Франц Кафка
Франц Кафка | |
Franz Kafka | |
Яҙыусы фотографияһы, 1907 г. | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Австро-Венгрия, Прага ҡалаһы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Йүнәлеше: | |
Жанр: | |
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында | |
Франц Кафка (нем. Franz Kafka, 3 июль 1883 йыл, Прага, Австро-Венгрия — 3 июнь 1924 йыл, Клостернойбург, Беренсе Австрия республикаһы) — XX быуатта немец телендә яҙған иң күренекле яҙыусыларҙың береһе. Күпселек әҫәрҙәре үҙе үлгәндән һуң нәшер ителә. Уның абсурдлы, тышҡы донъя һәм юғары авторитет алдында ҡурҡыу менән һуғарылған китаптары, уҡыусыларында шомло хис — тойғолар уятырға һәләтле әҫәрҙәре — донъя әҙәбиәтендә уникаль күренеш.
Тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Франц Ка́фка 1883 йылдың 3 июлендә Прагалағы (хәҙер Чехия) элекке йәһүд геттоһында, Йозефтар районында (ул ваҡытта — Австро-Венгрия империяһының өлөшө) йәһүд ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы — Герман (Ге́ных) Кафка (1852—1931), сығышы менән Көньяҡ Чехияның чех телле йәһүд общинаһынан , 1882 йылдан галантерея тауарҙарын күмәртәләп һатыусы була. "Кафка фамилияһы чех теленән (kavka һүҙе «сәүкә» тигәнде аңлата). Франц йыш ҡына хаттары өсөн ҡулланған Герман Кафканың фирма открыткаларында эмблема итеп ҡойроғо ҡалтырап торған сәүкә төшөрөлгән була.[1]. Яҙыусының әсәһе — Юлия Кафка (ҡыҙ фамилияһы Этл Леви) [1856—1934), хәлле һыра ҡайнатыусы ҡыҙы — немец телендә һөйләшеүҙе артығыраҡ күрә. Кафка үҙе немецсә яҙа, ләкин чех телен дә шулай уҡ бик яҡшы белгән. Француз телен дә ул ярайһы кимәлдә белгән һәм уның «улар менән көс һәм аҡылда тигеҙ булыуға дәғүә итә алмаҫлыҡ» һәм уларҙы «үҙенең ҡан туғандары» тип һанаған биш кеше араһында француз яҙыусыһы Гюстав Флобер була. Ҡалған дүртәүһе: Франц Грильпарцер, Фёдор Достоевский, Генрих фон Клейст һәм Николай Гоголь була. Йәһүд булыуына ҡарамаҫтан, Кафка идишты белмәгән тиерлек һәм Көнсығыш Европа йәһүдтәренең традицион мәҙәниәте менән Прагала гастролдә йөрөгән йәһүд театр труппалары йоғонтоһо аҫтында егерме йәшлек сағында ғына ҡыҙыҡһына башлай; ивритты өйрәнеү теләге ғүмеренең аҙағына ғына барлыҡҡа килә. Кафканың ике ҡустыһы һәм өс һеңлеһе була. Ике ҡустыһы ла ике йәше лә тулмаҫтан , Кафкаға 6 йәш булмаған саҡта, вафат булып ҡалалар. Һеңлеләренең исемдәре Элли, Валли һәм Оттла була. 1889 йылдан 1893 йылға тиклем Кафка башланғыс мәктәптә уҡый (Deutsche Knabenschule), һуңынан 1901 йылда өлгөргәнлек аттестатына экзамен биреп, гимназияны тамамлай. Прагалағы Карл университетын тамамлағандан һуң, хоҡуҡ докторы ғилми дәрәжәһен ала (Кафканың диссертация эше етәксеһе профессор Альфред Вебер була), унан һуң страховкалау ведомствоһына чиновник булып эшкә урынлаша. Ошо ойошмала ваҡытынан алда, ауырыуы сәбәпле 1922 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем бәләкәй генә вазифаларҙа хеҙмәт итә. Яҙыусы өсөн эш икенсе планда тора һәм мәшәҡәтле була: көндәлектәрендә һәм хаттарында ул хужаһына, хеҙмәттәштәренә һәм клиенттарға ҡарата үларҙы күрә алмағаны тураһында әйтеп бирә. Беренсе планда уның өсөн «бөтә уның булмышын аҡлаған» әҙәбиәт кенә тора.
Аскетизм, үҙ -үҙенә ышанып етмәү, үҙ — үҙен тәнҡитләү һәм тирә — яҡ мөхитте саманан тыш ауыр ҡабул итеү — яҙыусының был сифаттары хаттарында һәм көндәлектәрендә бик яҡшы документлаштырылған, айырыуса ата менән улдың мөнәсәбәттәренең ҡиммәтле интроспекцияһын һынландырған — "Атайыма хат"та («Письмо отцу»). Ата — әсәһе менән бик иртә айырым йәшәй башлағанға күрә, Кафканың йәшәү рәүеше бик ярлы була һәм уға бик йыш йәшәгән урынын алмаштырырға тура килә, был хәл үҙ сиратында уның Прагаға һәм унда йәшәүселәргә ҡарата кире тойғолар тыуҙыра. Хроник ауырыуҙар (психосоматик тәбиғәтенәнме — юҡмы — быныһы бәхәсле) уны бик ныҡ ҡаҡшата; туберкулёздан тыш, ул баш өйәнәгенән, йоҡоһоҙлоҡтан, эс ҡатыуҙан, импотенциянан, эренле шештәрҙән һәм башҡа ауырыуҙарҙан ыҙалай. Ул быларҙың барыһына ла натуропатия ысулдары, мәҫәлән, вегетариан диетаһы, даими гимнастика һәм бик ҙур күләмдә ҡайнатмаған һыйыр һөтөн эсеп, ҡаршы торорға тырыша. Мәктәптә уҡыған саҡта, әҙәби һәм йәмғиәт осрашыуҙар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, театраль спектаклдәрҙе ойоштороуға һәм үҫтереүгә Макс Брод кеүек иң яҡын дуҫтары киҫәтеүенә ҡарамаҫтан, ҙур көс һала. Макс ғәҙәттә уны бар яҡтан да, хатта үҙенең физик һәм аҡыл яғынан сирҡаныс булып күренеүенән дә ҡурҡмай, яҡлай. Кафка тирә — яҡтағыларға үҙенең малайҙарса бөхтә, ябай килешле ҡиәфәте, тыныс тәбиғәтле, иҫе китмәүсән холҡо, аҡылы һәм үҙенсәлекле, нескә юморы менән тәьҫир иткән. Кафканың мәрхәмәтһеҙ атаһы менән мөнәсәбәттәре уны ғаилә ҡороға һәләтһеҙ кеше итә һәм уның ижадының төп нигеҙе булып тора. 1912—1917 йылдар араһында ул Берлинда йәшәгән Фелиция Бауэр артынан йөрөй, был ҡыҙ менән ул ике мәртәбә йәрәшкән була һәм ике мәртәбә йәрәшеүҙе өҙә. Башлыса уның менән хаттар аша аралашып, Кафка ысынбарлыҡҡа тап килмәгән образ тыуҙыра. Ысынында улар икеһе ике төрлө кеше булғанлығы хатлашыуҙан да күренеп тора. Юлия Вохрыцек Кафканың икенсе кәләше була, әммә был йәрәшеү ҙә тиҙҙән туҡтатыла . 1920 йылдар башында ғишыҡ мөнәсәбәттәре уны кейәүҙә булған чех журналисткаһы, яҙыусы һәм уның әҫәрҙәренең тәржемәсеһе булған — Милена Есенская менән бәйләй. 1923 йылда Кафка ун туғыҙ йәшлек Дора Диамант менән бер нисә айға үҙ ғаиләһенең йоғонтоһонан йыраҡлашыуға һәм ижадсылыҡҡа иғтибарҙы йүнәлтеүгә өмөтләнеп, Берлинға күсә; аҙаҡ ул Прагага кире ҡайта. Уның һаулығы был осорҙа насарая: көсәйеп киткән тамаҡ туберкулезынан ул бик көслө ауыртыуҙар кисерә һәм ашай алмай. 1924йылдың 3 июнендә Вена янындағы санаторийҙа Кафка вафат була. Үлеменең сәбәбе, бәлки, аслыҡтан хәлһеҙләнеү булғандыр. Кәүҙәһен Прагага күсерәләр һәм ул 1924 йылдың 11 июнендә Ольшанда, Страшница районы Яңы йәһүд зыяратындағы ғаилә ҡәберлегендә ерләнә.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кафка үҙе тере саҡта уның эштәренең бик бәләкәй генә өлөшө булған бер нисә ҡыҫҡа хикәйә баҫтырып сығара, уның ижады ул үлгәндән һуң ғына, романдары нәшер ителгәс, иғтибарға лайыҡ була башлай. Вафаты алдынан ул үҙенең дуҫы Макс Бродҡа, ул яҙғандарҙан бер нәмәне лә ҡалдырмай, яндырырға ҡуша (әҫәрҙәрҙең ҡайһы бер экземплярҙарынан башҡа, уларҙың эйәләре әҫәрҙәрҙе үҙҙәренә ҡалдыра ала ине, тик яңынан нәшер итеүгә рөхсәт ҡалдырылмай). Уның һөйгәне Дора Диамант ысынлап та үҙендә булған (бөтәһен булмаһа ла яҙмаларҙы юҡ итә, әммә Макс Брод мәрхүмдең теләгенә буйһонмай һәм иғтибар йәлеп итә башлаған хеҙмәттәренең күпселек өлөшөн нәшер итә. Нәшер ителгән уның ижад емештәре, Милена Есенскаяға чех телендә яҙған хаттарынан тыш, немец телендә яҙылған. Кафка үҙе дүрт йыйынтыҡ баҫтыра — «Ситтән күҙәтеү» (Созерцание), «Ауыл врачы» («Сельский врач»), «Язалар» («Кары») һәм «Голодарь», шулай уҡ "Кочегар — «Америка» романының беренсе главаһы («Хәбәрһеҙ юғалған») һәм тағы ла бер нисә ҡыҫҡа күләмле әҫәре. Әммә уның төп ижад емештәре — «Америка» (1911—1916), «Процесс» (1914—1915) һәм «Замок» (1921—1922) романдары — төрлө кимәлдә тамамланмаған булып ҡалды, уның вафатынан һуң һәм аҙаҡҡы теләгенә ҡаршы донъя күрҙеләр.
Новеллалары һәм бәләкәй күләмле прозаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Бер көрәштең һүрәтленеүе» («Beschreibung eines Kampfes», 1904—1905);
- «Туй әҙерләнеүҙәре ауылда» («Hochzeitsvorbereitungen auf dem Lande», 1906—1907);
- «Доға ҡылыусы менән һөйләшеү» («Gespräch mit dem Beter», 1909);
- «Иҫерек менән һөйләшеү» («Gespräch mit dem Betrunkenen», 1909);
- «Аэропландар Брешияла» («Die Aeroplane in Brescia», 1909), фельетон;
- «Ҡатын — ҡыҙҙың намаҙлығы» («Ein Damenbrevier», 1909);
- Макс Брод авторҙашлығында: « Тимер алыҫ юлға тәүге сәйәхәт» («Die erste lange Eisenbahnfahrt», 1911);
- Макс Брод авторҙашлығында: «Рихард һәм Самуэл: Үҙәк Европа буйлап ҙур булмаған сәйәхәт» («Richard und Samuel — Eine kleine Reise durch mitteleuropäische Gegenden»);
- «Ҙур ғауға» («Großer Lärm», 1912);
- «Хөкөм алдында» («Vor dem Gesetz», 1914), мәҫәл (притча) «Ауыл табибы» йыйынтығына инә, ә һуңынан «Процесс» романына индерелә (9 глава, «Соборҙа»);
- «Erinnerungen an die Kaldabahn» (1914, көндәлектән өҙөк;
- «Мәктәп уҡытыусыһы» («Гигант һуҡыр сысҡан» ) («Der Dorfschullehrer or Der Riesenmaulwurf», 1914—1915);
- « Блюмфельд, ҡарт буйҙаҡ ир» («Blumfeld, ein älterer Junggeselle», 1915);
- « Склеп ҡараулсыһы» («Der Gruftwächter», 1916—1917), единственная написанная Кафкой пьеса;
- « Һунарсы Гракх» («Der Jäger Gracchus», 1917);
- «Нисек Ҡытай диуары төҙөлгән» («Beim Bau der Chinesischen Mauer», 1917);
- «Үлтереү» («Der Mord», 1918), впоследствии рассказ был переработан и включён в сборник «Сельский врач» под названием «Братоубийство»;
- «Биҙрәлә һыбай» («Der Kübelreiter», 1921);
- «Беҙҙең синагогала» («In unserer Synagoge», 1922);
- «Кочегар» («Der Heizer»), впоследствии — первая глава романа «Америка» («Пропавший без вести»);
- «Сарлаҡта» («Auf dem Dachboden»);
- «Бер эттең тикшеренеүҙәре» («Forschungen eines Hundes», 1922);
- «Өң» («Der Bau», 1923—1924);
- «Ул. 1920 йылдағы яҙыуҙар» («Er. Aufzeichnungen aus dem Jahre 1920», 1931), фрагменты;
- «Ул» серияһына («Zu der Reihe „Er“», 1931);
- «Язалар» (йыйынтыҡ) («Strafen», 1915)
- «Суд ҡарары» (хикәйә) («Das Urteil», 22—23 сентябрь, 1912);
- «Әүерелеү» (хикәйә) («Die Verwandlung», ноябрь-декабрь 1912);
- «Холоҡ төҙәтеү колонияһы» («In der Strafkolonie», октябрь 1914).
- «Ситтән күҙәтеү» йыйынтығы («Betrachtung», 1913)
- «Балалар юлда» («Kinder auf der Landstrasse», 1913), «Бер көрәштең һүрәтләнеүе» новеллаһына "йәйелдерелгән ҡаралама яҙмалары;
- «Фашланған әшәке кеше» («Entlarvung eines Bauernfängers», 1913);
- «Көтөлмәгән прогулка» («Der plötzliche Spaziergang», 1913), вариант дневниковой записи от 5 января 1912 г.;
- «Ҡарарҙар» («Entschlüsse», 1913), вариант дневниковой записи от 5 февраля 1912 г.;
- «Тауҙарға прогулка» («Der Ausflug ins Gebirge», 1913);
- «Буйҙаҡ ирҙең ҡайғыһы» («Das Unglück des Junggesellen», 1913);
- «Сауҙагәр» («Der Kaufmann», 1908);
- «Тәҙрәгә ғәмһеҙ ҡарап» («Zerstreutes Hinausschaun», 1908);
- «Өйгә юл» («Der Nachhauseweg», 1908);
- «Эргәнән югереп үтеүселәр» («Die Vorüberlaufenden», 1908);
- «Пассажирҙар» («Der Fahrgast», 1908);
- «Күлдәктәр» («Kleider», 1908), эскиз к новелле «Описание одной борьбы»;
- «Кире ҡағыу» («Die Abweisung», 1908);
- «Һыбайлыларға уйланыу өсөн» («Zum Nachdenken für Herrenreiter», 1913);
- «Урамға тәҙрә» («Das Gassenfenster», 1913);
- «Индеец булырға теләк» («Wunsch, Indianer zu werden», 1913);
- «Ағастар» («Die Bäume», 1908); эскиз к новелле «Описание одной борьбы»;
- «Һағыш» («Unglücklichsein», 1913).
- «Ауыл табибы» йыйынтығы («Ein Landarzt», 1919)
- «Яңы адвокат» («Der Neue Advokat», 1917);
- «Ауыл табибы» («Ein Landarzt», 1917);
- «Галереяла» («Auf der Galerie», 1917);
- «Боронғо яҙма» («Ein altes Blatt», 1917);
- «Закон алдында» («Vor dem Gesetz», 1914);
- «Шакалдар һәм ғәрәптәр» «Schakale und Araber», 1917);
- «Рудникка барыу» («Ein Besuch im Bergwerk», 1917);
- «Күрше ауыл» («Das nächste Dorf», 1917);
- «Император мөрәжәғәтнамәһе» («Eine kaiserliche Botschaft», 1917), впоследствии рассказ стал частью новеллы «Как строилась Китайская стена»;
- «Ғаилә башлығы хәстәре» («Die Sorge des Hasvaters», 1917);
- «Ун бер ул» («Elf Söhne», 1917);
- «Туған — ара үлтерешеү» («Ein Brudermord», 1919);
- «Төш» («Ein Traum», 1914), «Процесс» романы параллеле;
- «Академия өсөн отчет» («Ein Bericht für eine Akademie», 1917).
- «Голодарь» йыйынтығы («Ein Hungerkünstler», 1924)
- «Беренсе ҡайғы» («Ersters Leid», 1921);
- «Бәләкәй ҡатын — ҡыҙ» («Eine kleine Frau», 1923);
- «Голодарь» («Ein Hungerkünstler», 1922);
- «Йырсы Жозефина йәки сысҡан халҡы» («Josephine, die Sängerin, oder Das Volk der Mäuse», 1923—1924);
- Бәләкәй күләмле проза
- «Күпер» («Die Brücke», 1916—1917)
- «Ҡапҡаға туҡылдатыу» («Der Schlag ans Hoftor», 1917);
- «Күрше» («Der Nachbar», 1917);
- «Гибрид» («Eine Kreuzung», 1917);
- «Өндәмә» («Der Aufruf», 1917);
- «Яңы шәмдәр» («Neue Lampen», 1917);
- «Туннелдә» («Im Tunnel», 1917);
- «Ябай тарих» («Eine alltägliche Verwirrung», 1917);
- «Санчо Панса тураһында дөрөҫлөк» («Die Wahrheit über Sancho Pansa», 1917);
- «Сиренаның тынлығы» («Das Schweigen der Sirenen», 1917);
- «Әҙәм аҡтыҡтары берләшмәһе» («Eine Gemeinschaft von Schurken», 1917);
- «Прометей» («Prometheus», 1918);
- «Өйгә ҡайтыу» («Heimkehr», 1920);
- «Ҡала гербы» («Das Stadtwappen», 1920);
- «Посейдон» («Poseidon», 1920);
- «Берләшмә» («Gemeinschaft», 1920);
- «Төндә» («Nachts», 1920);
- «Кире ҡағылған үтенес» («Die Abweisung», 1920);
- «Закондар мәсьәләһенә» («Zur Frage der Gesetze», 1920);
- «Рекруттар наборы» («Die Truppenaushebung», 1920);
- «Экзамен» («Die Prüfung», 1920);
- «Төйлөгән» («Der Geier», 1920);
- «Рулевой» («Der Steuermann», 1920);
- «Өйөрсән» («Der Kreisel», 1920);
- «Бәләкәй мәҫәл» («Kleine Fabel», 1920);
- «Китеү» («Der Aufbruch», 1922);
- «Яҡлаусылар» («Fürsprecher», 1922);
- «Ирле — ҡатынлы» («Das Ehepaar», 1922);
- «Комментарий (өмөтләнмә!)» («Kommentar — Gibs auf!», 1922);
- «Притчалар тураһында» («Von den Gleichnissen», 1922).
Романдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Америка» (роман) («Хәбәрһеҙ юғалған») («Amerika» («Der Verschollene»), 1911—1916), шул иҫәптән беренсе глава сифатында «Кочегар» хикәйәһе;
- «Процесс» (роман) («Der Prozeß», 1914—1915), шул иҫәптән «Закон алдында» мәҫәле;
- «Замок» (роман) («Das Schloß», 1922).
Хаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фелица Бауэрға хаттар (Briefe an Felice, 1912—1916);
- Грета Блохҡа хаттар (1913—1914);
- Милеае Есенскаяға хаттар (Briefe an Milena);
- Макс Бродҡа хаттар(Briefe an Max Brod);
- Атаһына хат (ноябрь, 1919);
- Оттла һәм ғаиләнең башҡа ағзаларына хаттар (Briefe an Ottla und die Familie);
- Ата — әсәһенә хаттар 1922 йылдан алып 1924 йылға тиклем (Briefe an die Eltern aus den Jahren 1922—1924);
- Башҡа хаттар (шул иҫәптән Роберт Клопштокка, Оскар Поллакка һ.б.);
Көндәлектәре (Tagebücher)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1910. Июль — декабрь;
- 1911. Ғинуар — декабрь;
- 1911—1912. Швейцария, Франция һәм Германия буйлап сәйәхәт иткән саҡта яҙылған көндәлектәр;
- 1912. Ғинуар — сентябрь;
- 1913. Февраль — декабрь;
- 1914. Ғинуар — декабрь;
- 1915. Ғинуар — май, сентябрь — декабрь;
- 1916. Апрель — октябрь;
- 1917. Июль — октябрь;
- 1919. Июнь — декабрь;
- 1920. Ғинуар;
- 1921. Октябрь — декабрь;
- 1922. Ғинуар — декабрь;
- 1923. Июнь.
Ин-октаво дәфтәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡараламалар, хикәйәләр һәм хикәйәләр варианттары, уйланыуҙар һәм күҙәтеүҙәр теркәлгән Франц Кафканың 8 эш дәфтәре (1917—1919 йылдар).
Афоризмдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ғонаһ, яфа сигеү, өмөт һәм ысын юл тураһында уйланыуҙар» («Betrachtungen über Sünde, Leid, Hoffnung und den wahren Weg», 1931).
Исемлектә — Кафканың йөҙҙән артыҡ әйткән фекерҙәре, уларҙы Кафка үҙе 3 һәм 4 ин — октаво дәфтәрҙәе материалдарынан буйынса һайлап алған.
рус телендәге баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кафка Ф. Роман. Новеллы. Притчи // Прогресс. — 1965. — 616 с.
- Кафка Ф. Замок // Иностранная литература. — 1988. — № 1-3. (Пер. с нем. Р. Я. Райт-Ковалевой)
- Кафка Ф. Замок // Нева. — 1988. — № 1-4. (Пер. с нем. Г. Ноткина)
- Кафка Ф. Избранное: Сборник: Пер. с нем. / Сост. Е. Кацевой; предисл. Д. Затонского. — М.: Радуга, 1989. — 576 с. Тираж 100000 экз. (Мастера современной прозы) ISBN 5-05-002394-7
- Кафка Ф. Замок: роман; Новеллы и притчи; Письмо отцу; Письма Милене. — М.: Политиздат, 1991. — 576 с. Тираж 150000 экз.
- Кафка Ф. Замок / Пер. с нем. Р. Я. Райт-Ковалевой; издание подготовили А. В. Гулыга и Р. Я. Райт-Ковалева. — М.: Наука, 1990. — 222 с. Тираж 25000 экз. (Литературные памятники) ISBN 5-02-012742-6
- Кафка Ф. Процесс / Илл. А. Бисти. — СПб.: Вита Нова, 2003. — 408 с. — ISBN 5-93898-017-8.
- Кафка Ф. Наказания: Рассказы / Пер. с нем.; Сост., предисл., коммент. М. Рудницкого. — М.: Текст, 2006. — 336 с. (серия «Билингва») ISBN 5-7516-0500-4
- Кафка Ф. Дневники. Письма к Фелиции. М.:, Эксмо, 2009, — 832 с., 4000 экз., ISBN 978-5-699-33311-0
- Кафка Ф. Замок: Роман / Пер. с нем. М. Рудницкого. — СПб.: Издательская Группа «Азбука-классика», 2009. — 480 с. ISBN 978-5-395-00464-2
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бик күп тәнҡитселәр модернизм, магик реализм һ.б. әҙәби мәктәптәре ҡанундарына ярашлы Кафканың эштәренең мәғәнәһен аңлатырға тырышты. Уның әҫәрҙәрен һуғарған ҡотолғоһоҙлоҡ һәм абсурд экзистенциализм өсөн характерлы[2]. Ҡайһы берҙәре бюрократизмға ҡарата уның сатираһында, башлыса «Холоҡ төҙәтеү колонияһында», «Процесс» һәм «Замок» әҫәрҙәрендә марксизмдың йоғонтоһон табырға тырышты.
Шул уҡ ваҡытта башҡалар уның әҫәрҙәренә иудаизм призмаһы аша ҡарай (сөнки ул йәһүд булған һәм йәһүд мәҙәниәтенә бер аҙ ҡыҙыҡһыныу белдергән, бигерәк тә ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарында) — был юҫыҡта үҙенең бер нисә үткер фекерен Хорхе Луис Борхес әйткән; Фрейд психоанализы аша (бик ҡатмарлы ғаилә тормошо арҡаһында); йәки метафизик Аллаһы Тәғәләне эҙләүе аша (был теорияның төп яҡлаусыһы Томас Манн була).
Кафка тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хорхе Луис Борхес. Кафка һәм унан алда киләүселәр
- Теодор Адорно. Кафка тураһында яҙмалар
- Жорж Батай. Кафка 2009 йыл 31 май архивланған. (недоступная ссылка с 14-05-2013 (4168
дня) — история)
- Валерий Белоножко. «Процесс» романы тураһында күңелһеҙ яҙмалар, Франц Кафканың тамамланмаған романдары тураһында өс сага
- Вальтер Беньямин. Франц Кафка
- Морис Бланшо. Кафканан Кафкаға (йыйынтыҡтан ике мәҡәлә: Кафканы уҡыу 2008 йыл 28 сентябрь архивланған. һәм Кафка һәм әҙәбиәт 2008 йыл 28 сентябрь архивланған.)
- Макс Брод. Франц Кафка. Биографияһы
- Макс Брод. Послесловия и примечания к роману «Замок» романына һуңғы һүҙҙәр һәм иҫкәрмәләр
- Макс Брод. Франц Кафка. Абсолют тотҡоно
- Макс Брод. Кафка шәхесе
- Кэти Диамант. Кафканың һуңғы мөхәббәте: Дора Диаманттың сере / Л. Володарская, К. Лукьяненко. тәрж. ингл. — М. Текст, 2008. — 576 бит. ISBN 978-5-7516-0763-0
- Альбер Камю. Франц Кафканың ижадында өмөт һәм абсурд
- Элиас Канетти. Икенсе процесс: Франц Кафка Фелицияға хаттарҙа / Пер. с нем. М. Рудницкого. — М.: Текст, 2014. — 176 с. ISBN 978-5-7516-1182-8
- Михаэль Кумпфмюллер. Великолепие жизни: Роман / Пер. с нем. М. Рудницкий, тәрж. нем.. — М.: Текст, 2014. — 256 с. ISBN 978-5-7516-1222-1 (Кафка һәм Дорыа Диамант мөнәсәбәттәре тураһында)
- Юрий Манн. Лабиринтта осрашыу (Франц Кафка һәм Николай Гоголь)
- Дэвид Зейн Майровиц һәм Роберт Крамб. Кафка яңы башлаусылар өсөн
- Владимир Набоков. Франц Кафканың «Әүрелеүе»
- Синтия Озик. Кафка булып булмау
- Жаклин Рауль-Дюваль. Кафка, мәңге кейәү / Пер. с фр. Е. Клоковой. — М.: Текст, 2015. — 256 с. ISBN 978-5-7516-1113-2
- Анатолий Рясов. Бигерәк ҙур күләгәле кеше
- Натали Саррот. Достоевскийҙан Кафкаға тиклем
- Эдуард Гольдштюкер. Na téma Franz Kafka — články a studie, 1964.
- Марк Бент. «Мин бөтөнләйе менән — әҙәбиәт»: Франц Кафканың ғүмере һәм китаптары // Бент М. И. «Мин бөтөнләйе менән — әҙәбиәт»: Әҙәбиәттең тарихы һәм теорияһы буйынса мәҡәләләр. — СПб.:Издательство Сергея Ходова;Крига, 2013. — 436—458 бит.
Кафка кинола
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Эта замечательная жизнь Франца Кафки» («Franz Kafka’s It’s a Wonderful Life», Великобритания, 1993)
- Короткометражный биографический фильм. Режиссёр Питер Капальди (Peter Capaldi), в роли Кафки Ричард Грант (Richard E. Grant)
- «Певица Жозефина и мышиный народ» (Украина, 1994)
- Фильм по одноимённой новелле Кафки. Режиссёр Сергей Маслобойщиков
- «Кафка» («Kafka», США, 1991)
- Полубиографический фильм о Кафке. Режиссёр Стивен Содерберг (Steven Soderbergh), в роли Кафки Джереми Айронс (Jeremy Irons)
- «Замок» (Das Schloss, Австрия, 1997)
- Режиссёр Михаэль Ханеке (Michael Haneke), в роли К. Ульрих Мюэ
- «Замок» (ФРГ, 1968)
- Режиссёр Рудольф Ноелте, в роли К. Максимилиан Шелл
- «Замок» (Грузия, 1990)
- Режиссёр Дато Джанелидзе, в роли К. Карл-Хейнц Беккер
- «Замок» (Россия-Германия-Франция, 1994)
- Режиссёр А. Балабанов, в роли К. Николай Стоцкий
- «Превращение мистера Франца Кафки»
- Режиссёр Карлос Атанес (Carlos Atanes), 1993.
- «Процесс» («The Trial», Германия-Италия-Франция, 1963)
- Режиссёр Орсон Уэллс (Orson Welles), в роли Йозефа К. — Энтони Перкинс (Anthony Perkins)
- «Процесс» («The Trial», Великобритания, 1993)
- Режиссёр Дэвид Хью Джонс, в роли Йозефа К. — Кайл Маклахлен, в роли священника — Энтони Хопкинс, в роли художника Титторели — Альфред Молина.
- «Процесс» (Россия, 2014)
- Режиссёр Константин Селиверстов фильм: http://www.youtube.com/watch?v=7BjsRpHzICM
- «Классовые отношения» (Германия, 1983)
- Экранизация романа «Америка (Пропавший без вести)». Режиссёры: Жан-Мари Штрауб и Даниэль Юйе
- «Америка» (Чехия, 1994)
- Режиссёр Владимир Михалек
- «Сельский врач Франца Кафки» (япон. カフカ 田舎医者Кафука инака ися ) («Franz Kafka’s A Country Doctor»), Япония, 2007, анимационный)
- Режиссёр Кодзи Ямамура
- «Человеческое тело» («Menschenkörper», Германия, 2004)
- Короткометражный фильм, адаптация новеллы «Сельский врач». Режиссёр Тобиас Фрюморген (Tobias Frühmorgen)
- «Ночная страна» («Nachtland», Германия, 1995)
- Короткометражный фильм, адаптация новеллы «Сельский врач». Режиссёр Кирилл Туши (Cyril Tuschi)
- «Голодарь» («The hunger artist», США, 2002)
- Режиссёр Том Гиббонс
- «Человек К.» (Украина, 1992)
- Режиссёр Сергей Рахманин
- «Сторож склепа» (Бельгия, 1965)
- Режиссёр Гарри Кюмель
- «Әүерелеү»(«Превращение») хикәйәһенең идеяһы кинола күп мәртәбә ҡулланылды
- «Превращение»
- Режиссёр Валерий Фокин, 2002, төп ролдә — Евгений Миронов
- «Превращение господина Замзы» («The Metamorphosis of Mr. Samsa») — ҡыҫҡа метражлы мультипликация фильмы
- Режиссёр Кэролин Лиф, 1977
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Франц Кафка. Биография . Архивировано 23 август 2011 года.
- ↑ Камю. Экзистенциализм // Современная западная философия: Словарь / Сост.: В. С. Малахов, В. П. Филатов. — М.: Политиздат, 1991. — 414 с. — ISBN 5-250-00734-1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Франц Кафка Викиөҙөмтәлә | |
Франц Кафка Викикитапханала | |
Франц Кафка Викимилектә | |
Франц Кафка Викияңылыҡтарҙа |
- Русскоязычный сайт о Кафке
- Франц Кафка «Фантастика лабораторияһы» сайтында (рус.)
- Франц Кафка на сайте The Electronic Literary Database (ELDb) 2008 йыл 13 март архивланған.
- Максим Мошков китапханаһында Франц Кафка
- Англоязычный сайт о Кафке 2020 йыл 6 декабрь архивланған.
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 3 июлдә тыуғандар
- 1883 йылда тыуғандар
- Прагала тыуғандар
- 3 июндә вафат булғандар
- 1924 йылда вафат булғандар
- Клостернойбургта вафат булғандар
- Чехия яҙыусылары
- Австрия яҙыусылары
- XX быуат яҙыусылары
- Туберкулёздан үлеүселәр
- Карл университетын тамамлаусылар
- Билдәле көндәлектәр авторҙары
- Яҙыусы-модернистар
- Австрия анархистары
- Австрия социалистары
- Немец яҙыусылары
- Мәҫәл яҙыусылар
- Әҙәбиәттә магик реализм