Эстәлеккә күсергә

Гаврилов Сергей Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гаврилов Сергей Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 20 сентябрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Иваново, Шуйский уезд[d], Владимир губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 май 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө военный бортинженер
Уҡыу йорто П. А. Соловьёв исемендәге Рыбинск дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены СССР дәүләт премияһы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре

Гаврилов Сергей Алексеевич (20 сентябрь 1914, Иваново-Вознесенск, Влдадимир губернаһы) — авиация двигателдәр төҙөү өлкәһендә СССР конструкторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969).

Сергей Алексеевич Гаврилов[1] 1914 йылдың 20 сентябрендә Иваново ҡалаһында тыуған. Белеме — юғары, 1940 йылда Серго Орджоникидзе исемендәге Рыбинск авиация институтын тамалай. Техник фәндәр докторы.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1934 йылда 26-сы машиналар төҙөү заводында техник-конструктор булып башлай. 1941—1949 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводында инженер-конструктор, конструкторҙар төркөмө етәксеһе, етәксе урынбаҫары, бүлек начальнигы була. 1949 йылда баш конструктор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, 1961 йылда — беренсе урынбаҫары, 1962 йылда — 100-сө почта йәшниге ойошмаһының баш конструкторы («Мотор» фәнни-производство предприятиеһы). 1962 йылдың сентябрендә — СССР Авиация сәнәғәте министрлығының Өфө «Союз» машиналар төҙөү конструкторлығы бюроһының баш конструкторы.

С.А. Гаврилов ҙур техник һәм производство тәжрибәһенә эйә була, конструкторлыҡ бюроһы алдында торған бурыстарҙы уңышлы хәл итә. Уның етәкселегендә истребителдәр, штурм авиацияһы һәм төрлө тәғәйенләнештәге пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн 30-ға яҡын авиация двигателдәр төрө эшләнә. Р13-300, Р13Ф-300, Р25-300 двигателдәре менән төрлө модификациялы МиГ-21, Р95Ш — СУ-25 штурмовиктары йыһазландырыла.

Яңы авиация техникаһын үҙләштереүҙә һәм эшләүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн 1975 йылдың 19 декабрендә С.А. Гавриловҡа СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән  Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1975 йылдың ноябрендә Өфө моторҙар эшләү заводының тәжрибә конструкторлыҡ бюроһының баш конструкторы була.

СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977).

РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969).

1983 йылдың 21 майында Өфө ҡалаһында вафат була, Көньяҡ зыяратта ерләнә[2].

  • Герои труда: Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006. — Т. 2: В—Ж. — 624 с. — ISBN 5-88185-062-9
  • Главный конструктор (К 100-летию со дня рождения Сергея Алексеевича Гаврилова) (рус.) // Крылья Родины. — М., 2014. — № 8. — С. 102-104.
  1. 20 сентября родились... . Комментарии : LiveInternet - Российский Сервис Онлайн-Дневников. Дата обращения: 13 апреля 2013.
  2. Герой Соц.Труда Гаврилов Сергей Алексеевич :: Герои страны. Дата обращения: 13 апрель 2013. Архивировано 21 апрель 2013 года.