Эстәлеккә күсергә

Симона де Бовуар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Симона де Бовуар
франц. Simone de Beauvoir
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Франция[3][2]
Тыуған ваҡыттағы исеме франц. Simone Lucie Ernestine Marie Bertrand de Beauvoir
Псевдоним Le Castor[4]
Исем Симона-Люси-Эрнестина-Мари Бертран де Бовуар
Тыуған көнө 9 ғинуар 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1]
Тыуған урыны VI округ Парижа[d], Париж, Франция
Вафат булған көнө 14 апрель 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1][5] (78 йәш)
Вафат булған урыны XIV округ Парижа[d], Париж, Франция[6][7]
Париж, Франция[2]
rue Victor-Schœlcher[d]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе пневмония
Ерләнгән урыны Монпарнас зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Бер туғандары Hélène de Beauvoir[d][2]
Внебрачный партнёр Жан-Поль Сартр, Клод Ланцман[d] һәм Нельсон Альгрен[d]
Нәҫеле Bertrand de Beauvoir family[d]
Әһәмиәтле кеше Жан-Поль Сартр[8]
Туған тел Француз теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле
Һөнәр төрө сәйәси философ, журналист, романист, автобиограф, эссеист, политический активист, автор дневника, women letter writer, фәлсәфәсе, әҙәби тәнҡитсе, яҙыусы, автор, деятель феминизма, учитель философии
Эшмәкәрлек төрө фәлсәфә, эссе[d], автобиография, роман, Феминизм һәм Экзистенциализм
Уҡыу йорто Париж университеты
Лицей Фенелона[d]
Ғилми дәрәжә агреже[d]
Сексуаль йүнәлеш бисексуальность[d][9][10]
Сәнғәт йүнәлеше атеизм, Феминизм һәм Экзистенциализм
Ойошма ағзаһы comité de lecture des éditions Gallimard[d]
Йоғонто яһаусы Жан-Поль Сартр[11] һәм Альфред Адлер[d][12]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][13]
 Симона де Бовуар Викимилектә

Симона де Бовуар (франц. Simone de Beauvoir; 9 ғинуар 1908 йыл — 14 апрель 1986 йыл) — Франция яҙыусыһы, философ. Феминизм идеологы. Жан-Поль Сартрҙың дуҫы һәм фекерҙәше.

Биографияһы һәм ижады

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала сағы һәм белем алыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Симона де Бовуар (тулы исеме Симона-Люси-Эрнестина-Мари Бертран де Бовуар) 1908 йылдың 9 ғинуарында Парижда Распай бульварында тыуа. Ғаилә боронғо аристократтар нәҫеленә ҡарай, сығышы менән урта быуат француз теологы, ритор һәм логик, Абелярҙың уҡытыусыһы Гийом де Шампонан килә. Симона юрист-секретарь булып эшләгән Жорж Бертран де Бовуар һәм Вердендан бай банкир ҡыҙы, тыумыштан Брассо, динсел католик Франсуаза де Бовуар ғаиләһендә өлкән ҡыҙ була. Симона тыуып ике йыл үткәс, ғаиләлә икенсе ҡыҙ — Элен тыуа.

Биш йәш ярымда ата-әсәһе Симонаны Кур Дезир (фр.) мәктәбенә бирә, унда монах ҡатын-ҡыҙҙары тәрбиәһе аҫтында затлы нәҫелдән булған ҡыҙҙарҙы яҡшы тормошҡа әҙерләгәндәр. Ата-әсәһе, бигерәк тә әсәһе, Симонаны киләсәктә берәй буржуа, ә бәлки, принцтың да әҙәпле ҡатыны итеп күрергә теләй. Уның хыялы тормошҡа ашмай, сөнки ғаилә башлығы Бертран де Бовуар, Николай II вәғәҙә иткән ҙур килем аҫтында, Рәсәй империяһы хөкүмәте заемына аҡса һала, әммә 1917 йылдың революцияһы килемдәр тураһындағы хыялдарҙы ғына түгел һалған аҡсаларҙы ла юҡҡа сығара. Әсәһенән алған ҡәтғи буржуаз тәрбиәһен Симона «Воспоминания благовоспитанной девицы» (Mémoires d’une jeune fille rangée, 1958) китабында тасуирлай.

Ғаиләнең асылда ҡайғылы булған бөлгөнлөккә төшөүе, Симона өсөн бала саҡта күҙ алдына килтергән үҙенә бер төрлө яҙмышының реаль булыуын раҫлай. Доғаларға ныҡлап бирелеп, ҡыҙ тормошон мәңгегә Аллаға тапшырылған тип ыҙа сигеүсе ролен «уйнай». Әммә мәктәптә яҡшы уҡыуы ғаиләнең матди хәлен яҡшыртмай, улар «Ротонда» богема рестораны өҫтөндәге абруйлы торлаҡтарын Рен урамындағы лифтһыҙ ҡараңғы йорттағы ҡыҫыҡ квартираға алмаштырырға мәжбүр була, ә доғалар киләсәкке көнгә ышаныстарын юғалтҡан ата-әсәһенең мөнәсәбәттәренә татыулыҡ килтермәй.

Ата-әсәһе ҡыҙға, тик белем генә ауыр хәлдән сығырға ярҙам итә, тип аңлата. Диндарлыҡ шик менән, ә аҙаҡ ҡәнәғәтһеҙлек менән алмашына. Үҫмер сағында ҡыҙҙың интеллекты менән бер рәттән тағы бер хас үҙенсәлеге: компромисһыҙ ҡарар ҡабул итеү һәләте асыла. Ыҙа сигеүсенән һуғышсан атеисҡа тиклем аҙым Симона үлсәме менән нигеҙле һәм аҡыллы аҙым була.

Атаһы унда әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уята. Ун биш йәшенә Симона билдәле яҙыусы булырға ҡарар итә. Уны Морис Баррес, Поль Клодель, Андре Жид, Поль Валери арбай, ә алып барған ентекле көндәлектәре тәүбәне алмаштыра.

1925 йылда мәктәпте тамамлай; Париждың Католик институтында математика, Сен-Мари-де-Нейила филология өйрәнә (фр.). Бер йылдан һуң әҙәбиәт һәм латин теле буйынса Париж университетының дипломын ала. 1927 йылда философия буйынса диплом ала (сығарылыш квалификацион эше Лейбниц философияһына бағышлана) һәм Сорбоннаны тамалаған туғыҙынсы ҡатын-ҡыҙ була. Уҡытыусылар практикаһында Морис Мерло-Понти һәм Клод Леви-Стросс менән таныша; улар менән бер мәктәптә эшләй. 1928 йылдың яҙында ул сәнғәт бакалавр дәрәжәһен ала. Сәнғәт факультетында Жан-Поль Сартр, Поль Низан, Рене Майо менән осраша (һуңғыһы уның фамилияһын инглиз beaver (бобер) һүҙенә оҡшатып, уға «Ҡондоҙ» ҡушаматы бирә). Философия буйынса конкурсҡа (ингл. Agrégation) — имтиханға әҙерләнә башлай, һөҙөмтәләре буйынса студенттарҙың дөйөм француз рейтингы төҙөлә — шуның өсөн абруйлы Юғары нормаль мәктәбенә дәрескә йөрөй. Беренсе урынды имтиханда Жан-Поль Сартр ала, икенсе урынды— Симона, һәм үҙенең егерме бер йәшендә был имтиханды биреүсе иң йәше була.

Сартр менән мөнәсәбәте ғүмер буйы дауам итә.

Юғары мәктәпте тамамлағандан һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Де Бовуар һәм Сартр уҡыуҙы тамамлағандан һуң бергә ҡалыу-ҡалмауҙарын хәл итергә тейеш булалар. Әммә улар ир һәм ҡатын була алмай. Бының урынына улар, бер-береһенә интеллектуаль тоғролоҡ һаҡлап, партнерҙар булып ҡалыуға үҙ-ара килешеү төҙөй.

19291931 йылдарҙа Сартр армияла хеҙмәт итә. Хеҙмәттән һуң уны Гаврға эшкә ебәрәләр. Симона 1931 йылда Марселгә философия уҡытырға китә. Улар килешеүҙәрен оҙайтырға ҡарар итә һәм элеккесә бер-береһен бурыстар менән бәйләгеһе килмәй, шуның менән яҡын аралашыуҙарын дауам итәләр. Симона 19321937 йылдарҙа Руанала эшләй — Корнель Лицейында (фр.), ә һуңынан — Парижда Мольер Лицейында уҡыта (фр.). Сартр менән даими күрешеп, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, интеллектуаль уйындар, мөхәббәт мажаралары менән тулы тормош алып баралар

1939 йылда үҙенең беренсе китабын «Главенство духа» — хикәйәләр йыйынтығын баҫтырып сығарырға маташа («Когда главенствует дух» фр. Quand prime le spirituel) 1979 йылда баҫылып сыға) Әммә нәшриәт ҡулъяҙманы кире ҡаға, Бовуар күрһәткән холоҡтар картинаһын ышандырғыһыҙ тип таба. Ошо уҡ йылда Сартрҙы Сәйер һуғыш башланыу менән армияға алалар, һәм 1940 йылдың июнь айында ул әсирлеккә эләгә, унда туғыҙ ай үткәрә һәм һаулығы насар булыу сәбәпле азат ителә.

Сартрҙың Парижға ҡайтыуы менән Симона уның менән бергә «Социализм һәм азатлыҡ» төркөмө йәшерен ойошмаһында ҡатнаша, унда шулай уҡ Морис Мерло-Понти, Жан-Туссен Десанти, Жан Канапа ла ҡатнаша. Әммә төркөм тиҙҙән тарҡала, һәм Сартр оккупация менән яҙыусылыҡ ярҙамында көрәшергә ҡарар итә

1943 йылда Бовуарҙы уҡытыусы эшмәкәрлегенән сығаралар, быға сәбәп булып Натали Сорокинаның әсәһенең ғаризаһы була, ул Симонаны ҡыҙын мыҫҡыллауҙа ғәйепләй. Ситләтеүҙе һуғыштан һуң кире алалар. 1943 йылда Бовуар экзистенциализм идеяларын үткәргән беренсе романы — «Гостья» романын (франц. L’Invitée) нәшер итә. Был тема (ирек, яуаплылыҡ, шәхес-ара мөнәсәбәттәр) уның артабанғы эшендә лә була. «Гостья» романын Бовуар 1938 йылда башлай, 1941 йылда тамамлай. Әммә шул осорҙағы сәйәси ваҡиғалар романда сағылыш тапмай.

1944 йылда Жан Гренье Симонаны экзистенциализм төшөнсәһе менән таныштыра. Ул йыйынтыҡ өсөн хәҙерге идеологик юнәлештәрҙе сағылдырған эссе яҙырға ризалаша, һәм 1944 йылда «Пирра һәм Цинеас» (франц. Pyrrhus et Cinéas) эссеһын яҙа. Унда Бовуар «һәр төрлө ғәмәл хәүеф һәм еңелеү ҡурҡынысы менән тулы. Кешенең бурысы хәүефкә риза булыу, ләкин алдағы еңелеү тураһында фекерҙе кире ҡағыу» тигән һығымта яһай.

Һуғыш йылдарында Симона Ҡаршылыҡ тураһында «Кровь других» (фр. Le Sang des autres") романын яҙа. Америкала танылған «экзистенциализм дәреслеге», кешеләрҙең үҙ ҡылығы өсөн яуаплылығы мәсьәләләре буйынса китабы Бовуарҙың позицияһын сағылдыра.

1945 йылда Сартр Мишель Лейрис, Борис Виан һәм башҡалар менән бергә «Яңы ваҡыт» әҙәби-сәйәси журналына нигеҙ һала. Мөхәрририәткә Симона менән бергә Морис Мерло-Понти, Раймон Арон, Жан Полан инә. Артабан Симона журнал тормошонда эшлекле ҡатнашыу ала. Сартрҙың АҠШ-ҡа китеп торған саҡтарында Симона йыш ҡына үҙенең исеменән генә түгел, уның исеменән дә журнал өсөн эссе һәм мәҡәләләр яҙа. Шулай уҡ ул журналдың мөһим мәхәррире һәм тәнҡитсеһе булып ҡала: ул яҙған һәр юлды ентекләп уҡып бара.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан һуң Симона һөҙөмтәле эшләй. 1945 йылда «Яңы ваҡыт» журналында «Әҙәбиәт һәм метафизика» хеҙмәте сыға, һуңыраҡ ул «Ике мәғәнәле әхлаҡ» (франц. Pour une morale de l’ambiguïté, 1947) китабына инә, «Бөтә кешеләр ҙә үлә» фантастик романы баҫылып сыға (франц. Tous les hommes sont mortels, 1946). Әммә һөнәри уңыштары шәхси тормошҡа бәйле яңы проблемалар менән ҡараңғылана. Жан-Поль Сартр АҠШ-та Долорес Ванетти менән мауыға. Уға йоғонто яһай алмаған Симона хәсрәттәрен ҡағыҙға һала. («Бөтә кешеләр ҙә үлә» китабы уның ғазаптары һөҙөмтәһе булып тора).

1947 йылда Симона ла шулай уҡ АҠШ-ҡа әҙәбиәт буйынса лекциялар уҡырға юллана. Шунда ул Олгрен Нельсонды осрата. Улар араһында роман башлана, ул ун дүрт йыл дауам итә. Симона мөхәббәт һәм йылылыҡ шатлығы тоя, әммә уға кейәүгә сығыуҙан һәм бала табыуҙан баш тарта. Сартр менән бәйле ептәр ҡаҡшамаҫ булып ҡала. Хәйер, һуғыштан һуң уларҙың юлдары тормошта ла, фәлсәфәүи ҡараштарҙа ла айырылһа ла, Бовуар ике интеллектуаль союздың идеяларына тоғро ҡала.

1958 йылда беренсе автобиографик трилогия китабын сығара — «Воспоминания благовоспитанной девицы» (фр. Memoires d’une jeune fille rangée, 1958). Автор өлгөрөү йәшенә тиклемге үҙенең тормошо тураһында һөйләй. Автобиографик трилогияның артабанғы ике өлөшөндә («Сила зрелости» (франц. La Force de l'âge, 1960) һәм «Сила вещей» (франц. La Force des choses, 1963), Сартрҙың уҡыусыһы һәм көрәштәшенең тормошо һүрәтләнә. Симона де Бовуарҙың романдарында экзистенциалистик идеялар үҫешә. Францияның иң абруйлы Гонкуров премияһына лайыҡ булған «Мандариндар» (Les Mandarins, 1954) романында Сартр тирәләй яҙыусыларҙың тормошон, һуғыштан һуңғы Францияның идея һәм сәйәси тормошон сағылдыра.

Бовуар эссеистикаһына «Икенсе зат» (франц. Le deuxième sexe, 1949), «Ҡартлыҡ» (франц. La Vieillesse, 1970) эсселары инә. «Икенсе зат» публицистик-эссе китабы ҡатын-ҡыҙҙар проблемаларына арналған һәм феминистик хәрәкәткә ҙур йоғонто яһай.

Бовуар 1966 йылда «Хәрби енәйәт тикшереү буйынса халыҡ-ара трибунал» составына инә, унда Вьетнамдағы һуғышы ваҡытында енәйәттәр тураһында мәғлүмәттәр тыңлана[14].

1971 йылдың 5 апрелендә журнал Le Observateur Nouvel журналында Бовуар төҙөгән 343-тең манифесы тигән текст баҫылып сыға, ул 343 кешенең ҡултамғаһы менән атала. Манифестҡа ҡул ҡуйған француз ҡатын-ҡыҙҙары, шул иҫәптән дөйөм милли атаҡлы кешеләре, аборттар өсөн енәйәт язаһын юҡҡа сығарыуҙы талап итә һәм үҙҙәре лә ҡасандыр аборт яһатыуҙары тураһында әйтеп бирәләр. Киләһе бер нисә йылда Францияла аборттарҙы енәйәткә һанамау өсөн көслө компаниялар бара, ул 1975 йылда уңышлы тамамлана.

Де Бовуар 1986 йылдың 14 апрелендә Парижда вафат була һәм Монпарнасс зыяратында Сартр менән йәнәш ерләнә.

Рус телендә китаптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Симона де Бовуар. Второй пол. В 2 Т. / Пер. с фр., общ. ред. и вступ. ст. С. Г. Айвазовой, коммент. М. В. Аристовой. — М.: Прогресс; СПб.: Алетейя, 1997. — 832 с. — (Библиотека феминизма). ISBN 5-01-003638-X.
  • Симона де Бовуар. Мандарины = Les Mandarins / Пер. с фр. Н. А. Световидовой, статья, примеч. Н. И. Полторацкой. — М.: Ладомир, 2005. — 618 с. — (Литературные памятники). — 2000 экз. — ISBN 5-86218-452-X.
  • Симона де Бовуар. Воспоминания благовоспитанной девицы = Memoires d’une jeune fille rangee / Пер. с фр. М. Аннинской, Е. Леоновой. — М.: Согласие, 2004. — 496 с. — 5000 экз. — ISBN 5-86884-123-9.
  • Симона де Бовуар. Сила обстоятельств = Le force des choses / Пер. с фр. Н. Световидовой. — М.: Флюид, 2008. — 496 с. — (Роман с жизнью). — 2000 экз. — ISBN 978-5-98358-110-4.
  • Симона де Бовуар. Недоразумение в Москве / Пер. с фр. Н. Хотинской. — Москва: Э, 2015. — 208 с. — ISBN 978-5-699-83202-6.
  • Симона де Бовуар Очень лёгкая смерть / Предисл. Л. Токарева. М.: Республика, 1992.
  • Прелестные картинки / Пер. с фр. Л. Зониной
  • Очень лёгкая смерть / Пер. с фр. Н. Столяровой
  • Сломленная / Пер. с фр. Б. Арзуманян
  • Нужно ли сжечь маркиза де Сада? Эссе / Пер. с англ. Н. Кротовской и И. Москвиной-Тархановой
  • Симона де Бовуар Трансатлантический роман. Письма к Нельсону Ольгрену 1947—1964. / Пер. с фр. И. Мягковой при участии А. Зверева, предисл. * С. Ле Бон де Бовуар. М.: Искусство, 2003
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
  3. http://www.nytimes.com/roomfordebate/2011/05/18/are-french-women-more-tolerant/still-a-long-way-to-go
  4. Чешская национальная авторитетная база данных
  5. Simone de Beauvoir // Gran Enciclopèdia Catalana (кат.)Grup Enciclopèdia, 1968.
  6. Deutsche Nationalbibliothek Record #118507877 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  7. Search: simone bertrand de beauvoir // Fichier des personnes décédées
  8. Bakewell S. Au café existentialiste (фр.) / P. Dauzat, A. d. Saint-LoupÉditions Albin Michel, 2018. — ISBN 978-2-253-25783-7
  9. https://www.agoravox.fr/culture-loisirs/etonnant/article/pourquoi-simone-de-beauvoir-a-t-46018
  10. https://www.lexpress.fr/culture/livre/ce-qu-on-n-ose-pas-voir-sur-beauvoir_822547.html
  11. Collinson D. Biographical Dictionary of Twentieth-Century Philosophers (ингл.) — 1996. — ISBN 978-0-415-06043-1
  12. Bouriau C. Alfred Adler et la philosophie — Б. 103. — ISBN 978-2-406-11001-9
  13. https://data.performing-arts.ch/a/49c7bc05-eaf0-4c1e-9cfa-83d4c03f5a90 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  14. Трибунал Рассела по расследованию военных преступлений совершенных во Вьетнаме, org.ru.
  • Полторацкая Н. И. Симона де Бовуар и Россия (по книгам воспоминаний писательницы)// Наваждения: к истории «русской идеи» во французской литературе XX в.: материалы российско-французского коллоквиума (С.-Петерб., 2-3 июля 2001 г.)/ отв. ред. С. Л. Фокин. М.: Наука, 2005. С.114-127.
  • Долгов К. М. О встрече с Жан-Поль Сартром и Симоной де Бовуар // Вопросы философии.2007. № 2. С. 151—160.
  • Appignanesi, Lisa, 2005, Simone de Beauvoir, London: Haus, ISBN 1-904950-09-4
  • Bair, Deirdre, 1990. Simone de Beauvoir: A Biography. New York: Summit Books, ISBN 0-671-60681-6
  • Rowley, Hazel, 2005. Tête-a-Tête: Simone de Beauvoir and Jean-Paul Sartre. New York: HarperCollins.
  • Suzanne Lilar, 1969. Le Malentendu du Deuxième Sexe (with collaboration of Prof. Dreyfus). Paris, University Presses of France (Presses Universitaires de France).
  • Fraser, M., 1999. Identity Without Selfhood: Simone de Beauvoir and Bisexuality, Cambridge and New York: Cambridge University Press.

Тышҡы һылтанмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.