Фәхретдинова Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы
Фәхретдинова Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы | |||||
Тыуған көнө | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | |||||
Ил |
СССР, Рәсәй | ||||
Ғилми даирәһе |
дерматовенерология | ||||
Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы (2000 | ||||
Ғилми исеме |
профессор | ||||
Награда һәм премиялары |
| ||||
Фәхретдинова Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы (1 август 1938 йыл) — дерматовенеролог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Түкән ауылынан[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
БАССР‑ҙың Көйөргәҙе районы Түкән ауылында тыуған.
1969 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын (хәҙерге ваҡытта университет) тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы ҡала тире-венерология диспансерына эшкә ебәрелә. Унда дүрт йыл эшләгәндән һуң, Өфө ҡалаһындағы шундай уҡ диспансерға күсерелә.
1978 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетында хеҙмәт юлын дауам итә. 2002 йылдан алып өҫтәлмә профессиональ белем биреү институтының дерматовенерология курсы мөдире вазифаһын башҡара.
Фәнни эшмәкәрлеге енси юл аша йоҡҡан инфекциялар, микроспория, тире ауырыуҙарының һәм башҡа эпидемиологияһын, клиник үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, уларҙы дауалауға, иҫкәртеүгә арналған.
Уның ҡатнашлығында микроспория, псориаз менән ауырығандарҙы дауалау ысулы һәм Microsporum canis үрсетеү өсөн туҡлыҡлы мөхит булдырыла.
170‑кә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.
БР дерматовенерологтары йәмғиәте рәйесе (2004 йылдан алып).
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Диагностика и лечение наиболее часто встречающихся неотложных состояний в дерматологии. Уфа, 2012 (авторҙаш)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- [1] 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Фәхретдинова Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы 2019 йылдың 30 октябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2018)