Аникеев Иван Константинович
Аникеев Иван Константинович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 сентябрь 1938 |
Тыуған урыны | Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 17 май 2011 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уйлап табыусы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Аникеев Иван Константинович (20 сентябрь 1938 йыл — 17 май 2011 йыл) — ғалим-химик. 1956—1959 һәм 1962—2008 йылдарҙа — «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре. Техник фәндәр кандидаты (1976). РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы.
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1956 — Салауат ҡалаһында 1-се һөнәрселек училищеһы. (хәҙер — Профучилище № 19)[1].
1967 — Башҡорт дәүләт университеты.
1975 — И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институты, аспирантура.
Хеҙмәт биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Константинович Аникеев 1938 йылдың 20 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (хәҙерге Ишембай районы) Аникеевский ауылында тыуған.
1956—1959 йылдарҙа — 18-се комбинаттың 11-се цех операторы ярҙамсыһы; 1967 йылдан — Салауат нефть химияһы комбинатында (артабан «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһә һәм Газпром Нефтехим Салауат берекмәһе): инженер-технолог, начальник урынбаҫары, тәжрибә заводының тикшеренеү цехы начальнигы, синтез бүлеге начальнигы, 1979 йылдан — завод лабораторияһы начальнигы, 1982 йылдан — тәжрибә заводының баш инженеры; 1995—1997 йылдарҙа — баш инженер, 1984—1995 йылдарҙа һәм 1997 йылдан алып — нефть эшкәртеү заводында баш технолог.
2011 йылдың 17 майында Салауат ҡалаһында вафат була.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Органик синтезда катализ өлкәһендә тикшеренеү эштәре үткәрә. Уның ҡатнашлығында бутил спирты етештереү үҙләштерелә.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалы (1982)
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]15 ғилми эштең, 34 уйлап табыуҙың, 15 рационализаторлыҡ тәҡдимдәренең авторҙашы[2].
Уйлап табыуҙары араһында: Бутил спирты алыу ысулдары // СССР авторлыҡ танытмаһы № 1087510, Бутил спирты алыу ысулдары // авторлыҡ таныҡлығы № 638585, Ацетат ацетопропил спирт алыу ысулдары // авторлыҡ таныҡлығы № 614091, Аллилацетат алыу ысулдары // авторлыҡ таныҡлығы № 601277, Ацетопропилацетат алыу ысулы // авторлыҡ таныҡлығы № 548598.
Аникеев Иван Константинович. «Исследование и разработка процесса гидрирования продуктов гидроформилирования пропилена на скелетном никель-титан-алюминиевом катализаторе» [Текст] : Техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә иткән диссертация (02.00.13) / Моск. ин-т нефтехим. и газ. пром-сти им. И. М. Губкина. — Москва : [б. и.], 1975. — 22 с. : ил.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 70. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- Потеряхин В. А. Аникеев Иван Константинович//Инженеры Урала: энцикл./ Рос. инженер. акад., Урал. отд-ние; [Редкол.: Данилов Н. И. (гл. ред.) и др.]. — Екатеринбург: Урал. рабочий, 2001—2012. Т. 1. — 2001. — 694, [2] с.: портр. — Указ. предприятий: С. 665—693. — 3000 экз. — ISBN 5-85383-203-4 (в пер.).
- Газпром нефтехим Салават / гл. ред. Д. Р. Ягтман. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2012. — 472 с. — 2000 экз. — ISBN 978-5-88185-079-1. Архивная копия от 5 март 2016 на Wayback Machine
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 70, 472. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- ↑ Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 70. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.