Эстәлеккә күсергә

П. А. Соловьёв исемендәге Рыбинск дәүләт авиация техник университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
П. А. Соловьёв исемендәге Рыбинск дәүләт авиация техник университеты
Нигеҙләү датаһы 1932 һәм 1919[1]
Логотип
Кем хөрмәтенә аталған Павел Александрович Соловьёв[d]
Ректор Валерий Иванович Кошкин[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Рыбинск
Уҡыусылар һаны 5149
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2]
Рәсми сайт rsatu.ru
rgata.ru[1]
Карта

П.А.Соловьёв исемендәге Рыбинск дәүләт авиация техник университеты (П.А.Соловьёв исемендәге РГАТУ)Рыбинск ҡалаһында юғары уҡыу йорто.

1932 йылда С. Орджоникидзе исемендәге Рыбинск авиация институты асыла. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында башҡа стратегик объекттар исемлегендә Өфө ҡалаһына эвакуациялана, унда күпмелер ваҡыт С. Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты тип үҙгәртелә.

Рыбинскта яңы авиация юғары уҡыу йорто 1955 йылдың 25 майында механика һәм авиация-технологияһы факультеты менән киске авиация технология институты тип асыла. 1964 йылда Рыбинск киске авиация технология институты уҡытыуҙың көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу формалары менән институт итеп үҙгәртелә. 1976 йылда авиамеханик, радиотехник һәм авиаметаллургия факультеттары ойошторола. 1994 йылда институтҡа академия статусы бирелә. 2011 йылдың 14 июлендә юғары уҡыу йортона университет статусы бирелә[3], 2011 йылдың 11 ноябрендә юғары уҡыу йорто П.А.Соловьев исемендәге Рыбинск дәүләт авиация техник университеты тип үҙгәртелә[4].

Хәҙерге ваҡытта 6,5 мең студент уҡый, 240 штаттағы уҡытыусылар, шул иҫәптән 138 60 фән кандидаты һәм фән докторы эшләй.

2014 йылда "Эксперт РА" агентлығы, вузды Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең иң яҡшы юғары уҡыу йорттары исемлегенә индерә, унда уға "Е" рейтинг класы бирелә[5].

Рейтинг исеме Йыл Урын
«4 International Colleges & Universities», Рәсәй вуздары рейтингы 2013 390
«Webometrics», Рәсәй вуздары рейтингы 2012 734
«Webometrics», донъя вуздары рейтингы 2012 15051
  • Авиадвигателдәр төҙөү факультеты.
  • Авиатехнология факультеты.
  • Радиоэлектроника һәм информатика факультеты.
  • Социаль-иҡтисади факультет.
  • Ситтән тороп уҡыу факультеты.
  • Әҙерлек курстары.
  • Рыбинск авиация колледжы.

Университеттың китапханаһы 1955 йылда ойоштолрола, фондта 660 меңдән ашыу китап иҫәпләнә. Улар - уҡыу, ғилми әҙәбиәт, ваҡытлы матбуғат баҫмалары, норматив - техник документтар, диссертация, юғары уҡыу йорттарының хеҙмәттәре тураһында отчёттар, һынлы сәнғәт әҙәбиәте, электрон баҫмалар (электрон уҡыу баҫмалары, университет уҡытыусылары хеҙмәттәре өсөн тулы текстар).

Тутаев һәм Гаврилов-Ямский филиалдары, Ярославлдә һәм Пошехоньела вәкиллектәр, аспирантура һәм докторантура бар.

Билдәле тамамлаусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. Приказ Федеральной службы по надзору в сфере образования и науки № 1785 от 28.07.2011(недоступная ссылка)
  4. Приказ Министерства образования и науки Российской Федерации № 2660 от 11 ноября 2011
  5. Рейтинг высших учебных заведений России и стран членов Содружества Независимых Государств.