдар йылға кәмәләре капитаны булып эшләгән, һәм «Метеор» теплоходының тәүге капитаны булған.[11] Ғәмәлдә ғүмеренең аҙағына тиклем йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, хәтирәләре менән бүлешкән, Узедом утрауында күп тапҡырҙар ҡасыу ваҡиғаһының башҡа ҡатнашыусылары менән осрашҡан, ике автобиографик китап — «Полёт к солнцу» (1972) һәм «Побег из ада» (1988) баҫтырып сығарған.
Михаил Девятаев 1959 йылдан КПСС ағзаһы, ғңмеренең аҙағына тиклем Ҡазан ҡалаһында йәшәй. Көсө еткәнсегә саҡлы хеҙмәт итә. 2002 йылдың йәйендә, үҙе тураһында документального фильм төшөрөлгән саҡта, Пенемюнде аэродромына килә, иптәштәрен хәтерләп шәмдәр ҡуя һәм немец осоусыһы Г. Хобом (ул ҡасаҡтарҙы ҡыуып етергә һәм «Хейнкель» бомбардиовщигын бәреп төшөрөргә тейеш булған) менән осраша.
Михаил Девятаев Ҡазанда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары мемориаль комплексы урынлашҡан Ар зыяраты участкаһында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыштан һуң 12 йыл үтеүгә, аэродромда 1957 йылдың С. П. Королёв инициативаһы буйынса Михаил Девятаевҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[13] (ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, награда совет ракеталар төҙөлөшөнә өлөш индергәне һәм беренсе совет Р-1 ракетаһы - «Фау-2»-нең күсермәһе өсөн тапшырыла. ).
Ленин ордены, ике Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, I һәм II дәрәжәле Ватан һуғышы ордендары, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Мордва Республикаһының[14], шулай уҡ ҡалалары: рәсәй (Ҡаҙандың Почётлы гражданы) һәм немец Вольгаст һәм Цинновиц ҡалаларының [3] Почётлы гражданы.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Михаил Девятаев ике автобиографик китап — «Ҡояшҡа осоу» (1972) һәм «Тамуҡтан ҡасыу» (1988) баҫып сығарған.
- Николай Стуриков. «Сотый шанс» повесы.
- Мордова. Торбеево, Октябрь урамы. 1975 йылдың 8 майында Советтар Союзы Геройы М. П. Девятаевтың Йорт-музейы.[15]
- Ҡаҙанда Ар зыяратындағы ҡәберлегендә М. П. Девятаевҡа бюст ҡуйыла (фото уңда).
- Һыу аҫты ҡанаттарындағы «Восход-72» судноһы «Герой Михаил Девятаев» исемен йөрөтә[16]. Хәҙерге ваҡытта эксплуатациялана.
- Пассажир ял итеү «Волга-3» катамараны «Герой Девятаев» исемен йөрөтә[17].
- Ҡаҙан. Еңеү Паркы. Мәңгелек ут тирәһендәге Пантеонда М. П. Девятаев тураһында мәғлүмәт биргән иҫтәлекле табличка ҡуйылған, ошонда уҡ Девятаевҡа Советтар Союзы Геройы исеме фәҡәт 1957 йылда ғына бирелеүе тураһында яҙылған.
- Вологдала «Тамуҡтан ҡасыу» һәйкәле ҡуйылған[18].
- Саранскиҙа 2010 йылда «Тамуҡтан ҡасыу» иҫтәлекле билдәһе ҡуйылған[19].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лошаков Николай Кузьмич — совет лётчик-истребителе. Әсирлеккә эләгә, 1943 йылда немец самолётында ҡасып китә.
- Вандышев Сергей Иванович — совет лётчик-штурмовигы. Әсирлеккә эләгә, 1945 йылда немец самолётында ҡасып китә.
- Боб Гувер — иҫәптән сығарылған Fw 190 истребителдә Голландияға ҡасып киткән америка хәрби әсире, хәҙерге заман аэробатикаһы аталарының береһе.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Девятаев М. П. Полёт к солнцу / Литературная запись А. М. Хорунжего. — М.: ДОСААФ, 1972. — 272 с. — 150 000 экз.
- Девятаев М. П. Побег из ада. — Казань: Татар. кн. изд-во, 1988 / 2000. — 192 с.
- Девятаев М. П. Воспоминания, отклики, публицистика, хроника. — Саранск: тип. Красный Октябрь, 2007. — 248 с.
- Кривоногов И. П. Родина зовёт. Записки офицера советской армии / Литературная запись Ирины Сидоровой.. — Горький: Горьковское книжное издательство, 1963. — 192 с. — 75 000 экз.
- Стуриков Н. А. Сотый шанс. — Чебоксары: Чуваш. кн. изд-во, 1978.
- Захар Сорокин. Идем в атаку. — Москва: ДОСААФ, 1970.
- Черепанов М. В. Побег, остановивший «ангела смерти» // Зачем живым Долина Смерти?. — Казань: Хэтер, 2006. — 368 с.
Һылтанмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡалып:Cite video
- YouTube сайтында [1] .
- Побег из ада, или Подвиг мордвина из Торбеева ..
- YouTube сайтында Документальный фильм «Догнать и уничтожить. Побег лётчика М. Девятаева» (2002) .
- Сергей Тихонов. Как побег из плена на самолёте лётчика Девятаева изменил ход войны .
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Комментарии
- ↑ В некоторых публикациях утверждается, что их направили в штрафные батальоны, однако указанная рота не была штрафной.
- Использованная литература и источники
- ↑ Информация о военнопленном
- ↑ ЛЮБОВЬ И ЖИЗНЬ ЛЕГЕНДАРНОГО ЛЕТЧИКА — интервью М.Деятаева, «ТАТАРСКАЯ ГАЗЕТА» № 12, 23.11.1998
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 95 лет исполняется летчику Девятаеву, сбежавшему из концлагеря на самолёте — Сергей Кисин, Российская газета. ЮФО
- ↑ Михаил Девятаев и He-111H-22.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Наталия Беспалова, Михаил Черепанов. Личный враг фюрера. Герой Советского Союза Михаил Девятаев пострадал из-за дамского каприза . «Российская газета» — Волга — Урал (16 декабрь 2003). Дата обращения: 11 ғинуар 2011.
- ↑ 6,0 6,1 Михаил Черепанов. Подвиг Девятаева: пора рассказать правду // Вечерняя Казань : газета. — 2008. — № 110.
- ↑ Замятин Сергей Семенович. Временные бойцы . Монография. Журнал "Самиздат" (10 май 2008). — «Сам Девятаев вспоминал об этом так: — „Твой лагерь?“ — спросил меня сопровождавший энкавэдэшник. „Да“, — отвечаю. „А в каком блоке сидел?“ — „В тринадцатом“. А он мне: „Хорошо, здесь и будешь опять сидеть“.» Дата обращения: 28 октябрь 2017. Архивировано из оригинала 25 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 25 сентябрь архивланған.
- ↑ Полет из ада — в бессмертие (недоступная ссылка — история). «Известия Мордовии» (5 февраль 2010). Дата обращения: 11 ғинуар 2010. Архивировано 18 апрель 2012 года. 2011 йыл 24 февраль архивланған.
- ↑ Сам будущий Генеральный конструктор советских ракет был освобождён из шарашки лишь за полгода до этих событий.
- ↑ ЛЮБОВЬ И ЖИЗНЬ ЛЕГЕНДАРНОГО ЛЕТЧИКА
- ↑ 11,0 11,1 Кривоногов, 1963, с. 188
- ↑ Ирек Биккинин. Любовь и жизнь легендарного лётчика // Татарская Газета. — 1998. — № 12 от 23 ноября.
- ↑ Михаил Черепанов. Тайна подвига Девятаева // Казанские ведомости : газета. — 2012. — № 98 от 6 июля.
- ↑ Указ Главы Республики Мордовия от 10 января 1997 года № 2 «О присвоении почётного звания „Почётный гражданин Республики Мордовия“»
- ↑ Всё о Мордовии: Энциклопедический справочник / сост. Н. С. Крутов, Е. М. Голубчик, С. С. Маркова. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 2005. — С. 325. — ISBN 5-7595-1662-0.
- ↑ Теплоход «Герой Михаил Девятаев» на сайте «Водный транспорт».
- ↑ Теплоход «Герой Девятаев» на сайте www.riverfleet.ru 2019 йыл 9 май архивланған..
- ↑ Пётр Давыдов, Алексей Колосов. Подвиг сбежавших из ада увековечат в Вологде // Красный Север : газета. — 2010. — № 31 (26416) от 25 марта. Архивировано из первоисточника 6 апрель 2010.
- ↑ Памятный знак «Побег из ада» в Саранске.
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink yes)
- 8 июлдә тыуғандар
- 1917 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 24 ноябрҙә вафат булғандар
- 2002 йылда вафат булғандар
- Ҡазанда вафат булғандар
- Ырымбур юғары хәрби авиация лётчиктары училищеһын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Жуков миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Ар зыяратында ерләнгәндәр
- Ырымбур Ҡыҙыл Байраҡлы юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын тамамлаусылар
- Ҡаҙандың почётлы граждандары
- Бөйөк Ватан һуғышы осоронда совет хәрби әсирҙәре
- Өсөнсө рейх концлагерҙары тотҡондары
- Тотҡонлоҡтан ҡасҡандар
- Рәсәй мемуаристары