Экзистенциализм
Экзистенциали́зм (франц. existentialisme — лат. existentia йәшәү тигәндән), шулай уҡ йәшәү философияһы — XX быуат философияһында кеше йәшәйешенең уникаллегенә иғтибар тартҡан, уны аҡылға һыйышһыҙ тип иғлан иткән йүнәлеш. Экзистенциализм уға яҡын персонализм һәм философик антропология йүнәлештәре менән йәнәш үҫешә.
Термин тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Экзистенциаль философия» (нем. Existenzphilosophie) терминын 1931 йылда «Духовная ситуация времени»[1] тигән хеҙмәтендә Карл Ясперс ҡуллана, ә 1938 йылда уны айырым хеҙмәтенең исеме итеп ала. Ясперс экзистенциаль философияға нигеҙ һалыусы тип Кьеркегорҙы атай. Экзистенциализм терминын Жан-Поль Сартр хеҙмәтенең атамаһында ҡуллана (франц. L'existentialisme est un humanisme, 1946), ул экзистенциализмды дини (Карл Ясперс, Габриэль Марсель) һәм атеистикҡа (Альбер Камю, Жан-Поль Сартр, Симона де Бовуар, Мартин Хайдеггер) бүлә.
Тәғлимәттең йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Экзистенциализмдың (Ясперс буйынса) тамырҙары Кьеркегорға, Шеллингҡа һәм Ницшеға тоташа. Шулай уҡ Хайдеггер һәм Сартр аша Гуссерль феноменологияһына барып бәйләнә (Камю хатта Гуссерлде экзистенциалист тип иҫәпләй[2]).
Экзистенциализм философияһының төп категорияһы — экзистенция.
Йәшәү философияһында техник прогресҡа таянған, ләкин кеше тормошоноң тотороҡһоҙлоғон, ҡулайһыҙлығын, кешегә хас ҡурҡыу, төшөнкөлөк, сараһыҙлыҡ хистәрен аңлата алмаған оптимистик либерализмдың кризисы сағылыш таба.
Экзистенциализм философияһы — Мәғрифәтселек дәүеренең һәм немец классик философияһының тик аҡылға таянғанлығына аҡылға таянмаған яуап. Экзистенциалист философтар раҫлауынса, аҡылға таянған фекер йөрөтөүҙең төп кәмселеге — уның субъект менән объект ҡапма-ҡаршылығы принцибына таяныуында, йәғни донъяны объектив һәм субъектив өлкәләргә бүлеүендә. Аҡылға таянған фекер йөрөтөү бөтә ысынбарлыҡты, шул иҫәптән кешене лә, предмет, «асыл» тип кенә ҡарай. Экзистенциализм ҡарашынан, ысын философия объект менән субъект берҙәмлегенән сығып эш итергә тейеш. Был берҙәмлек «экзистенцияла», йәғни ниндәйҙер бер аҡылға һыйышһыҙ ысынбарлыҡта кәүҙәләнә.
Экзистенциализм философияһына ярашлы, үҙенең «экзистенция» булыуын аңлар өсөн кеше «сиккә етеү хәлендә», мәҫәлән, үлем хәүефе алдында, ҡалырға тейеш. Һөҙөмтәлә, донъя кешегә «шәхсән яҡыная». «Экзистенция» донъяһына инеү ысулы тип һиҙем иғлан ителә.
Экзистенциализм философияһында азатлыҡ мәсьәләһенең ҡуйылышы һәм сиселеше айырым урын алып тора, азатлыҡ шәхестең иҫәпһеҙ-һанһыҙ мөмкинлектәр араһынан «һайлай алыуы» тип билдәләнә. Предметтар һәм хайуандар азатлыҡҡа эйә түгел, сөнки асыл, эссенция уларға баштан уҡ һалып ҡуйылған. Ә кеше ғүмере буйы үҙ асылын аңлау өҫтөндә, ул һәр эш-ғәмәле өсөн яуаплы, үҙенең хаталарын «шарттар» менән аңлата алмай. Шулай итеп, экзистенциалистар кешене үҙен-үҙе төҙөүсе «проект» тип күрә. Кешенең камил азатлығы — шәхестең йәмғиәттән азат булыуы.
Кешене аңлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Экзистенциализмда, Ролло Мэй буйынса, кеше һәр ваҡыт үҫеш, кризистар кисереү өҫтөндә тип ҡарала,[3] кризис иһә Көнбайыш мәҙәниәтенә хас, кеше унда шомланыу, төшөнкөләнеү, үҙ-үҙенән ҡасыу һәм конфликттар кисерә[4].
Кеше фекер йөрөтөргә һәм йәшәйешен аңларға һәләтле, тимәк, экзистенциализмда ул йәшәүе өсөн яуаплы тип ҡарала. Кеше үҙен танып белергә һәм, үҙе булып ҡалғыһы килһә, үҙе өсөн яуаплы булырға тейеш[5].
Тарихы һәм вәкилдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә экзистенциализм Беренсе донъя һуғышы алдынан барлыҡҡа килә:
- Л. И. Шестов
- Н. А. Бердяев
СССР-ҙа экзистенциаль фекерҙәрҙе «подполье философы» Яков Друскин үҫтерә[6]
Германияла экзистенциализм Беренсе донъя һуғышынан һуң барлыҡҡа килә:
- К. Ясперс
- М. Хайдеггер
- М. Бубер
Икенсе донъя һуғышы осоронда Францияла эйәрсендәрен таба:
- Ж.-П. Сартр
- Г. Марсель
- М. Мерло-Понти
- А. Камю
- С. де Бовуар
1940—1950-се йылдарҙа экзистенциализм Европаның башҡа илдәрендә лә тарала:
- В. Франкл (логотерапия)
- Э. Кастелли
- Н. Аббаньяно
- Э. Пачи
- Х. Ортега-и-Гассет (ярайһы уҡ яҡын)
АҠШ-та экзистенциализм идеяларын тараталар:
- В. Кауфман
- У. Лоури
- У. Баррет
- Дж. Эди
- И. Ялом (экзистенциаль психология)
- Эрнест Хемингуэй
- Айрис Мёрдок
- Уильям Голдинг
- Витольд Гомбрович
- Эрнесто Сабато
- Эдвард Коцбек
Төрҙәш йүнәлештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Экзистенциализмға яҡын дини-философик йүнәлештәр:
Француз персонализмы:
- Э. Мунье
- М. Недонсель
- Ж. Лакруа
Немец протестантизмында — диалектик теология:
- К. Барт
- П. Тиллих
- Р. Бультман
Психологик яҡтан нигеҙләнгән дәһшәттәрҙе ижад иткән Лавкрафтты ла экзистенциалистар рәтенә индереп була.
Элгәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сёрен Кьеркегор менән Фридрих Ницше, «экзистенциализм» тигән терминды бер ҙә ҡулланмаһалар ҙа, экзистенциализмға нигеҙ һалыусылар тип иҫәпләнә. Объектив фәнни белемдәрҙе үтә ситләштерелгән тип иҫәпләп, улар иғтибарҙы кешенең субъектив кисерештәренә туплай.
Экзистенциализмға яҡын фекерҙәрҙе XVII быуатта уҡ ислам философы Мулла Садра әйтә.
Экзистенциалистар түбәндәгеләрҙе элгәрҙәре тип һанай:
- Блез Паскаль
- Григорий Сковорода
- Сёрен Кьеркегор
- Франц Кафка
- Мигель де Унамуно,
- Ф. М. Достоевский[7].
- Л. Н. Толстой,
- Фридрих Ницше
- Генрик И́бсен
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ясперс К. Духовная ситуация времени — С.304
- ↑ Сидоров А. Н. Жан-Поль Сартр и либертарный социализм во Франции (50-70-е гг. ХХ в.): Монография. — Иркутск: Издательство Иркутского государственного технического университета, 2006.
- ↑ Мэй Р. Открытие Бытия. — М.: Институт Общегуманитарных Исследований, 2004. — С. 61.
- ↑ Мэй Р. Открытие Бытия. — М.: Институт Общегуманитарных Исследований, 2004. — С. 64-65.
- ↑ Мэй Р. Открытие Бытия. — М.: Институт Общегуманитарных Исследований, 2004. — С. 107—109.
- ↑ А. 2017 йыл 15 февраль архивланған.
- ↑ Лесевицкий А. В. Конфликт индивидуального и социального в экзистенциальной философии Ф. М. Достоевского: монография. — Пермь: ОТ и ДО, 2011. — 192 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гайденко П. П. Экзистенциализм // Новая философская энциклопедия / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин, заместители предс.: А. А. Гусейнов, Г. Ю. Семигин, уч. секр. А. П. Огурцов. — 2-е изд., испр. и допол.. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
- Лукач Д. Экзистенциализм (Перевод с немецкого и примечания И А. Болдырева. Перевод выполнен в 2004 г. по изданию: Lukas G. Der Existentialismus // Existentialismus oder Maixismus? Aufbau Verbag. Berlin, 1951. S. 33-57.)
- Сартр Ж.-П. Экзистенциализм — это гуманизм // Сумерки богов. — М.: Политиздат, 1989. — С. 319–344.
- Трыков В. П. Экзистенциализм . Электронная энциклопедия «Современная французская литература» (2011). Дата обращения: 29 ғинуар 2012. Архивировано 19 май 2012 года. 2016 йыл 5 март архивланған.