Сафонов Анатолий Георгиевич
Сафонов Анатолий Георгиевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 20 сентябрь 1919 |
Тыуған урыны | Суртан (Дыуан районы), Дыуан-Ҡошсо кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 26 июнь 1944 (24 йәш) |
Вафат булған урыны | Рогачёвский район[d], Гомель өлкәһе, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Рогачёвский район[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Биләгән вазифаһы | Командир роты[d] |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] һәм сик буйы ғәскәрҙәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Сафонов Анатолий Георгиевич (20 сентябрь 1919 йыл — 24 июнь 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. Уҡсылар полкының рота командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анатолий Георгиевич Сафонов 1919 йылдың 20 сентябрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе[1] Суртан ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1935 йылда Дыуан ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Златоуст ҡалаһына техникумға уҡырға бара, әммә йәше буйынса ҡабул ителмәй.
Дыуан-Мәсетле машина-трактор станцияһында иҫәпсе, һуңынан хисапсы булып эшләй. Ғаилә Суртан ауылына ҡайтып йәшәй, һәм Анатолий сушзаводҡа эшкә инә. Заводтың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлана. Һуңынан Дыуан машина-трактор станцияһына бухгалтер булып күсә. Эштән айырылмай колхоз йәштәр мәктәбен тамамлай. Шиғырҙар яҙа, баянда уйнай.
Армияға эләгер өсөн, документтар буйынса үҙенә тағы 2 йәш өҫтәй. Шуға күрә бүләкләү ҡағыҙында тыуған йылы булып 1919 йыл тора. 1939 йылдың октябрендә көнбайыш сигенә сик буйы ғәскәрҙәре сафтарына саҡырыла. Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп, Сафонов Анатолий фин һуғышы хәрби хәрәкәттәре районына ебәреүҙәрен һорап, ғариза артынан ғариза яҙа. Әммә өлгөрмәй.
Сик буйы хеҙмәтенең алдынғыһы булараҡ Анатолийҙы Мәскәүгә училищеға ебәрәләр, шул саҡта инде һуғыш башлана.
1942 йылдың сентябренән Сафонов Мәскәүҙә 2-се мотоуҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә, 1942 йылдың авгусында Мәскәү янында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша һәм яралана.
Дауаланғандан һуң Эске эштәр халыҡ комиссариатының айырым тәғәйенләнештәге 2-се мотоуҡсылар дивизияһы 7-се уҡсылар полкының взвод командиры булып хеҙмәт итә.
1944 йылдың апреленән ул Белоруссия фронтына юнәлтелә. 1345-се уҡсылар полкының уҡсылар ротаһы командиры (399-сы уҡсылар дивизияһы, 48-се армия, 1-се Белоруссия фронты) булараҡ, 1944 йылдың 24 июнендә Друть йылғаһын аша кискәндә, батырлыҡ күрһәтеп, һәләк була. Белоруссия ССР-ы Гомель өлкәһенең Рогачев районы Заполье ауылында ерләнә[2][3].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 23 авгусындағы Указы менән «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1944 йылдың 24 июнендә, оҙайлы немец оборонаһын өҙөп, Сафонов уҡсылар ротаһы менән командалыҡ итеп, дошмандың көслө артиллерия, миномет һәм пулемёт уты аҫтында Друть йылғаһы аша сыға һәм штурм менән текә яр бейеклегендәге дошмандың өҫтөнлөклө көстәренең оборона системаһын юҡҡа сығара. Һуғыштың ҡыҙған мәлендә Сафонов командалар бирергә лә, яугирҙәрен ҡарарға ла, дошманды күҙәтергә лә өлгөрә.
Ефрейтор М.Гольдберг фронт гәзитендә Сафоновтың ғүмеренең һуңғы минуттары хаҡында былай тип яҙа: «Дошман икенсе траншеянан ҡыуып сығарылғас, дошмандың мина шартлауы батырҙың ғүмерен өҙә. „Һау булығыҙ, дуҫтар! Артиллерияны алға этегеҙ“, — була уның һуңғы һүҙҙәре».
Был белорус ауылдары Близнецы һәм Запольенан алыҫ булмай. Бейеклек өсөн алышҡан шул һыртта яугирҙәр батырҙы хөрмәт менән ерләйҙәр[4][5].
Сафонов Анатолий Георгиевичҡа 1944 йылдың 23 авгусында СССР Юғары Советы Президиумының указы менән «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1944)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (23.08.1944)[7];
- Ленин ордены (23.08.1944);
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (01.07.1944)[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы
- ↑ ОБД Мемориал|73947219.
- ↑ ОБД Мемориал|4480002.
- ↑ warheroes|id=2127.
- ↑ ОБД Мемориал|261786323.
- ↑ Наградной лист.
- ↑ Подвиг Народа|19366359|title=Наградные документы|архив=ЦАМО|фонд=33|опись=686043/793756|дело=107/42|лист=21/387, 388.
- ↑ Подвиг Народа|20567523|title=Наградные документы|архив=ЦАМО|фонд=33|опись=686044|дело=4094|лист=2, 25, 26
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Несокрушимые. — Уфа, 1985. / стр. 174—204.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4. / стр. 31—34.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 5. П-С. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алфавит буйынса шәхестәр
- Дыуан районында тыуғандар
- 20 сентябрҙә тыуғандар
- 1919 йылда тыуғандар
- 26 июндә вафат булғандар
- 1944 йылда вафат булғандар
- Гомель өлкәһендә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Өфө губернаһында тыуғандар
- Бөйөк Ватан һуғышында рота командирҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар