Томас Манн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Томас Манн
нем. Thomas Mann
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Flag of the German Empire.svg Герман империяһы[d]
Flag of Germany (3-2 aspect ratio).svg Веймар Республикаһы
Flag of the United States (1912-1959).svg Америка Ҡушма Штаттары
Flag of the Czech Republic.svg Чехословакия
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Paul Thomas Mann
Фамилия Мэнн[d]
Тыуған көнө 6 июнь 1875({{padleft:1875|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[3][2][4][5][6][7][8][9][10]
Тыуған урыны Герман империяһы[d], Любек[d][3][11]
Вафат булыу көнө 12 август 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[3][11][2][4][5][6][7][8][9][10] (80 йәш)
Вафат булған урыны Швейцария, Цюрих[d][3][11]
Ерләнгән урыны Kilchberg cemetery[d][12]
Изображение могилы
Атаһы Томас Иоганн Генрих Манн[d]
Әсәһе Júlia da Silva Bruhns[d]
Бер туғандары Карла Манн[d], Юлия Лёр[d], Генрих Манн[d] һәм Виктор Манн[d]
Хәләл ефете Катя Манн[d]
Балалары Манн, Эрика[d], Манн, Клаус[d], Манн, Голо[d], Моника Манн[d], Элизабет Манн Боргезе[d][13] һәм Михаэль Манн[d]
Һөнәр төрө романист, эссеист, автобиограф, новеллист, социокритик, автор дневника, сценарий яҙыусы, университет профессоры, яҙыусы, автор
Эш биреүсе Принстонский университет[d]
Симплициссимус[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Американская академия искусств и литературы[d], Берлинская академия художеств[d], Американская академия искусств и наук[d] һәм Баварская академия изящных искусств[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Уҡыу йорто Мюнхендың Людвиг-Максимилиан университеты
Мюнхенский технический университет[d][14]
Эш урыны Мюнхен[1] һәм Принстон[d][1]
Ҡултамға
Архивы хранятся в Швейцарская высшая техническая школа Цюриха[d] һәм Библиотека редких книг и рукописей Бейнеке[d][15]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Thomas Mann
Commons-logo.svg Томас Манн Викимилектә
{{{Исеме}}}
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Па́уль То́мас Манн (нем. Paul Thomas Mann, 6 июнь, 1875, Любек — 12 август, 1955, Цюрих) — немец яҙыусыһы, эссе һәм эпик романдар оҫтаһы, әҙәбиәт өлкәһендә Нобель лауреаты (1929), Генрих Манндың ҡустыһы, Клаус Манн, Голо Манн һәм Эрика Манндың атаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығышы һәм йәшлек йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пауль Томас Манн,1875 йылдың 6 июнендә Германияның төнъяғындағы Любек ҡалаһында сауҙәгәр, ҡала сенаты ағзаһы Томас Йоханн Генрих Манн (1840—1891) ғаиләһендә тыуған. Был ғаиләнән күп билдәле яҙыусылар сыҡҡан, ләкин Томас Манн улар араһында иң күренеклеһе. Томастың әсәһе Юлия Манн ( ҡыҙ фамилияһы Сильва-Брунс) (1851—1923) Бразилия кешеләре ғаиләһенән. Томас ишле ғаиләлә үҫә, уның ағаһы- билдәле яҙыусы Генрих Манн (18711950), ҡустыһы -Виктор (18901949) ике һеңлеһе- Юлия (18771927, үҙ- үҙен һәләк итә) һәм Карла (18811910, үҙ- үҙен һәләк итә) була. Бай ғаиләлә балалар бер ниндәй ауырлыҡ күрмәй, етеш тормошта үҫә .

1891 йылда аталары рактан үлеп китә. Аталарының васыяты буйынса ғаилә фирмаһы, Любектағы йорт һатыла, балаларға әсәләре менән һатҡан әйберҙәрҙең процентына йәшәргә ҡала.

Ижад башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Томас Манн в начале своей писательской карьеры

Аталары 1891 йылда үлеп, ғаилә фирмаһын һатҡандан һуң, ғаилә Мюнхенға күсенә, Томас был ҡалала (бик аҙға ғына ситкә китештерә) 1933 йылға тиклем йәшәй. 1890-сы йылдар уртаһында Томас менән Генрих бер аҙға Италияға китә. Любектә саҡта уҡ Манн үҙен әҙәбиәттә һынап ҡарай, әҙәби-философик «Яҙғы йәшен» журналын сығара, уның редакторы була , һуңыраҡ ағаһы Генрих Манн сығарған «Двадцатый век» журналы өсөн мәҡәләләр яҙа. Италиянан ҡайтҡас, Манн 1898—1899 йылдарҙа популяр «Симплициссимус» исемле немец сатира журналы редакторы булып эшләй, бер йыл хәрби хеҙмәттә була һәм тәүге новеллаларын баҫтыра.

1901 йылда тәүге , «Будденброктар» («Будденброки»Buddenbrooks), романы сыҡҡас, Томас Манн билдәле яҙыусы булып китә. Был романда Манн үҙ ғаиләһе тарихына нигеҙләнеп, Любектағы сауҙагәрҙәр ғаиләһенең бөлөү һәм тарҡалыу тарихын һүрәтләй. Был ғаиләнең һәр бер яңы быуыны бюргерҙар өсөн кәрәкле һаҡсыллыҡ,тырышлыҡ һәм эшкә бирелгәнлек кеүек һыҙаттарҙы юғалта бара. Улар ысын тормоштан дингә, философия, музыка, хилаф эштәр донъяһына китә бара . Быларҙың һөҙөмтәһе- был ғаилә вәкилдәре яйлап сауҙа эшенә ҡыҙыҡһыныуҙы һәм Будденброктар өсөн ғорурлыҡ тойғоһон юғалта бара . Был ғына түгел, улар тормоштоң мәғәнәһен һәм йәшәү көсөн юғалта. Был нәҫелдең һуңғы быуын вәкилдәренең үлеме лә мәғәнәһеҙ һәм ҡурҡыныс була.

«Будденброк»тарҙан һуң «Тристан» исемле уңышлы новеллалар йыйынтығы сыға, улар араһында иң яҡшыһы- «Тонио Крёгер» новеллаһы. Новелланың төп геройы үҙенә тик һыҙланыуҙар ғына килтергән мөхәббәтенән баш тарта, үҙен сәнғәткә бағышлай, яуапһыҙ ике мөхәббәте Ганс Гансен һәм Ингерборг Хольмды осратҡас, ул яңынан йәш саҡта үҙенең һөйгәненә бер ҡараш ташлағанда ниндәй көслө хистәр кисерһә, шундай уҡ хистәрҙе кисерә.

1905 йылда Томас Манн Мюнхендан математик , профессор Альфред Прингсхаймдың ҡыҙы Катя Прингсхаймға (нем. Katharina «Katia» Hedwig Pringsheim) өйләнә. Уларҙың алты балаһы була, шуларҙың өсөһө — Эрика, Клаус һәм Голо һуңыраҡ әҙәбиәттә үҙ урындарын таба. Голо Манндың һөйләүенсә, әсәләренең йәһүд ҡыҙы булыуы балаларынан ныҡлы йәшерелә[16] .[17][18]

Томаса Манндың икенсе романы ( «Королевское Высочество») 1906 йылдың йәйендә яҙыла башлай һәм 1909 йылдың февралендә яҙылып бөтә.

Томас Манндың сәйәси ҡараштары үҙгәреше . Яңы әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгәс, Манн эре буржуазия вәкилдәре менән аралаша башлай, был башта тыштан артыҡ һиҙҙертмәһә лә, уның сәйәси ҡараштарында консерватизм һыҙаттарының көсәйеүенә килтерә. 1911 йылда Манн «Смерть в Венеции» новеллаһын яҙа. Новеллала оло йәштәге Мюнхен яҙыусыһы Густав Ашенбахтың, Венецияла ялда саҡта, 14 йәшлек малайға уянған мөхәббәте тасуирлана.

Беренсе донъя һуғышы башланыуҙы Манн хуплай , пацифизмға һәм йәмғиәттәге реформаларға ҡаршы сыға. Был турала уның «Размышления аполитичного» йыйынтығына ингән мәҡәләләре һөйләй.

Был ҡараштар арҡаһында ул ағаһы Генрих менән асыуланыша, сөнки Генрих Манн һул яҡ демократик ҡарашлы һәм һуғышҡа ҡаршы була. Туғандар тик 1922 йылда, национал-социалистар Веймар Республикаһының (Германия,1919-1933) сит ил эштәре буйынса министры Вальтер Ратенауҙы үлтергәс кенә, яраша: Томас Манн ҡараштарын үҙгәртә һәм демократия яҡлы булыуын асыҡтан асыҡ әйтә. Ул либерал демократия яҡлы Немец демократик партияһына инә ; 1923 йылдың майында, Бертольт Брехттың «В чаще городов» пьесаһы барғанда национал-социалистар пьесала «еврей рухы» бар тип, залда йәш ағыҙғыс гранаталар бәрә. Ул ваҡытта «Дайел» Нью-Йорк агентствоһы корреспонденты булған Томас Манн фашистарҙың был ҡыланышын хуплай. «Мюнхен халҡының консерватизмы, уяу булып сыҡты. Ул большевиктар сәнғәтен күрә алмай»,- тип яҙа ул үҙенең «Германиянан хаттар»ында [19].

1924 йылда Томас Манндың «Волшебная гора» исемле ҙур күләмле, авторға ҙур килтергән әҫәре баҫыла. Был да XX быуат немец әҙәбәтендәге иң ҡатмарлы әҫәрҙәрҙең береһе. Романдың сюжеты буйынса төп герой, Ганс Касторп, үҙенең ике туғанының хәлен белергә тип, тауҙарҙағы туберкулез менән сирлеләр өсөн курортҡа килә. Ул үҙенең дә сирле икәнен белә . Тауҙағы үҙ философияһы хаким иткән тормош уның интеллектуаль донъяһы менән арбай. Шулай итеп, ул курортта бер нисә йыл үткәрә. Касторп үҙ философияһын ҡайтанан ҡарай , фрейдизмдан ( көсһөҙлөк һәм үлемдән) баш тарта, үҙе юғары рухи көс биреүсегә әйләнә.

1929 йылда Маннға «Будденброктар» романы өсөн әҙәбәиәт буйынса Нобель премияһы бирелә .

1930 йылда Томас Манн, был ваҡытта көндән көн нығыраҡ һул яҡ идеялар менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына, Берлинда « Аҡылығыҙға мөрәжәғәт итәм» («Призыв к разуму») тигән ялҡынлы телмәр тота, социалистарҙы һәм либералдарҙы берҙәм антифашистар фронтына берләшергә һәм бергә дөйөм дошманға көрәшергә саҡыра, эшселәр синыфының нацизмға ҡары көрәшен маҡтай .

Томас Манн в 1932 г.

Эмиграцияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1933 йылда яҙыусы фашист Германияһынан ғаиләһе менән эмиграцияға китә һәм Цюрихҡа барып урынлаша.

« Иосиф һәм уның ағалары » («Иосиф и его братья») роман-тетралогияһының беренсе томы сыға , Манн Библияла яҙылған Иосиф һәм уның ағалары тураһындағы риүәйәтте үҙенсә тәфсирләй. Был әҫәр бер нисә айырым романдан тора: « Иаков тарихы», « Иосифтың үҫмер сағы», «Иосиф Египетта» и «Иосиф- ашатыусы». Романды яҙыр өсөн автор Палестина менән Мысырға (Египетҡа) барып ҡайта. Автор беренсе сиратта боронғо донъяны һүрәтләргә уйлай. Бынан тыш, романда коллектив аңдан индивидуаль аңға күсеү барышы һүрәтләнә .

Альберт Эйнштейн с Томасом Манном в Принстоне, 1938 год.

1936 йылда яҙыусыны Германияға ҡайтырға өгөтләй алмағас, нацистар Манндан һәм уның ғаиләһенән немец гражданлығын алалар. Яҙыусы Чехословакия гражданлығы ала , ә 1938 йылда АҠШ-ҡа китә, бында Принстон университетында эшләй. 1939 йылда уның «Лотта Веймарҙа» ( «Лотта в Веймаре») романы сыға. Роман инде олоғайған Гёте менән уның йәш сағындағы мөхәббәте Шарлотта Кестнер араһындағы мөнәсәбәтте тасуирлай. Шарлотта (Лотта) - Гётеның «Страдания юного Вертера» исемле әҫәрендәге Лоттаның прототибы , шағир йәшлек мөхәббәте менән оҙаҡ йылдар үткәс осраша.

1942 йылда ул Пасифик-Палисейдз ҡалаһына (АҠШ) күсенә, немец радио тыңлаусылары өсөн фашизмға ҡаршы тапшырыуҙар алып бара. 1945 йылда үҙенең Конгресс китапханаһындағы «Германия һәм немецтар» (ингл. Germany and the Germans) тигән сығышында Томас Манн :

«Ике , изге һәм яуыз, Германия юҡ, берҙән бер Германия ғына бар, уның иң яҡшы сифаттары иблис хәйләһе тәьҫиренә эләгеп, яуызлыҡтың йәнле кәүҙәләнешенә әйләнде. Яуыз Германия — шул уҡ изге , тик яҙыҡ юлға баҫҡан, бәләгә тарыған , муйындан енәйәттәргә батҡан һәм әле катастрофа алдында торған Германия. Шуның өсөн мин,немец булып тыуған кеше , тарих алдында ғәйебе булған Германиянан бөтөнләй баш тартып: «Мин — изге, намыҫлы, ғәҙел Германия; ҡарағыҙ, мин ап-аҡ күлдәктәмен. Ә яуызын һеҙгә туҙҙырып, ботарлап ташларға бирәм, тип әйтә алмайым»,- ти[20].

1947 йылда уның «Доктор Фаустус» романы сыға, романдағы хәл-ваҡиғалар XX быуатта барһа ла, төп герой Фаусттың юлын тулыһынса тиерлек ҡабатлай . Даһи , ләкин психик сирле, композитор Адриан Леверкюн көнбайыш буржуаз интеллигенцияһына хас боҙоҡлоҡ образы булып тора.

Европаға ҡайтыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Могила Томаса и Кати Манн в Кильхберг (Цюрих) (Швейцария)

Икенсе донъя һуғышы тамамланғас, АҠШ-та йәшәүе Манн өсөн ауырлаша бара : яҙыусыны Советтар Союзына ярҙам итеүҙә ғәйепләйҙәр.

1952 йылдың июлендә Томас Манн ғаиләһе менән Швейцарияға ҡайта. Икегә бүленгән тыуған иленә бөтөнләйгә ҡайтҡыһы килмәһә лә, Манн ( 1949 йылда Гётеның юбилейын байрам иткәндә ФРГ һәм ГДР-ҙа була) Германияның ике өлөшөндә лә булып өлгөрә.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул күп яҙыша — 1951 йылда «Избранник» романы, [1954]] йылда — «Чёрный лебедь» новеллаһы сыға. Ошо осорҙа Манн Беренсе донъя һуғышына тиклем үк яҙа башлаған «Признания авантюриста Феликса Круля» (нем.)баш. романын яҙыуҙы дауам итә (яҙып бөтөлмәгән килеш баҫтырыла). Роман хәҙерге заман Дориан Грейы тураһында. Был кеше һәләтле, аҡыллы һәм сибәр булһа ла, мутлашыу юлына баҫа һәм үҙенең намыҫһыҙ, бысраҡ эштәре аша йәмғиәт баҫҡысы буйлап юғары үрмәләй, ләкин аҡрынлап әҙәм булыуҙан туҡтап, ҡурҡыныс бер затҡа әйләнә бара.

Томас Манн 1955 йылдың 12 авгусында Цюрих кантоны больницаһында вафат була.

Яҙыусының стиле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Манн — интеллектуаль проза авторы. Үҙенең уҡытыусылары тип ул рус яҙыусылары Лев Толстой һәм Федор Достоевскийҙы атай; тәфсирләп, ваҡ деталдәргә иғтибар бүлеп, ашыҡмайынса яҙыуҙы әҙип XIX быуат әҙәбиәтенән өйрәнгән. Тик , һис шикһеҙ, уның романдарының темалары XX быуатҡа бәйле. Улар үткер,ҡыйыу, философтарса тәрән йомғаҡлауға килтерә һәм уларға бер үк ваҡытта киҫкен йәнлелек хас.

Томас Манн романдарында ҡотолғоһоҙ үлем темаһы ( «Смерть в Венеции» повесы, «Волшебная гора» романы), теге донъяның яҡынлығы ( «Волшебная гора», «Доктор Фаустус» романдары), донъялағы кеше яҙмышын һәм донъя тураһында төшөнсәләрҙе ҡырҡа үҙгәртеүсе иҫке тәртиптең юҡҡа сығыуын алдан һиҙемләү; ҡайһы ваҡыт төп геройҙарҙың һыҙаттарында еңелсә гомоэротизм һиҙелә (И. С. Кон фекеренсә, «Лунный свет на заре. Лики и маски…» китаптарын ҡарағыҙ). Был темалар Маннда һәләкәткә илтеүсе мөхәббәт темаһы менән ҡушылып бара. Бәлки был яҙыусының психоанализ менән ҡыҙыҡһыныуы эҙемтәһелер( Эрос — Танатос пары ).

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Томас Манн тураһында хеҙмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Hans Bürgin: Das Werk Thomas Manns. Eine Bibliographie. unter Mitarbeit von Walter A. Reichert und Erich Neumann. S. Fischer Verlag, Frankfurt a. M. 1959. (Fischer Verlag, Frankfurt a. M. 1980, ISBN 3-596-21470-X
  • Georg Potempa: Thomas Mann-Bibliographie. Mitarbeit Gert Heine, Cicero Presse, Morsum/Sylt 1992, ISBN 3-89120-007-2.
  • Hans-Peter Haack (Hrsg.): Erstausgaben Thomas Manns. Ein bibliographischer Atlas. Mitarbeit Sebastian Kiwitt. Antiquariat Dr. Haack, Leipzig 2011, ISBN 978-3-00-031653-1.

Әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеүселәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кинофильмдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118577166 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 data.bnf.fr: اوپن ڈیٹا پلیٹ فارم, платформа відкритих даних, платформа открытых данных, plateforme de données ouvertes, piattaforma di dati aperti, Opendata-Plattform, otevřená data platforma, åben-data-platform, տվյալների բաց շտեմարան, platforma za odprte podatke, plataforma de datos abierta, plataforma de dados aberta, платформа адкрытых дадзеных, платформа на отворените данни, platforma otwartych danych, ашық деректер платформасы, ачык маалыматтарды платформа, açıq data platforma, ochiq ma'lumotlar platforma, açık verilerin platformu, платформа отвореног података, platforma otvorenih podataka, platforma otvorenog podataka, platforma otvorených údajov, πλατφόρμα ανοικτών δεδομένων, platformu atklātā datu, platforma atvira duomenų, platvormi avatud andmete, avoimen datan foorumi, nyílt adatok platformja, პლატფორმა ღია მონაცემები, платформа за отворени податоци, нээлттэй мэдээллийн тавцан, platformă de date deschise, platformo de malferma datumoj, open data platform, плятформа адкрытых зьвестак, Усьтэм даннойёслэн платформазы — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Краткая литературная энциклопедияМ.: Советская энциклопедия, 1962. — Т. 4. — С. 584–589.
  4. 4,0 4,1 Encyclopædia Britannica
  5. 5,0 5,1 SNAC
  6. 6,0 6,1 Internet Broadway Database — 2000.
  7. 7,0 7,1 Discogs — 2000.
  8. 8,0 8,1 Internet Speculative Fiction Database — 1995.
  9. 9,0 9,1 RKDartists
  10. 10,0 10,1 (unspecified title)
  11. 11,0 11,1 11,2 Манн Томас // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  12. http://www.kilchberg.ch/xml_1/internet/de/application/d20/d24/d302/f243.cfm
  13. Ostwald G. Jüngste Tochter von Thomas Mann gestorben: Elisabeth Mann Borgese, die jüngste Tochter von Thomas Mann, ist in ihrem Urlaubsort St. Moritz gestorben. // Frankfurter Allgemeine ZeitungF: 2002. — ISSN 0174-4909
  14. https://www.tum.de/die-tum/aktuelles/pressetermine/detail/article/30502/
  15. http://hdl.handle.net/10079/fa/beinecke.mann
  16. Томас Манн: биография, фотографии, произведения, статьи
  17. The Pity of It All: A Portrait of Jews In Germany 1743—1933, en:Amos Elon, p. 375
  18. нем. Errinnerungen und Gedanken, G. Mann, Frankfurt, 1986, p.166
  19. Шумахер Э. Жизнь Брехта — М.: Радуга, 1988. — Б. 47.
  20. Томас Манн Германия и немцы — 1945.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Нобелевская премия по литературе 1926—1950 Ҡалып:Произведения Томаса Манна

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]