Эстәлеккә күсергә

Герман Гессе

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Герман Гессе
нем. Hermann Karl Hesse
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Швейцария[4][5][6]
 Германия[4][6]
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Hermann Karl Hesse
Псевдоним Emil Sinclair[7]
ХФА-лағы транскрицияһы /ˈhɛɐman ˈhɛsə/
Тыуған көнө 2 июль 1877({{padleft:1877|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[3][1][8][…]
Тыуған урыны Кальв[d][9][6]
Вафат булған көнө 9 август 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[3][1][8][…] (85 йәш)
Вафат булған урыны Монтаньола[d], Коллина-д’Оро[d], Paradiso Subdistrict[d], Лугано[d], Тичино[d], Швейцария[3][6]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе инсульт
Ерләнгән урыны кладбище Св. Авундия в Джентилино[d][10][11]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Иоганнес Гессе[d][6]
Әсәһе Мария Гундерт[d][6]
Бер туғандары Marulla Hesse[d]
Хәләл ефете Ruth Wenger[d][6], Ninon Hesse[d][6] һәм Mia Hesse-Bernoulli[d][6]
Балалары Bruno Hesse[d][6], Martin Hesse[d][6] һәм Хайнер Гессе[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Немец теле
Һөнәр төрө романист, шағир, литератор, рәссам, фәлсәфәсе, боец сопротивления, иллюстратор, яҙыусы, нобелиат, книготорговец, пацифист, либреттист
Эшмәкәрлек төрө проза
Уҡыу йорто Гимназия Иоганна Кеплера[d]
Evangelical Seminaries of Maulbronn and Blaubeuren[d]
Әүҙемлек урыны Берн[3][6] һәм Монтаньола[d][6]
Партнёр в спорте или профессии Gertrud Zwingli-Häusermann[d]
Архивы хранятся в Швейцарский литературный архив[d][12], Австрийская национальная библиотека[d][13], ETH Zurich University Archives[d][14], ETH Zurich University Archives[d][15] һәм ETH Zurich University Archives[d][16]
Сәнғәт йүнәлеше Экзистенциализм
Ойошма ағзаһы Прусская академия художеств[d][17]
Йоғонто яһаусы Пиетизм[d], Buddhism as a religion[d] һәм психоанализ[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре fr.dbpedia.org/resource/…[1]
digiporta.net/index.php?…
digiporta.net/index.php?…
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли сәнғәт галереяһы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][18]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Hermann Hesse
 Герман Гессе Викимилектә

Ге́рман Ге́ссе (нем. Hermann Hesse; 2 июль 1877 йыл — 9 август 1962 йыл) — немец яҙыусыһы һәм рәссамы, Нобель премияһы лауреаты (1946).

Бала сағы һәм йәшлеге (1877—1895)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Герман Гессе 1877 йылдың 2 июлендә Германия империяһының Кальв ҡалаһында немец миссионерҙары ғаиләһендә тыуған. Әсәһе Мария Гундерт (1842—1902) теолог Герман Гундерт ҡыҙы. Атаһы, Иоганнес Гессе (1847—1916), Балтик буйы немецтарынан, Эстляндиялағы Пайде ҡалаһынан, бер ни тиклем ваҡыт Һиндостанда миссионер булып хеҙмәт иткән, Кальвта Гундерт нәшриәтендә эшләгән, шунда Мария менән таныша. Германдан башҡа ғаиләлә тағы өс бала була: Адель (1875—1949), Марулла (1880—1953) һәм Ганс (1882—1935).

Бәләкәй саҡтан уҡ балаларҙы Гессе ғаиләһендә дингә тәрән хөрмәт тәрбиәләйҙәр. Ата-әсәһе улдарының ғаилә традицияларын дауам итеүсе булып үҫеүен теләйҙәр һәм 1881 йылда Базелгә 1881 күсенгәс, малайҙы урындағы миссионерҙар мәктәбенә уҡырға бирәләр,ә һуңыраҡ христиан пансионатына урынлаштыралар. Был йылдарҙа Гессенең һәләттәре һәм ҡыҙыҡһыныу өлкәләре күренә башлай. Ул яҡшы ғына һүрәт төшөрә, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә һәм яҙыусы булараҡ үҙен күрһәтергә тырыша. Уның иң тәүге әҙәби тәжрибәһе тип 1887 йылда, ун йәштә сағында, һеңлеһе Мариулла өсөн яҙылған «Ике туған» әкиәтен атарға булалыр.

Дом семьи Гессе-Гундертов в Кальве, где писатель провел детские годы.

1886 йылда ғаилә кире Кальвҡа ҡайта. 1890 йылда Герман Гёппингендағы латин мәктәбенә китә һәм бер йылдан һуң Маульбронндағы монастырь семинарияһына уҡырға инә. Бында ул боронғо телдәрҙе, Евангелиены өйрәнә, боронғо грек шиғриәте һәм классик немец әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһына башлай, шиғырҙар яҙа. Был осорҙа тормошонда булған ҡайһы бер ваҡиғаларҙы «Тәгәрмәс аҫтында» («Под колесом», 1906) автобиографик повеста тасуирлай. Маульбронн «Нарцисс һәм Златоуст» (1930) романындағы Мариябронн монастыре прототибы (1930). 1892 йылдың 7 мартында Гессе көтмәгәндә юҡ була. Икенсе көндө уны бесән кәбәнендә йоҡлап ятҡан килеш табалар. Профессорҙар Германдың тәртибенә риза булмай, ипәштәре уның менән ҡатнашырға теләмәй. Майҙа, алты ай уҡығандан һуң, Гессе Маульбронндан Бад-Боллгә китә, тик егеттең һаулығы насарая, ул үҙ-үҙенә ҡул һалырға итә. Ата-әсәһе Германды Штеттендағы психиатрик клиникаға һалырға була. 1892 йыл аҙағында Гессе Каннштадиа гимназияла уҡый башлай, но тик бында ла уҡый алмай, һәм бер йылдан ата-әсәһе кәңәше буйынса Эсслингенда типографияға өйрәнсек булып эшкә инә. Бында ла рәт сыҡмағас, Герман Кальвҡа ҡайта, күпмелер ваҡыт атаһына миссионерҙар нәшриәтендә ярҙам итә. 1894—1895 йылдарҙа Гессе Генрих Перроның сәғәт фабрикаһында механик булып эшләй. Һуңыраҡ Гессе уныңисемен «Игра в бисер» романында бер уйын уйлап сығарыусы итеп һүрәтләй. Сым — ноталар станы, төрлө ҙурлыҡтағы ынйы бөртөктәре- музыкаль теманы һүрәтләндерә.

Тюбинген — Базель (1895—1904)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1895 йылдың октябренән Гессе Тюбингенда Хекенхауерҙың китап лавкаһында эшләй. Бында Герман һатыусы ярҙамсыһы вазифаһын башҡара, иҫәптәр яҙып бирә, китаптарҙы урынлаштыра һәм заказдар ҡабул итә. Кистәрен һәм ял кҡндәрен Гессе үҙ өҫтөндә эшләүгә бағышлай, күп уҡый, шиғырҙар яҙа, ҡайһы берҙәре Венала әҙәби гәзиттәрҙә күренгеләй башлай.

Книжная лавка Хекенхауера в Тюбингене, где Гессе работал в 1895—1899

1899 йылда йыйып барған аҡсаһына Герман «Романтик йырҙар» исемле 1898 йылға тиклем яҙылған шиғырҙарҙан торған ҙур булмаған китап сығарта. Ошо уҡ йылда тәүге «Төн ауышҡандан һуң бер сәғәт» хикәйәләр йыйынтығы («Час после полуночи») сыға. Тик ике китап та бәләкәй генә тираж менән сыға һәм бик ауыр һатыла.

1899 йылдың көҙөндә Гессе Базелдә Райхтың китап магазинында эшләй. 1901 йылда «Сочинения и стихотворения Германа Лаушера, опубликованные посмертно Германом Гессе» — автобиографик хикәйәләр йыйынтығы сыға. 1901 йылдың яҙында Гессе бик күптән йөрөткән хыялын тормошҡа ашыра- Италия буйлап сәйәхәт итә. Март айынан майға тиклем ул Генуя, Флоренция, Равенна һәм Венецияла була. Базелгә ҡайтҡас, Герман Ваттенвилдең китап магазинына һатыусы булып эшкә инә. Хеҙмәт хаҡы бик әҙ булғанлыҡтан, ул гәзиттәрҙә лә эшләй, мәҡәләләр редакциялай.

Әкренләп Гессеның әҫәрҙәре Германияның юғары даирәләрендә билдәле була бара, ул Райнер Мария Рильке, Томас Манн һәм Стефан Цвейг менән хат алыша. 1903 йылың ғинуарында Германға Берлиндан Самюэль Фишерҙың нәшриәт йортонан (S. Fischer Verlag) хат килә, ул йәш яҙыусыға хеҙмәттәшлек тәҡдим итә. Бер нисә айҙан Гессе Берлинға үҙенең тәүге «Петер Каменцинд» романының ҡулъяҙмаһын ебәрә . Был китап немец йәштәре араһында популярлыҡ яулай һәм Гессеға билдәлелек һәм финанс азатлығы килтерә. Гессе хәҙер яҙыу эше менән генә шөғөлләнә ала. 1905 йылда роман Австрияла Бауэрнфельд әҙәби премияһы менән бүләкләнә.

Базелдә Гессе буласаҡ ҡатыны Мария Бернулли менән таныша. Мария билдәле математиктар ғаиләһенән (Бернулли) була, һеңлеһе менән ҡалала фото оҫтаханаһы тота. 1904 йылда бергәләп Италия буйлап сәйхәт иткәндән һуң Герман менән Мария өйләнешә.

Гайенхофен — Индия — Берн (1904—1914)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Вилла Гессе в Гайенхофене, построенная в 1907 году архитектором Гансом Хиндерманном.

1904 йылдың көҙөндә Гессе ҡатыны менән Гайенхофенгә күсеп килә, ул ваҡытта был Бодензее күле буйындағы бәләкәй генә ауыл була. Ғаилә цивилизация уңайлыҡтары булмаған ябай крәҫтиән йортонда урынлаша . Өс йылдан яҙыусы бында ер участкаһы һатып ала,өй һала, баҡса ултырта . 1905 йылда улы Бруно (1905—1999), бер нисә йылдан Хайнер (1909—2003) һәм Мартин (1911—1968) исемле улдары тыуа.

1906 йылда Гессеның «Под колесом» исемле икенсе романы сыға. 1907 йылда Герман дуҫы яҙыусы Людвиг Тома һәм нәшриәтсе Альберт Ланген менән мәҙәниәт проблемаларына арналған «März» исемле журнал сығара башлай. Гессеның әҫәрҙәре шулай уҡ «Симплициссимус» һәм «Neue Rundschau» гәзиттәрендә йыш сыға . 1909 йылда «Гертруда» исемле романы сыға. Шул уҡ йылда яҙыусы Самюэль Фишер менән буласаҡ алты әҫәрен баҫтырыу тураһында контракт төҙөй.

1911 йылда Гессе ҙур сәйәхәткә китә. Уның Һиндостанды күргеһе килә. Унда яҙыусының олатаһы Герман Гундерт менән өләсәһе Юлия Дюбуа оҙаҡ ваҡыт йәшәгән, атаһы эшләгән, әсәһе тыуған. Сәйәхәт ваҡытында яҙыусы Шри-Ланкала, Индонезияла һәм Сингапурҙа була. Һиндстандың төпкөл райондарына барырға Гессеға һаулығы насарайыу ҡамасаулай. Ҡайтҡас, ул "Һиндостанға сәйәхәт тураһында яҙмалар"ын («Записки об индийском путешествии») нәшер итә.

1912 йылда Герман һәм Мария балалары менән Бернға күсенә. Бында Гессе «Росхальде» романын тамамлай. Был романда күп нимә яҙыусының үҙ тормошонан алынған, унда ғаиләлә тыуған аңлашылмаусылыҡтың арта барыуы күрһәтелә.

Беренсе донъя һуғышы барғанда(1914—1918)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1914 йылдың йәйендә башланған беренсе донъя һуғышы Швейцарияны ике лагергә бүлә, берәүҙәр Германия, икенселәр Франция яҡлы була. Герман үҙ теләге менән армияға китергә теләй, тик консуллыҡта уны һаулығы буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табалар.

Һуғышҡа үҙ мөнәсәбәтен Гессе 1914 йылдың 3 ноябрендә «Neue Zürcher Zeitung» («Яңы Цюрих гәзите») гәзитендә баҫылған «Дуҫтар, был тауыштар ялҡытты!» («Друзья, довольно этих звуков!»)тигән мәҡәләһендә белдерә. Бер үк төрлө фекерҙәр һәм ҡарашлы булған француз яҙыусыһы, ялҡынлы пацифист Ромен Роллан менән аралаша башлай, Роллан 1915 йылдың йәй аҙаҡтарында Гессеның өйөнә ҡунаҡҡа килә. 1915 йылдың яҙында дуҫы Альфред Шлейхерға Гессе былай тип яҙа:

Национализм идеал була алмай — ике яҡ юлбашсыларының да әхлаҡи нигеҙҙәре, эске тотанаҡлығы һәм аҡылы юҡ икәне хәҙер бигерәк тә асыҡ күренә . Мин үҙемде патриот тип иҫәпләйем, ләкин мин тәү сиратта кешемен, әгәр ҙә улар бер береһенә ҡапма-ҡаршы икән, мин һәр ваҡыт кеше яҡлы булам.[19]

Обложка первого издания романа «Демиан, или История юности» (1919) авторства Эмиля Синклера.

Һуғыш ваҡытында Гессе Германия һәм Франция илселектәре менән хеҙмәттәшлек итә, әсирҙәр өсөн китапханалар булдырыу өсөн аҡса йыя. Германияла күптәр яҙыусыны яратмай , ҡайһы берәүҙәр уны асыҡтан-асыҡ һатлыҡйән һәм ҡурҡаҡ тип ғәйепләйҙәр. Яуап итеп, Гессе һуғыш яҡлы пропаганданы һәм либералдарҙың ярҙамға мохтаждарға эш менән түгел, ә һүҙҙә генә ярҙам итергә саҡырып, буш боғаҙланыуын ғәйепләй.

Һуғыш, атаһының вафаты, ҡатынының сире — былар барыһы ла Германдың психикаһын ҡаҡшата. Эске күңел көрсөгөнән сығырға юл эҙләп, яҙыусы Люцернға китә, бында ул доктор Йозеф Ланг менән таныша, бер аҙҙан улар яҡын дуҫтарға әйләнә. 1916 йылдың июненән 1917 йылдың ноябрь айына тиклем Ланг яҙыусы менән 60 психоанализ сеансы үткәрә.

1917 йылдың июленән Гессе Германияның Берндағы илселегенә Хәрби министрлыҡ чиновнигы булараҡ тәғәйенләнә, бында инде ул офицер званиеһында гуманитар миссия үтәй. Яҙыусы гәзиттәрҙә Эмиль Синклер (Emil Sinclair) тигән псевдоним аҫтында мәҡәләләр һәм яҙмалар баҫтырыуын дауам итә. 1919 йылда сыҡҡан «Демиан, йәки йәш саҡ сәхифәһе» («Демиан, или История юности») романы ла ошо исем аҫтында сыға. Гессе был романдың авторы булыуын барыһынан да, хатта дуҫтарынан да йәшерә. Ә нәшриәтсе Фишерға был китапты үлем хәлендә ятҡан, ауырыу йәш авторҙыҡы, ти, йәнәһе, ул дуҫының китапты баҫтырыуын һораған, тип аңлата. Тик 1920 йылдан ғына «Демиан» « Эмиль Синклерҙың Герман Гессе тарафынан яҙып алынған йәшлек сәхифәләре» тигән тағы бер өҫтәмә яҙма менән сыға («История юности Эмиля Синклера, написанная Германом Гессе»).

1919 йылдың февралендә Герман менән Мария айырылыша, һәм яҙыусы Берндан күсеп китә.

Casa Camuzzi, Гунтер Бёмер һүрәте
Casa Camuzzi, балкон художника Клингзора.

Лугано ҡалаһы янындағы Монтаньолла ҡасабаһы Гессеның яңы өйөнә әйләнә. Бында яҙыусы архитектор Агостино Камуцци төҙөгән Casa Camuzzi һарайында дүрт бүлмәне биләй. Иҫ киткес матур пейзаж, был тирәләге яҡшы атмосфера Германға яңы әҫәрҙәр яҙырға илһам бирә, ул әллә күпме һүрәт төшөрә, яҙыша. 1920 йылда Базелдә үҙенең акварелдәре күргәҙәмәһен ойоштора, ошо уҡ йылда Берлинда «Бала күңеле», «Клейн һәм Вагнер» һәм « Клингзорҙың һуңғы йәйе» («Душа ребенка», «Клейн и Вагнер» и «Последнее лето Клингзора») тигән өс хикәйәнән торған йыйынтығы сыға.

Монтаньоллала Гессе Швейцария яҙыусыһы Лиза Венгерҙың ҡыҙы Рут Венгер менән таныша. 1924 йылда Рут менән Герман өйләнешә, тик был никах өс йылдан тарҡала.

1921 йылда үҙенең "Мин"ен («Я») эҙләп, яҙыусы Цюрихҡа доктор Карл Густав Юнг үткәргән психоанализ сеанстарына китә. Июлдә «Neue Rundschau» журналында «Сиддхартха» романының беренсе өлөшө баҫыла . Икенсе өлөшөн ул 1922 йылда тамамлай. Сираттағы ҙур күләмле әҫәрҙәре- «Курортник» (1925) һәм «Нюрнбергҡа сәйәхәт» («Путешествие в Нюрнберг») (1927) була. Беренсе китап Баден (Аргау) курортында булғандан һуң, ә икенсеһе Германия буйлап сәйхәттән һуң тыуа.

1926 йылдаың тәүге көндәренән алып, Гессе үҙ ижадындағы иң әһәмиәтле әҫәрҙәрҙең береһе булған «Дала бүреһе» («Степной волк») романы өҫтөндә эш башлай. Киләһе йылда илле йәшлек юбилейына Гессеның Хуго Балль яҙған тәүге биографияһы сыға. 1930-се йылда «Нарцисс һәм Златоуст» романы донъя күрә.

Уйын магистры (1931—1962)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Герман Гессе в 1946 году

1931 йылдың 14 ноябрендә Гессе өсөнсө тапҡыр өйләнә. Ҡатыны Нинон Дольбин менән Casa Rossaлағы Ганс Бодмер төҙөгән яңы өйгә күсә. Шул уҡ йылда яҙыусы «Игра в бисер» романын яҙа башлай. Был эштең үҙенсәлекле башланғысы тип «Паломничество в Страну Востока» повесын атарға була, унда ысынлап та был донъяла йәшәгән рәссамдар, композиторҙар һәм шағирҙәр Гессеның , йә иһә башҡа авторҙар әҫәрҙәренән геройҙар бергә йәшәй .

Германияла власҡа национал-социалистар килгәс, Швейцарияға төньяҡтан ҡасаҡтар ағыла. Сasa Rossaла эмиграцияға китешләй Томас Манн һәм Бертольт Брехт туҡталып китә. Гессе Германиялағы яңы властарҙың сәйәсәтен инҡар итә. Германиянан 1935 йылда ул арий расаһынан (ысын немец) икәнен раҫлай торған документ ебәреүен талап иткән хат ала . Яҙыусы яуабында үҙенең Швейцария гражданы булараҡ бер ниндәй документ та ебәрмәйәсәген яҙа. 1942 йылдан башлап, Гессеның ҡайһы бер әҫәрҙәрен өсөнсө рейхта тыялар, яҙыусы үҙенең мәҡәләләрен башҡаса был осорҙа немец гәзиттәрендә баҫтыра алмай.

1942 йылда яҙыусы инде ун бер йыл буйы яҙған «Игра в бисер» романының һуңғы юлдары яҙылып бөтә. Тәүге өлөшө- «Введение» 1934 йылда уҡ « Neue Rundschau» журналында баҫыла. 1943 йылда роман Цюрихта сыға.

1946 йылда Гессеға « Классик гуманизм идеалдары сағылған ялҡынлы ижад, һоҡланғыс стиль өсөн» («За вдохновенное творчество, в котором проявляются классические идеалы гуманизма, а также за блестящий стиль») тип билдәләп, әҙәбиәт өлкәһендәге Нобель премияһын бирәләр .

1950 йылда Гессе Сэмюэль Фишер нәшриәте(«S. Fischer Verlag»)менән илле йыл тиерлек барған хеҙмәттәшлектән баш тарта һәм яңы Зухркамп нәшриәте «Suhrkamp Verlag» менән эш башлай. 1951 йылда был нәшриәттә «Игра в бисер» романының Германиялағы беренсе баҫмаһы сыға . Бөгөн был нәшриәттең («Suhrkamp Verlag») Герман Гессе әҫәрҙәрен баҫтырыу хоҡуғы бар .[20][21]

«Игра в бисер»ҙан һуң Гессе башҡа ҙур күләмле әҫәрҙәр яҙмай. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул бик күптәр менән хат яҙыша, хикәйә һәм шиғырҙар яҙа. Яҙыусының һаулығы ҡаҡшай, 1962 йылдың йәйенә лейкемия менән ауырығаны асыҡлана. 9 августа Гессе, йоҡлаған саҡта мейеһенә ҡан һауып, Швейцариялағы Монтаньолала вафат була. 11 августа урындағы Изге Аббондий сиркәүе янындағы зыяратта ерләнә.

Гессеның ижады, бигерәк тә тәүге осор ижады, романтизм менән һуғарылған. Уның тәүге әҫәрҙәрендә немец классиктарының тәьҫире һиҙелә(Иоганн Вольфганг Гёте, Фридрих Шиллер, Новалис һәм башҡа) . Замандаштары Петер Каменциндты яңы Вертер (И.-В.Гете әҫәренән), яҙыусының дуҫы һәм биографы Хуго Балль 1927 йылда: «Герман Гессе — романтизм ғәскәрендәге һуңғы рыцарь»,-тип яҙа.[22] Романтизмға хас тема һәм образдар бөтә ижады аша үтә: тирә-яғындағы кешеләргә, мөхиткә ҡапма-ҡаршы ҡуйылған герой; сәйәхәт, йәмғиәттән ҡасыу һәм үҙ-үҙеңде эҙләү темаһы.

Гессеның әҫәрҙәренең яҙыусының үҙ биографияһына нигеҙләнеп яҙылғаны күҙгә бәрелеп тора. Ҡайһы бер геройҙарҙың ысын прототиптары була. Мәҫәлән, магистр Томас — немец яҙыусыһы Томас Манн, отец Иаков — Якоб Буркхардт. Төп геройҙарына әҙип үҙ һыҙаттарын, хатта исемен дә бирә , Гарри Галлер, мәҫәлән, авторҙың инициалдарын ала, ә Гермина — бөтөнләй Герман исеменең ҡатын-ҡыҙ варианты . Үҙ тормошонда булған бөтә әһәмиәтлерәк ваҡиғаларҙы Гессе китаптарында һүрәтләп бара. Яҙыусының Маульброннда уҡыған осоро- «Под колесом» романында , ҡатыны Мария менән мөнәсәбәттәр- "Росхальде"ла, Гессеның тормошонан хәл-ваҡиғалар "Герман Лаушер"ында сағылыш таба.

Яҙыусының психоанализ менән ҡыҙыҡһыныуы уға бик ныҡ йоғонто яһай. Был "Демиан"да бигерәк асыҡ күренә , был әҫәрҙә төп герой Синклер Үҙ-үҙен эҙләү юлында,ә Гессеның дуҫы психоаналитик Йозеф Ланг Писториус образында бирелә. Был романдан башлап, шул психологик теория яҙыусының башҡа эштәрендә лә асыла. Үҙенең эске булмышын эҙләп,Сиддхартха «Магический театр»ҙағы Гарри Галлер кеүек үк йылғаға килә.

Бер бөтөндөң ҡапма-ҡаршылығы концепцияһы психоанализға яҡын, ул Галлер образында һәм Абраксас идеяһында(үҙендә изгелек менән яуызлыҡты берләштергән рух) сағыла. Гессе ижады өсөн кеше һәм йәмғиәтте бер береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйыу ысулы хас, төп геройҙар һәр саҡ янындағы мөхит менән конфликтҡа инә , мәҫәлән, Галлер — бюргерҙар менән , ә Златоуст — монастырь менән.

Гессеның ижадында Көнбайыш менән Көнсығыш төшөнсәләре берләшә. Бының сәбәбе әҙиптең үҙенең биографияһында- ул бик ныҡ христиан традицияларына бирелгән, Һиндостан мәҙәниәтен бер ни тиклем үҙләштергән ғаиләлә үҫкән . Гессеның китап кәштәһендә Фридрих Ницше менән Лао-цзы китаптары һәр саҡ йәнәшә тора. Был берлек Европа һәм Көнсығыштың тәрән аҡылын берҙәй үҙләштергән философ Йозеф Кнехт образында сағыла.

Яҙыусының ижадында сәнғәт темаһы мөһим урында тора. «Степной волк» романында Гессе кешеләрҙең мәҙәни кимәле түбән булыуы арҡаһында музыканың артҡа китешен һүрәтләй: Моцартҡа алмашҡа юғары сәнғәтте аңлай һәм уға ысын баһа бирә алмаған халыҡтың күңелен күреүсе саксофонист Пабло килә. «Игра в бисер» романында музыка ниндәйҙер илаһи ғәмәл, хикмәт булараҡ түгел, ә айырым , Касталия сиктәрендә бикләнгән, Уйындың бер өлөшөнән ғибәрәт фән. «Нарцисс и Златоуст» романында сәнғәтте ул айырым һәләтлелек итеп ҡарай, төп герой образдың әйбергә әйләнеү хикмәтен аңларға тырыша .

Яҙыусы иҫән саҡта уны сәйәсәт менән һуғыштарға вайымһыҙ ҡарашта, эске донъяһында бикләнеп, үҙ үҙен эҙләүгә бирелгәнлетә ғәйепләйҙәр. 60-70 йылдарҙа Гессе «боласы йәштәр»ҙең кумирына һәм АҠШ һәм Японияла иң күп уҡылған Европа яҙыусыһына әйләнә.[23]

Яҙыусы өс тапҡыр өйләнә. Тәүге ҡатыны (1904—1923) Мария (Миа) Бернулли (1869—1963) психик сирле була (1916 йылда уға шизофрения диагнозы ҡуйыла. Уның сире ваҡытында Гессе депрессия кисерә, шул сәбәпле психоаналитикта дауаланырға мәжбр була . 1918 йылда Мианы аҡылға зәғифтәр өсөн приютҡа урынлаштырғас, ғаиләһен ҡалдырып, Монтаньолаға күсенә (1923 йылда Мария менән айырылыша)[24]. Тәүге ҡатынынан Гессеның өс улы була — Бруно (1905—1999), рәссам, Хайнер (1909—2003), китап графигы, һәм Мартин (1911—1968), фотограф.

1941 йылда Хайнер (Ганс Генрих) Гессе Швейцария рәссамы, фотографы һәм кинематографисы Иза (Изабелла) Рабиновичҡа өйләнә (1917—2003)(Изабелла- рус-швейцар рәссамы һәм карикатурисы Григорий Иделевич Рабинович ҡыҙы (1884—1958)). Герман Гессеның килененә яҙған хаттары һаҡланған һәм нәшер ителгән[25].

1924 йылда Гессе Рут Венгерға (1897—1994) өйләнә , тик был ғаилә өс йылдан тарҡала. 1931 йылда ул Черновцынан Нинон Долбинға (1895—1966) өйләнә, уның менән ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем йәшәй.

  • " Кальвтың Герман Гессе премияһы " («Кальвская премия Германа Гессе»)[26] — йыл аша сират буйынса йә немец әҙәби баҫмаһына, йә Гессе әҫәрҙәре тәржемәсеһенә. Тәүге лауреаттар араһында Рәсәй тәржемәсеһе Соломон Апт та бар[27]. Был премияны ойоштороусылар йылына өс тапҡыр "Кальвтағы Герман Гессе стипендияһы"н тапшыралар, уны немец телендә ижад иткән яҙыусы, йә иһә Кальвта башлаған эшен тамамлау өсөн өс ай йәшәргә хоҡуҡ алған тәржемәсе, йә яҙыусы ала .
  • «Герман Гессе исемендәге әҙәби премия»[28] — Карлсруэ ҡалаһында йыл аша бирелә. Уның лауреаттары араһында Мартин Вальзер һәм Рафик Шами.
  • " Кальв ҡалаһының Герман Гессе миҙалы "[29] — ҡала алдындағы хеҙмәттәр өсөн бирелә торған миҙал. Уның менән яҙыусының ҡатыны Нинон Гессе һәм Курт Георг Кизингер бүләкләнгән.
Кальвтағы Герман Гессе музейы
Кальвта Гессе скульптураһы
  • Кальвта Герман Гессе музейы[30] — 1990 йылда асылған, адресы- Марктплатц,30. Бында яҙыусыға арналған иң ҙур экспозиция ҡуйылған . Музейҙа Гессеның ҡулъяҙмалары, фотоһүрәттәре, хаттары һәм шәхси әйберҙәре бар.
  • Гессеның Гайенхофендағы йорто[31] — бында Гессе 1907—1912 йылдарҙа йәшәгән. Экскурсиялар яҙыусы йәшәгән йорт буйлап һәм яңынан тергеҙелгән баҡсала үтә.
  • Герман Гессеның Хёри ярымутрауындағы музейы[32] — Гайенхофенда, яҙыусының тәүге йортонан алыҫ түгел урынлашҡан, бында яҙыусы 1904 йылда йәшәгән. Музей элекке XVII быуатта төҙөлгән мәктәп бинаһында урынлашҡан, уны тыуған яҡты өйрәнеү музыйы тип атарға ла була. Гессеға арналған экспозициянан тыш, бында художество галереяһы һәм неолит залы бар.
  • Монтаньоллалағы Герман Гессе музейы[33] — 1997 йылдан Casa Camuzzi һарайынан йыраҡ түгел, Torre Camuzzi бинаһында урынлашҡан. Экспонаттары араһында яҙыусының шәхси әйберҙәре, һүрәттәре, фотоһүрттәре һәм ҡулъяҙмалары ҡуйылған. Бында Гессеның ижадына бағышланған төрлө тематик лекциялар ҙа үтә.

2002 йылдың июнендә Кальвта Изге Николай күперендә Герман Гессеның Курт Тассотти эшләгән бронза скульптураһы асыла. Гайенхофенда Фридхельм Циллин Гессе скульптураһы тора. Кальвта иҫтәлекле барельефлы Герман Гессе хөрмәтенә ҡуйылған фонтан бар .

Герман Гессе хөрмәтенә Кальв һәм Бад-Шёнборнда, Берлин, Ганновер һәм Мангеймда урамдар аталған.

  • 1904 — «Петер Каменцинд» / нем. Peter Camenzind
  • 1906 — «Под колесом» / нем. Unterm Rad
  • 1910 — "Гертруда " / нем. Gertrud
  • 19121913 — «Росхальде» / нем. Roßhalde
  • 1915 — «Кнульп» / нем. Knulp
  • 1919 — «Демиан» / нем. Demian
  • 1922 — «Сиддхартха]]» / нем. Siddhartha
  • 1927 — «Степной волк» / нем. Der Steppenwolf
  • 1930 — «Нарцисс и Златоуст» / нем. Narziss und Goldmund
  • 1932 — «Паломничество в Страну Востока» / нем. Die Morgenlandfahrt
  • 1943 — «Игра в бисер» / нем. Das Glasperlenspiel

Хикәйәләре һәм новеллалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1905 — «Июль» / нем. Heumond
  • 1906 — «Казанова исправляется» / нем. Casanovas Bekehrung
  • 1908 — «Обручение» / нем. Die Verlobung
  • 1913 — «Циклон» / нем. Der Zyklon
  • 1916 — «Юность прекрасна» / нем. Schön ist die Jugend
  • 1918 — «Душа ребенка» / нем. Kinderseele
  • 1919 — «Последнее лето Клингзора» / нем. Klingsors letzter Sommer
  • 1919 — «Клейн и Вагнер» / нем. Klein und Wagner
  • 1923 — «Превращения Пиктора» / нем. Piktors Verwandlungen

Биографиялар һәм автобиографиялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1904 — «Боккаччо» / нем. Boccaccio
  • 1904 — «Франциск Ассизский» / нем. Franz von Assisi
  • 1925 — «Курортник» / нем. Kurgast
  • 1927 — «Путешествие в Нюрнберг» / нем. Die Nürnberger Reise
  • 1937 — «Листки памяти» / нем. Gedenkblätter

Шиғырҙар йыйынтыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1899 — «Романтические песни» / нем. Romantische Lieder
  • 1902 — «Стихотворения» / нем. Gedichte
  • 1911 — «В дороге» / нем. Unterwegs
  • 1920 — «Стихотворения художника» / нем. Gedichte des Malers
  • 1921 — «Избранные стихотворения» / нем. Ausgewählte Gedichte
  • 1928 — «Кризис: отрывок из дневника» / нем. Krisis : Ein Stück Tagebuch
  • 1929 — «Утешение ночи» / нем. Trost der Nacht
  • 1937 — «Новые стихотворения» / нем. Neue Gedichte
  • 1942 — «Стихотворения» / нем. Gedichte
  • Премия Бауэрнфельда (1905)
  • Премия Готфрида Келлера (1936)
  • Премия Гёте (1946)
  • Нобелевская премия по литературе (1946)
  • Почётный доктор Бернского университета (1947)
  • Звание Почетный гражданин города Кальв (1947)
  • Премия Вильгельма Раабе (1950)
  • Pour le Mérite (1954)
  • Премия мира немецких книготорговцев (1955)
  • Звание Почетный гражданин коммуны Коллина-Д’Оро (1962)
  • Герман Гессе. Игра в бисер. — Москва: «Художественная литература», 1969 г.(Перевод с немецкого Д. Каравкиной и Вс. Розанова. Редакция перевода, комментарии и перевод стихов С. Аверинцева.)
  • Герман Гессе. Избранное. — Москва: «Художественная литература», 1977 г.(повести «Кнульп» (1915), «Курортник» (1925) и роман «Степной волк» (1927))
  • Герман Гессе. Паломничество в страну Востока. Игра в бисер. Рассказы. — Москва: «Радуга», 1984 г. — (Серия: Мастера современной прозы).
  • Герман Гессе. Степной волк. — Новосибирск: «Новосибирское книжное издательство», 1990 г. — ISBN 5-7620-0219-5.
  • Герман Гессе. Собрание сочинений в четырех томах. — Петербург: «Северо-Запад», 1994г. — ISBN 5-8352-0314-4.
  • Герман Гессе. Собрание сочинений в восьми томах. — Москва: «АСТ», 1994 г.
  • Герман Гессе. Собрание сочинений. 6 томов. — Москва: «Амфора», 1999 г.
  • Герман Гессе. Фауст и Заратустра. http://www.nietzsche.ru/look/xxa/faust-zaratustra/ Доклад, прочитанный 1 мая 1909 г. в Бремене. — СПб.: Азбука, 2001.
  • Герман Гессе. Сон о флейте. — СПб.: Азбука-классика, 2001. — ISBN 5-352-00076-1 — 256 с.
  • Герман Гессе / Hermann Hesse. Кризис / Krisis. — Москва: Издательство: Текст, 2010 г. (Языки: русский, немецкий)
  • Герман Гессе. Магия книги. — Москва: Издательство Лимбус Пресс, Издательство К. Тублина, 2010 г. — (Серия: Инстанция вкуса). (Перевод с немецкого Г. Снежинской)
  • Герман Гессе. Магия красок. — Москва: Издательство: Текст, 2011 г. (Перевод с немецкого М. Зоркой)
  • Герман Гессе. Книга россказней. Новеллы. — Москва: Издательство: Текст, 2013 г. — (Серия: Квадрат). (Перевод с немецкого С. Ромашко)

Экранға сығарылған әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • El lobo estepario (1966, короткометражный), реж. Кристобаль Игнасио Мерино (мексиканская экранизация романа «Степной волк»)
  • Сиддхартха (фильм) (1972), реж. Конрад Рукс
  • Степной волк (фильм) (1974), реж. Фред Хайнс
  • Kinderseele (1981, телефильм), реж. Гай Кубли (экранизация рассказа «Душа ребенка»)
  • Die Heimkehr (2012, телефильм), реж. Йозеф Байер (экранизация рассказа «На родине» («Die Heimkehr») из сборника «Окольные пути»)[34]
  • Рәсәйҙә 2008 йылдан башлап, «Степной волк» музыкаль премия тапшырыла. Уны Мәскәү рәссамдарының үҙәк йорто , Мәскәү асыҡ китап фестивале һәм Артемий Троицкий булдырған.
  • 1971 йылда Америка режиссёры Джордж Инглунд "Сиддхартха " романы буйынса «Захария» исемле музыкаль вестерн төшөрә. Фильмда ваҡиғалар Америкала Ҡырағай Көнбайышта бара, төп герой Захария (Джон Рубинштейн) менә уның дуҫы Меттью (Дон Джонсон) юлбаҫар булырға ҡарар итәләр һәм енәйәтсе музыканттар төркөмөнә ҡушылалар («The Crackers» (Country Joe and the Fish). Тик бандиттарҙың башлығы Джоб Кейн менән осрашҡандан һуң (Элвин Джонс), дуҫтарҙың юлы айырыла.
  • Популяр немец рок йырсыһы Удо Линденберг яҙыусының ижадына ғашиҡ кеше. 2008 йылда «Suhrkamp Verlag» нәшриәтендә в уның «Мой Герман Гессе» («Mein Hermann Hesse — Ein Lesebuch») исемле китабы сыҡты.[35]
  • 2012 йылда «Suhrkamp Verlag» «Hermann Hesse antwortet … auf Facebook» исемле ғәҙәти булмағн китап сыҡты (букв. «Герман Гессе отвечает на Фейсбуке»). Башта фейсбукта (Facebook) бер бит булдырыла www.facebook.com/hesse.antwortet, унда китап уҡыусылар ике ай дауамында яҙыусыға һорауҙар бирә ала. Һуңыраҡ был һорауҙарға Гессе һүҙҙәре менән яуаптар яҙылған китап сыға.[36]
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. BeWeB
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #11855042X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Hesse, Hermann // https://recherche.sik-isea.ch/sik:person-4025371/in/sikart — 2006.
  5. Feitknecht T. Hermann Hesse (нем.)Bern: 2007.
  6. 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
  7. Чешская национальная авторитетная база данных
  8. 8,0 8,1 Hermann Hesse (нидерл.)
  9. https://web.archive.org/web/20230924112029/https://www.calw.de/kultur/hermann-hesse
  10. https://www.stabbondio.ch/IT/Cimitero-58955b00
  11. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  12. https://www.helveticarchives.ch/detail.aspx?ID=165067
  13. https://www.onb.ac.at/de/bibliothek/sammlungen/literatur/bestaende/personen/hesse-hermann-1877-1962/
  14. http://archivdatenbank-online.ethz.ch/hsa/#/content/5d08ff1c42e1496ca8b896eb40bf2843
  15. http://archivdatenbank-online.ethz.ch/hsa/#/content/f3ba7247d1ad42e8a125a1663056dc71
  16. http://archivdatenbank-online.ethz.ch/hsa/#/content/e1536307e72045b2862f75914108c79f
  17. https://www.adk.de/de/akademie/mitglieder/?we_objectID=50060
  18. https://data.performing-arts.ch/a/6d680f29-e199-4cd7-b895-ac268dfc2947 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  19. Г. Гессе «Письма по кругу»; М. 1987; письмо Альфреду Шлейхеру
  20. Die Geschichte des Suhrkamp Verlages
  21. Suhrkamp Verlag — Autoren / Hermann Hesse
  22. А. Г. Березина. Герман Гессе. — Л., 1976. — С. 21
  23. Г. Гессе «Письма по кругу» М. 1987; предисловие В. Седельника
  24. Heiner Hesse: Obituray
  25. Алексей Мокроусов «Святой для хиппи? Герман Гессе и США»
  26. Фонд Гессе | Hermann Hesse 2021 йыл 15 май архивланған.
  27. Dr. Solomon Apt | Hermann Hesse 2021 йыл 16 май архивланған.
  28. Stiftung Hermann Hesse Literaturpreis Karlsruhe | Willkommen
  29. http://www.calw.de/servlet/PB/show/1167555/SatzungHesseMedaille.pdf(недоступная ссылка)
  30. Das Hermann Hesse Museum in Calw 2005 йыл 22 ноябрь архивланған.
  31. Hermann-Hesse-Haus Gaienhofen
  32. hermann-hesse
  33. Museo e Fondazione Hermann Hesse Montagnola — Welcome
  34. Hermann Hesse neu entdeckt im Spielfilm!(недоступная ссылка)
  35. Mein Hermann Hesse: Ein Lesebuch von Udo Lindenberg — Suhrkamp Insel Bücher Buchdetail 2012 йыл 23 июль архивланған.
  36. www.suhrkamp.de — Hermann Hesse antwortet … auf Facebook 2014 йыл 4 ғинуар архивланған.
  • Бернхард Целлер. Герман Гессе. — Челябинск: Урал LTD, 1998. — 310 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-88294-099-0.

Ҡалып:Гессе Ҡалып:Нобелевская премия по литературе 1926—1950