Автобиография

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Автобиография — (грекса — autos — үҙем, bios — тормош, grapho — яҙам) — кешенең үҙ тормошо хаҡында яҙғандары. Әҙәби жанр булараҡ, бындай яҙмалар авторҙың үҙ башынан үткән хәлдәрҙе, тормошондағы айырым хәл-ваҡиғаларҙы сағылдыра. Автобиография яҙыусының үҙ кисерештәре, үҙ баһалары һәм фекерҙәренә таянған булыуы менән биографиянан айырыла. Шуның менән автобиография, жанр булараҡ, мемуар жанрына яҡын тора. Ләкин мемуар автор үҙе шаһит булған кешеләр һәм ваҡиғалар тураһында. Автобиография иһә, күпселек осраҡта мин исеменән һөйләгәнгә күрә, авторҙың үҙе тураһында була. Икенсе төрлө әйткәндә, нәфис әҙәбиәттә автобиография тип яҙыусының үҙ тормошон тасуирлап яҙған әҫәрҙәрен әйтәләр. Мәҫәлән, рус яҙыусыһы Владимир Маяковскийҙың «Мин үҙем», татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың «Иҫемдә ҡалғандар», башҡорт яҙыусылары Мәжит Ғафуриҙың «Тәржемәи хәлем», Дауыт Юлтыйҙың «Автобиография», Рәшит Ниғмәтиҙең «Үҙем тураһында», Зәйнәб Биишеваның «Үткән юлдар, уҙған йылдар...», Мостай Кәримдең «Үҙем тураһында», Назар Нәжмиҙең «Кем уйлаған» тигән яҙмалары шундай автобиографиялар. Авторҙың үҙ тормошондағы айырым ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙе автобиографик әҫәр тип атайҙар. Бының үрнәктәре булып рус әҙәбиәтендә Лев Толстойҙың «Бала саҡ», «Үҫмер саҡ», «Йәш саҡ», Максим Горькийҙың «Бала саҡ», «Малайлыҡта», «Минең университеттарым» трилогиялары, башҡорт яҙыусыларынан Мәжит Ғафуриҙең «Шағирҙың алтын приискыһында», Сәғит Агиштың «Мәхмүтов», Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», Рәшит Солтангәрәевтың «Ауылым минең - яҙмышым минең» автобиографик әҫәрҙәре тора.


Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 1965, 6-сы бит.
  • Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006. 8-се бит